

Зилиә – минең йыраҡ туғаным. Икебеҙ ҙә Ҡазанда йәшәһәк тә, күрешмәйбеҙ тиерлек. Шул, туғанлыҡ ептәре өҙөлмәһен типтер инде, йылына бер мәртәбә беҙгә ҡунаҡҡа килеп китә. Шунда бер йылға етәрлек итеп туйғансы һөйләшеп ҡалабыҙ.
Зилиә ҡырҡҡа таба атлай. Фәндәр кандидаты, биолог. Төҫкә-биткә ярайһы матур. Тулышып торган кәүҙәһе лә килешә үҙенә. Ул килгән һайын миңә оҙон-оҙаҡ итеп эше тураһында һөйләй. Күренеп тора, үз вазифаларына бик яуаплы ҡарай, эшен ярата ул. Аңлауымса, карьера баҫҡысынан ныҡ аҙымдар менән өҫкә үрмәләй, яратҡан эше бар. Ә ғаиләһе юҡ! Хатта йөрҡгән кешеһе лә юҡ. Күңел өсөн генә булһа ла юҡ бит!
Сираттағы килеүендә беҙ Зилиә менән залға сәй-кәнфиттәр сығарҙыҡ та, йомшаҡ кәнәфиләргә ҡунаҡлап, хәл-әхүәл һораша, донья хәлдәрен һөйләшә башланык. Шунда Зилиә илай башламаһынмы?!
– Зилиә! Нимә булды!? Үпкәләттемме әллә? Ниндәй һүҙем рәнйетте?! Зилиә, бәғрем, – тип ҡосаҡлап алдым үҙен.
Илап арығас, Зилиә йәштәрен һөрттө дл, ҡыҙарған күҙен миңә төбәп:
– Һылу-у-у! Миңә утыҙ ете йәш! – тине.
– Ни ҡурҡынысы бар уның? Миңә лә шул тирә бит?
– Һинең балаларың ба-а-ар!
– Һинеке лә булыр, бына күрерһең, һәр кемгә үҙ ваҡытында бирелә… Ҡайғырма!..
– Булма-а-ай! Кемдән табайым мин уны? Ҡарт ҡыҙ бит мин, ҡарт ҡы-ы-ыҙ! Яңғыҙ ҡартайырмын инде шулай!
Зилиәнең йәшлегендә йөрөгән егете бар ине барлыҡҡа.
Егет белән кыз ете йыл йөрөнө. Радик заводҡа эшкә урынлашты, Зилиә иһә фән менән шөғөлләнде, диссертация яҙа башланы. Зилиәнең ата-әсәһе берҙән-бер ҡыҙҙары менән ғорурланып, шөкөр итеп йәшәне. Ҡыҙ барыһына ла өлгөрҙө – эшенә лә, ауылдағы ата-әсәһенең баҡсаһына ла. Радик Зилиәне аҙна һайын тиерлек ауылға ҡайтарҙы, алып килде – тормош әкрен генә аҡты шулай. Ҡыҙ менән егет, әйтерһең, туғанлашып бөттөләр.
Бер көндө Радик, ғәҙәттәгесә, Зилиәләрҙең өйөнә килде. Радикnың бер аҙ тулҡынланғанын ҡыҙҙың әсәһе генә һиҙҙе. Ғаилә өҫтәл тирәһенә йыйылды. Зилиәнең әсәһе Орҡоя апай алма бәлеше бешергән. Бәлештең тәрликәләргә бүленеп сығыуын көтөп торған Радик һүҙен башлап ебәрҙе:
– Орҡоя апа, Салих ағай, Зилиә менән күптәндән дуҫлашабыҙ, һеҙ минең ғаиләмә әйләндегеҙ, үҙегеҙгә ҡабул иттегеҙ. Хәҙер инде беҙгә алға табан атларға ваҡыт етте. Беҙгә хәйер-фатиха биреп…
– Юҡ-юҡ-юҡ, туҡта! Бәлештән ауыҙ итегеҙ әле! Бик тәмле булырға оҡшаған. Әйҙегеҙ, һыйланығыҙ, – тип, Орҡоя апай Радиктың һүҙен бүлде лә, ҡабат ялғарга ирек тә бирмәне. – Зилиәнең кандидатлыҡ диссертацияһын яҙып бөтөрөп, яҡлайһы бар. Юҡҡа ғына уҡытманыҡ бит уны… Тәмлеме бәлеш?
Шулай итеп, Радиктың никах-туй тураһындағы һүҙе, йомарланып, аяҡ аҫтына ташланды, тапалды. Өҫтәл артындағы һөйләшеү йыртыҡ-пыртыҡ булды, һүҙ бер нигә лә ялғана алманы.
Юҡ, шул хәлдән һуң да әле Радик Зилиә янына килеүен туҡтатманы. Әммә тора-бара аралары һыуына башланы.
Бер көндө шундай хәл булды. Радик менән Зилиә ауылға ҡайтырға сыҡтылар, Бер заман телефоны шылтыраны.
Радик: «Эйе. Мин ҡалала түгел. Юҡ... Яҡшы... Ауылға ҡайтам. Апайым менән...» – тип һөйләшеүне тамамлап та ҡуйҙы.
Бер аҙҙан Зилиә: «Миндә зарядка бөтә, һинекендә уйын уйнайым әле?» – тип, яуабын да көтмәйенсә, Радиктың телефонын алды. Асты, аҡтарына башланы.
«Ниндәй Асель шылтыратты һиңә? «Апайым менән» тип әйтеүең… Апайың – мин буламмы инде ул?! Һин бит минең хаҡта «Апайым» тинең, шулаймы?!» – тип Зилиәнең тауышы өҙөлеп китте.
– Зилиә, ни эшләйһең? Тыныслан әле, – тип кенә әйтә алды Радик. Ҡалған юл тынлыҡта уҙҙы.
Был талашыуҙан һуң Зилиә егеттең башҡа бер ҡыҙ менән йөрөгәнен дәлилләүсе әллә күпме факттарға тап булды. Зилиә талашты, ғәйепләне, ҡысҡырҙы. Радик бер нигә лә яуап бирмәне.
Бер көндө Радик Зилиәгә шылтыратты: «Зилиә, мин бүтән килмәм. Дуҫтар булып ҡалайыҡ, яме. Өйләнәм мин», – тип, Зилиәне шок хәлендә ҡалдырҙы.
– Һылыу! Мин унан кеше яһаным бит! Кейенергә өйрәттем, кеше менән рәтләп һөйләшә лә белмәй ине бит ул! Театрҙың «т» хәрефен дә танымай ине!.. Затлы кейенгән, һүҙ артынан кеҫәгә кермәй торған, аҡсалы эштә эшләүсе әҙер егет кемгә кәрәк булмаҙын, эйеме!
– Иртәдән кичкә кадәр эштә. – тип һүҙен дауам итте Зилиә. Кеше араһында. Эштә мине хөрмәт итәләр. Карьерам да үҫештә… Аҡсаһы күп түгел түгелен, әммә үҙемә етерлек… Туйған саҡтарым да була. Һуңынан уйлап ҡуям да, минең дә тормошом көнләшерлек бит. Теләһә ҡайҙа бара алам – театр тиһеңме, концертмы, дуҫтар менән осрашыуҙар... Бер кем тотмай, һорау алмай. Беҙҙең эштә ирҙәр күп тә ул, әммә улар ғаиләле…
Мин бер аҙ тынып торғас:
– Зилиә, минең бер танышым бар. Рәмил исемле. Атаһы менән бергә эшләйем. Яҡшы кеше. Рәмил һинән бер биш йәшкә олораҡтыр. Өйләнгән ине лә, ҡатыны үлеп китте. Бер өс йыл барҙыр инде. Уҡымышлы кеше. Һинең кеүек театрҙарга йөрөргә ярата. Атаһы берәйһе менән таныштырығыз әле, ти. Бына мин һине таныштырыр инем уның менән, ҡаршы килмәһәң.
Зилиәнең йәштәре кипте. «Кем булып эшләй?» –тип һораны.
– Рәмил – яҡшы электросварщик. Аҡсаны һәйбәт эшләй… Яҡшы электросварщиктарҙы ҡулда ғына күтәреп йөрөтәләр…
Әйтеп бөтөрә алманым: «Юҡ инде, һин нимә!Ниндәй электросварщик тағы. Минең дәрәҗәләге кеше түгел шул. Мин, беләһеңме, кемдәр менән ҡул бирешеп иҫәнләшәм?» – тип, Зилиә һүҙемде бүлдерҙе.
Һүҙһеҙ ҡалдым. Дәрәҗә? Эшен яҡшы башҡарған кеше хөрмәткә лайыҡ. Был һүҙен дорфалыҡ итеп ҡабул иттем.
Эйе, Зилиәне яңғыҙлыҡ, моңһоулыҡ биләп алған миҙгелдәр йылдар уҙған һайын йышайҙы. Әммә ул уларҙан тиҙ арына ла белә. Инстаграм битенән миңә һәр саҡ матур, биҙәнгән-яһанған Зилиә йылмайып ҡарап тора. Фотоһы аҫтында аҡыллы, дөрөҫ, матур, шаян һүҙҙәр яҙыла. Уға ҡарап көнләшеп тә ҡуям ҡайһы саҡта – теләгән ваҡытта, теләгән ергә китә лә бара. Ә миндә – эштән ҡайтыуға балалар, өй мәшәҡәттәре... Әммә мин шуның менән бәхетле…
Карьера тураһында уйламайынса, ваҡытында Радикка кейәүгә сығырға инеме уға? Ул ваҡытта кейәүгә сыҡһа, ул хәҙер ғорурлана торған диссертацияһын яҡламаясағы көн кеүек асыҡ…Ә бәлки, яҡлай ҙа алыр ине?..
Был яҙмам аҙағында бер ниндәй йомғаҡ яһай алмайым. Зилиәне ҡыҙғанам… Икенсе яҡтан ҡарағанда, яҙмышы ҡыҙғанырлыҡ та түгел кеүек…
Һеҙ нимә уйлайһығыҙ?
Һылыу Камалова.
Тулырак: http://syuyumbike.ru/news/otkrovenie/gailme-kareramy