

Хәйер, Алла бар ул, бар! “Мөхәммәдиә”мде муллалыҡҡа уҡып йөрөгән бер шәкерт алып торғайны. Бетеүем, көмөш сылбырым булмау сәбәпле, телефонда брелок булып йөрөй. Шулай итеп, ике ғәзиз балам һәм ике ҡәҙерле ҡомартҡым үҙем менән ҡалды. Шуға шөкөр ҡылмай, ни тип әйтәһең?
“Тупик” тип алдараҡ “шатланғанмын”, имеш. Баҡтиһәң, әсәй үҙенең иң яҡын әхирәттәре менән минең яҙмышты үҙенсә яҡшы итеп ойоштормаҡсы икән.
– Инде йәшең дә апаруҡ. Етмәһә, ике малайың бар. Яңғыҙың барыбер өй һалып булаша алмаҫһың. Бында ла урын тар. Хәшиә әхирәттең күрше ауылда арыу ғына ҡоҙаһы бар икән. Өйө ҙур, ти, хужалығы ла ҡараулы. Йәше ҡырҡтан уҙған-уҙыуға, зато бер тапҡыр ҙа өйләнмәгән, һәләк уңған, ипле, ти. Әсәһе менән генә йәшәй. Оҙаҡламай һоратырға килерҙәр. Йәш ҡыҙ кеүек, ҡуҡырайып, инәлтеп ултырма. Үҙегеҙҙе үҫтергәнмен, хәҙер, ҡартайған көнөмдә, балаларыңды ҡарап ултыра алмайым. Мин Хәшиәгә ризалыҡ бирҙем. Танышып, килешеп китергә тырыш, ҡыш бауыры оҙон, һалҡындарға тиклем урынлашып ҡалғаның хәйерле.
Әсәйгә текләнем дә шаҡ ҡаттым. Ни эшләйһең һин? Бер тапҡыр кейәүгә ҡыуып сығарып, яҙмышымды боҙҙоң бит! Инде тағы шул “тырма”ға баҫтырырға тырышаһыңмы? Асырғанып ҡысҡырғым килде. Ҡысҡырманым. Сыҡтым да киттем. Ҡайҙа киттем? Үҙем дә белмәйем. Уй-һағыштарымды елгә осорайыммы икән, һыуға ағыҙайыммы? Тормош – ормош. Ошолайтып оролғансы, торна булып берәй яҡҡа ғына олаҡһамсы!
Күңелле генә итеп телефон зыңланы. Рушанна икән.
– Минең хәлдәр йырҙағыса. Срочно ғына кил, срочно! Осрашҡас һөйләшербеҙ барыһын да. Автобусҡа аҡса тапһаң, ҡалғаны һинең проблема түгел. Көтәм, кил!
Ялҡауым килеп кенә уйлана ҡуйҙым. Ҡайҙан аҡса таба алам мин? Баҡ-самдағы булған еләк-емеште һыпырып йыйып алдым да, бер күршегә – бер силәк сейә, икенсеһенә ҡурай еләге һатып, юллыҡ аҡса йүнләнем. Иртәгәһенә Рушаннаның квартираһында бер-бер артлы матур-матур кейемдәр ҡарай инем инде. Ул үҙенең буй-һынды ҡыҫып торған иң затлы юбка-салбарҙарын, күн курткаһын, бейек үксәле туфли-ботильондарын килтереп сығарҙы. Ахырҙа түҙмәнем:
– Ниңә улай ҡыланаһың, былар бит үҙеңә кәрәкле әйберҙәр! – тинем.
– Ҡалдыҡ-боҫтоҡто бирергә һин мине кем тип уйлайһың?
– Юҡ, Рушанна, бигерәк ҡиммәтлерәр, үҙең генә кей.
– Мин бит һиңә, хәлдәрем йырҙағыса, тинем.
– Йыр кеүек булғас, һәйбәт инде.
– Ниңә “ниндәй йыр?” тип һорамайһың?
– Ну... Ниндәй йыр?
– “А я беременна, и это временно” тигәнен ишеткәнең бармы?
– Бар... Ой, Рушанна, ҡотлайым. Малаймы?
– Шулайҙыр тип өмөтләнәбеҙ. Шуға күрә был кейемдәр миңә байтаҡ ярамаясаҡ. Ә ярай башлағас, модаһы үткән була. Яҡшы булды әле, гардероб яңыртырға бер сәбәп, исмаһам.
Әлдә яҙмышымда Рушанна бар. Йәнемде ҡыйып, миңә ҡушылып уфтанмай. Юҡ-бар нәмә һөйләп көлдөрөп, эске көсөргәнешемде йомшартырға, хәсрәтемде таратырға тырыша. Бының өсөн уға шул тиклем рәхмәтлемен. Арығанмын уйланыуҙарҙан. Тағы саҡ ҡына – аҡылдан да яҙырмын, тип ҡурҡам. Нисек һиҙә шуны Рушанна? Ҡасан, нимә менән мине “уятырға”мы, йыуатырғамы – һәр саҡ белә.
– Теге “көйә күбәләге”... әй, “торна ҡаурыйы” күлдәгеңде миндә онотоп ҡалдырғанһың бит. Алып ҡайтаһыңмы?
– Нимәгә, никахымамы ни?
– О-о-о, һинең әле минән йәшерен кавалерың да бармы ни? Ғәфү итмәм бит, малай!
Ҡыҫҡаса ғына хәлде аңлаттым. Рушанна, күҙҙәрен шаҡмаҡ итеп, башын сайҡай. Байтаҡ ҡына өндәшмәй ултырабыҙ. Әхирәтемде көсөргәнешле уйҙарға һалыуыма оят та булып китә. Уға бит хәҙер нервыларын һаҡларға кәрәк.
– Ҡайҙа, бир әле, үҙ күлдәгемде лә кейеп ҡарайым, бер “дефиле” менән шөғөлләнгәндә.
Көҙгөләге үҙемә, танымаған кеүек, бер аҙ аптырап бағып торам. Был күлдәктә бик бәхетле лә булдым бит әле мин. Оҙаҡламай бер йыл да тула. Прическа, макияжһыҙ ябай ғына йәйге күлдәк һымаҡ күренә икән. Рушанна тағы уйҙарымды уҡый:
– Бигерәк килешә. Һин уны никахҡа түгел, туйға кей.
– Ярама һин тоҙ һалма, исмаһам.
– Исем туйыңа, тим бит. Әйҙә, иртәгә мәсеттәрҙең иң матур, күңелеңә оҡшағанын һайлайбыҙ ҙа...
– Мәсеткә кейергә уңайһыҙыраҡтыр ул.
– Бер ҙә уңайһыҙ түгел. Кергәндә жакет кейеп, яулыҡ ябынаһың да – эше лә бөттө. Давай-давай, ҡушабыҙ тигәс ҡушабыҙ. Ике балама ла ауылда атай-әсәй ҡуштырғайны. Өсөнсөһөнә үҙебеҙ исем туйы уҙғарырбыҙ. Һин – “эксперимент ҡуяны” булып тор, беҙгә лә киләсәккә тәжрибә кәрәк. Һинең әле бер документың да юҡ түгелме ни? Бына, исмаһам, беренсеһе булыр – хәҙер мәсеттә исем ҡағыҙы бирәләр.
Ҡайһы бер мәсьәләләрҙә Рушанна менән бәхәсләшеү файҙаһыҙ. Хәйер, ҡаршылашҡым да килмәй...
– Исемең Миңлеғәйшә булһын! – Йөҙөнән нисектер шәфҡәт, миһырбанлыҡ бөркөлөп торған мулла исемемде әйтеп, ҡолағыма өргәндә, күңелемә һиллек килеүен тойҙом. Мәсет ихатаһынан сыҡҡанда, үҙемдең был ауырлыҡтарҙы ла үткәреп ебәрә алыуымда шикләнмәй инем инде. Бығаса булмағанса үҙ көсөмә ышаныс барлыҡҡа килде. Автобусҡа тиклем байтаҡ ваҡыт бар ине. Килгәс-кил-гәс, күренеп китәйем, тип галерея яғына боролдом. Шәрифә Ҡәҙимовна, ғәҙәтенсә, бик ихлас ҡаршыланы.
– О-о-о, бик матур күренәһең, аҡыллым, маладис. Ә был ниндәй ҡупшы кулон?
– Иҫке-моҫҡо күн киҫәктәренән әтмәлләп алғайным шунда...
– Кулон бик матур, һинең зауығың барлығында шикләнгәнем дә юҡ. Әммә мөнәсәбәтең дөрөҫ түгел. Хәҙер исемле-аҡсалы байҙар ҙа һендмейдерҙар ижадын хуп күрә. Ҡулың эш белгәндән оялырға ярамай. “Әтмәлләгәйнем иҫке-моҫҡо”, имеш. Үҙ хеҙмәтең менән ғорурланып, башыңды юғары тотоп, тантаналы интонацияла әйтергә кәрәк был турала. Аңланыңмы?
– Мотлаҡ шулай итәсәкмен, Шәрифә ханым!
– Әйткәндәй, гел һорарға уйлайым да, форсаты сыҡмай. Һинең һынлы сәнғәт-фәлән буйынса махсус белемең бармы әлеү?
– Ике йыл модельер һөнәренә уҡып маташҡайным. Сәнғәт тарихын өйрәнә торғайныҡ... – Шәрифә апайҙың ҡарашында шелтә тойоп, айнып китәм. – Ой, ғәфү, хәҙер төҙәтәм. Маташманым, ә уҡыным. Төрлө ижади конкурстарҙа ҡатнаша торғайным. Үҙ алдыма күп уҡыным, әле лә төрлө баҫмаларҙы даими күҙәтеп барам. Тик хәҙер ҡулға энә генә тотҡом килмәй. Бөтөнләй.
– Нишләп улай?
– Әллә... Нисектер үҙемде алданған һымаҡ тоям. Әллә ниндәй ялған хыялдар булып сыҡты. Алданылар... Бойомға ашманылар...
– Нишләп ашманы? Һин иң беренсеһенән башла. Кем булырға теләгәйнең?
– Әйтеүе лә көлкө... – Икеләнһәм дә, һөйләргә булдым. Ысынында иһә йәндәй күргән Рушаннам да белмәй был хаҡта. – Балерина булғым килә ине... Бер заман “Сыңрау торна” фильм-балетын күрҙем. Күрҙем дә һушым китте. Минең дә шулай ҡанатһыҙ ҙа көйө осҡом килде. Үҙ алдыма аяҡ остарында бейеп маташам... Был хыялым баштан уҡ өмөтһөҙ ине, әлбиттә. Беренсенән, мин унда балет өсөн “ҡарт” та инем. Икенсенән, балет түгел, ябай бейеү түңәрәге генә лә эшләмәгән төпкөл ауылда тыуғанмын. Шунан... ябайыраҡ хыял тыуҙы. Сәхнәлә осоп йө-рөһәм, илаһи заттар өсөн болоттай, күбәләктәй затлы-нәфис күлдәктәр теккем килде. Шул серле донъяға нисек тә яҡынлашҡы килә ине, нисек тә... Аҙаҡ әхирәтем менән уртаҡ хыялға бирелдек. Үҙебеҙҙең театр-студия, тип әйтәйемме... Ҡыҫҡаһы, костюмдар уйлап сығарып, хәрәкәттәр ҡуйып, показдар ойоштороу ине уйҙар. Йәнәһе, ул прическа-макияжға яуап бирә, ә мин – костюмдар һәм хоре-ографияға... Әммә яҙмыш әллә нисек боролоп...
– Ә ниндәй мауығыуҙарың бар ине?
– Мауығыуҙар ни... Төрлөһө булып алды. Бер шулай георгиндар үҫтерергә елкендем. Кешеләрҙән дә йыйҙым, почта аша ла алдырҙым. Ниндәйе генә юҡ ине! Бер егермеләп төргә еткергәнмендер. Өйөм күмелеп тиерлек ултыра ине инде. Тәүге сәскәләрен атҡан ғына мәл... Август урталарында ҡырау килтереп һуҡты. Өйөмдөң ҡап-ҡара үле сатыр-соторҙар араһында ултырыуын күреп, күңелем өшөнө. Шунан бирле сәскә үҫтереүгә ҡул һелтәнем.
– Ул бүлбеләрҙе ҡаҙып алып, икенсе йылына ла үҫтерһәң булмай инеме? Ҡайҙа һиндә сәм тигән нәмә?
– Ул уй башҡа ла инмәне. Теләмәйһегеҙ икән, мин дә һеҙҙе теләмәйем, тинем дә ҡуйҙым.
– Артыҡ көслө “теләйем” һәр саҡ “теләмәйем”гә әйләнә, ивет. Нимәнелер көсәнеп-көсәнеп үҙеңдеке итергә теләйһең, ә ул шул тиклем нығыраҡ килеп сыҡмай. Етә бер көн – һин инде иң көслө хыялыңды күрә алмаҫ дәрәжәгә етәһең...
– Шулай шул, Шәрифә апай... Нишләп улай һуң? Нәфсем артыҡ ҙур ҙа түгел кеүек, ә барыбер... Бер теләгем дә ашмай. Уның ҡарауы, бәхетһеҙлектәр... Улары инде башыма биҙрәләп ҡойола...
– Ой, Тамараҡай... Минең йәшкә еткәс, һин әлеге мәлеңде һағынып, яратып иҫкә аласаҡһың. Сөнки әле һин сәләмәт, матур, көслө һәм иң мөһиме – йәшһең.
Мин иҫәр кеше кеүек йылмаям. Шәрифә ханымдың һүҙҙәренә, әлбиттә, тамсы ла ышанмайым. Ул да был турала белеп тора. Ололар барыһы ла бер иш: йәшлекте ышанмаусылыҡта һәм аҡылһыҙлыҡта ғәйепләй. Шулай уҡ йәштәр ҙә бер иш: һәр ваҡыт ололарҙы бер нәмә лә аңламауҙа ғәйепләй.
– Әйткәндәй, һин теге былтырғы миссияңды үтәнеңме? Таныштыңмы Сагитович иптәш менән?
– Иптәш түгел, әфәнде. Үтәмәй ни... Әле ауылда төҙөлөштөң ҡыҙған мәле. Тағы ярты йылдан цех үҙ эшен башлар, тип көтөлә. Тимәк, ярты силсәүит халыҡҡа эш урындары буласаҡ...
– О-о-о, ниндәй официоз... Күрәһең, һин тағы ярыҡ ялғаш янында. Тағы эшһеҙ ҡалдыңмы?
– Маңлайға яҙылғанмы әллә? Бәлки, ҡалған яҙыуҙарын да уҡып бирерһең мин томанаға?
– Уныһын аҙағыраҡ. Ә Сагитовичты нисек “һындырҙың” һуң? Нисек “зацепила”?
– Ул бит минең тәүге мөхәббәт булып сыҡты! Һөйләмәнемме ни?
Яратам ошо әртистәрҙең эмоциональ йөҙҙәрен. Шәрифә апайҙың ҡаштары матур һикереп китә, күҙҙәре түңәрәкләнеү түгел, хатта “шаҡмаҡлана” ала...
– Туй, өйләнешеү, ғаилә кеүек темаларҙы беренсе ул башланымы, һинме?
– Ул.
– Тимәк, ул һине ҡатыны итеп күҙ алдына килтерә алған. Ир-егет ваҡыт уҙғарырға ғына йөрөгән ҡатын-ҡыҙ менән бер ваҡытта ла был темаға һөйләшмәй.
– Ысынмы? Бына ғәжәп.
– Ысын. Ә һиңә уны ҡойроғонан шаҡара тотоп эләктерергә нимә ҡама-сауланы?
– Ҡурҡыу. Йәшлек дыуамаллығы менән миңә өйләнер ҙә, бөтә яҡындары, туғандары кәмһетә, “суҡый” башлағас, һыуыныр, тинем.
– Ә улар һине кәмһетә инеме?
– Этем белһен, танышып өлгөрмәнем. Әммә яҙмышым шундай булғас, ҡайҙа ҡасаһың? Мин бит үҙемде белә-белгәне кәмһенеп үҫтем. Аҙаҡ, кейәүгә сыҡҡас та, шул уҡ хәл ҡабатланды. Сәғитович ғаиләһе менән дә барыбер шулай булыр ине.
– Һинең кәмһенгәнеңде электән һиҙә торғайным, тик сәбәбен аңлай ал-майым. Һин – бына тигән кешеһең. Булдыҡлыһың, һәләтлеһең, намыҫлыһың... Төҫөңдө әйтеп тә тормайым – бар яҡтан килгән икәнде үҙең дә белә-күрәһеңдер...
– Күрәм, беләм, әммә тоймайым. Мин бөгөнгө көнгә тиклем үҙемде тик Артыҡбикә исеме аҫтында ғына тойҙом. Ни бары Артыҡбикә итеп... Быйыл килеп ул исемде миңә ата-әсәйем биргән икәнен белдем. Ныҡ ауыр булды кисереүе...
– Кисерҙеңме?
– Әлләсе... Кисерҙем, ғәфү иттем һымаҡ. Тик барыбер асыу килә. Ярай, исем – исем инде. Әллә ниндәй холоҡ, әллә ниндәй темперамент биргәндәр бит. Ваҡытында аҡыллы кәңәш итә белмәгәндәр. Шунда уҡыуыма, артыма тибеп булһа ла, ҡабат ебәрһәләрсе?!
– Һаман шул уйҙар менән йәшәгәс, тимәк, кисермәгәнһең. Шулай ҙа һинең уларға үпкәләрлек урының юҡ. Хәҙер дәлилләйем. Һине иң беренсе күргәс тә тәүҙә бик ҡупшы, һомғол буй-һыныңа иғтибар иттем. Аҙаҡ камил, нәзәкәтле йөҙөң иғтибарҙы тартты. Был бит һиңә – атай-әсәйең бүләге. Үҙ-ара әллә күпме ризаһыҙлыҡтары булһа ла, һине донъяға яралтҡанда улар һөйөү йәлләмәгән. Ә кәмһенеүеңдең сәбәбе – тирә-яҡ мөхиттә, әйтергә яраһа, провинция холҡонда. Юҡ, бүлдермә, һинең ауылың матур, кешеләре һәйбәт икәнен, яҡламаһаң да, аңлап торам. Һинең кеүек бер һоҡланғыс затты биргәндәр икән, әлбиттә, ул – иҫ киткес төбәк, бәхәсһеҙ. Әммә минең мәҙәни кимәл хаҡында һүҙ йөрөткөм килә. Мин, һинең телмәр ҡеүәңә ҡарап, кәм тигәндә аспирантура тамамлағандыр, тигән фекерҙә инем. Һин һәр өлкәлә лә мәғлүмәтле, фекер даирәң киң. Һин меццо-сопрано тауышты колоратураһыҙынан да айыраһың. Линотипия менән линог-равюраны бутамайһың. Вольтер менән Вальтерҙы ла, Стендаль менән Сталь айырмаһын да... Һин үҙ мөхитеңдә йәшәһәң, эргәңдәге барыһын да интеллектуаль кимәлең, эрудицияң менән генә түгел, фекер оригиналлеге менән дә һоҡландырыр инең. Ә ауыл-провинцияла аҡыл башҡа үлсәмдәрҙә үлсәнә. Һинең “Онегин”ды ятҡа һөйләүең уларҙа көлкө генә тыуҙыра. Сөнки унда һыйыр тотоу-тотмауың, бесән әҙерләү-әҙерләмәүең, көҙөн ит йыйыусыларға булдыра алған тиклем юғарыраҡ хаҡ менән һата алыуың мөһимерәк. Донъя көтөү, етеш йәшәү кимәлеңә ҡарап, һинең аҡыл ҡеүәң хаҡында фекер йөрөтәләр. Әгәр һин, нәфис буй-һының сәбәпле, салғы, һәнәк-тырма тотмайһың икән, боҙло һыуҙа малдың эсәк-ҡарынын сайҡап йыумайһың икән, һин – йыбытҡы, бер нәмәгә лә эшкинмәйһең. Шулай түгелме ни? Һин, әлбиттә, ауыл ҡатындары өлөшөнә төшкән бар эште лә эшләйһең, шикләнмәйем. Тик һин уға ғына риза түгел. Башҡа бисә-сәсә менән кем нимәне, ни хаҡҡа алған, кем кем менән талашҡан, кем туҡмасты нисә йомортҡаға баҫа, кемдең ҡоймағы йоҡараҡ, кемдең самогоны ҡатыраҡ һ.б. шуның һымаҡ тормоштоң ваҡ-төйәге хаҡында мөһим мәсьәләләр хәл иткәндәй ҡиәфәт менән гәпләшеп ултыра алмайһың. Әлбиттә, улар ҙа быны тоя. Тимәк, һин үҙеңде уларҙан өҫтөн тояһың, тәкәбберһең! Тиҙҙән барыһы ла һине мөрхәтһенмәүен йәшермәй. Эргәләгеләр ситкә типкәс, әлбиттә, һин, аҡыллы кеше булараҡ, сәбәпте үҙеңдән эҙләйһең. Һәм күпселектең фекере өҫтөнгә сыға – шулар күҙлегенән сығып, үҙеңде эшкинмәгән һәм етешмәгән тип уйлай баш-лайһың. Уй ул шундай көслө, – үҙ-үҙеңде тотошоң уйға буйһона. Башҡалар инде һинең тап шундай йүнһеҙ булыуыңа шикләнмәй. Быны, беләһеңме, нимә менән сағыштырып була? Күҙ алдыңа килтер: мәҫәлән, торнаны. Улар үҙ мөхитендә, тәбиғәттә бейеһен – иҫ киткес гүзәл, һоҡланғыс күренеш! Ә ауылға, һарайға килтереп япһаң, нимә була? Ни ашарға ите юҡ, ни мендәргә йөнө юҡ! Көн һайын йомортҡа һалған тауыҡ ул ғорур ҡоштан мең ҡат артыҡ һәм файҙалы! Бына һин дә шулай – үҙ мөхитеңдә булмағас, үҙеңдең ысын баһаңды аңламай-һың. Ябай кешегә көмөш менән алюминийҙың бер айырмаһы ла күренмәй. Ҡиммәтле металдың һиммәтен оҫта ювелир ғына айыра. Ауыл кешеһенә ҡара аҡыл, хәйләкәрлек килешә. Ә һиңә үҙ мәнфәғәтеңде яҡлау хас түгел.
Сәғитович менән булған хәлде генә ал. Һин бит уның менән осрашыуҙан үҙеңә әллә күпме файҙа һыға алыр инең. Уның бер шылтыратыуы етер ине – һине эштән сығарыу түгел, хужаның йомшаҡ креслоһына ҡәҙерләп ултыртып ҡуйырҙар ине. Ә һин бөтә ауылдың киләсәген уйланың да үҙеңде оноттоң. Әгәр һеҙҙе көслө хистәр бәйләмәгән булһа, һин, ике лә уйламай, унан бағымсы яһар инең. Тик был уй һинең башыңа инеп тә сыҡмай. Юҡ, алйот булғаның өсөн түгел. Һин – ныҡ, бөтөн шәхес. Берҙән-бер мөхәббәтеңдең һөйәркәһенә әйләнеү – үҙеңде, үҙ хистәреңде ваҡлау, китекләү булыр ине. Уның тормош юлдашы булып, кисерәсәк шатлыҡтарын ғына түгел, бәлә-ҡазаларын да уртаҡлаша алмағас, һирәк-мирәк түшәк кенә бүлешеүгә һин бер ҡасан да риза булмаясаҡһың. Ризалашыр булһаң, иреңдең вафатына биш йыл тулғанын көтөп тормаҫ инең, күптән инде донъя көтөргә аҙ-маҙ файҙаһы тейерҙәй ир-егетте йортҡа керетер инең. Эсеү яғына йомшаҡ, тип берәүһен ҡыуып сығарыр ҙа икенсеһенә, өсөнсөһөнә барыр инең. Ә һин по рукам китмәгәнһең, китмәҫһең дә. Сөнки, һәр шәхескә хас булғанса, һин кеше фекеренә түгел, үҙ намыҫың тауышына ғына ҡолаҡ һалаһың. Һиңә Хоҙай Тәғәлә ысынлап та күп һынау биргән. Алда тағы ла зәһәрерәктәре булыр. Әммә мин һинең намыҫыңа хыянат итмәҫеңә ышанам. Ул һынауҙы ла үтһәң, мотлаҡ бәхетең асыласаҡ! Шәрифә апайың күпте күргән, ышан. Һинең өйөң яныуына ҡайғырыу түгел, хатта шатланам да. Белгең килһә, ул һинең ситлегең ине. Өйөм, донъям тип, тирә-яҡҡа күҙ ҙә һалмай башлағайның. Ә хәҙер һин ирекле, бер ни ҙә бәйләп тормай – ос та кит, ҡанаттарыңды йәйеп. Үҙ юлыңды тапҡас, аяҡҡа баҫҡас, ҡайтырһың төйәгеңә. Башыңды ғорур тотоп ҡайтырһың!
...Автобустағы ике сәғәт башта ҡайнаған уйҙарҙы рәткә һалырға маташып үтте. “Ирекле”, имеш... Әсәй унда сираттағы тәпене әҙерләп ҡуйҙы бит инде. Тыңламаһаң, дошман булаһың, барыр ер ҙә юҡ. Сығып китһәм, тик мәркәзде генә һайлар инем, ә ул бик ҡиммәтле ҡала. Эш, торлаҡ табыу... Был проблемаларҙы хәл итеү өсөн күпме аҡса кәрәк! Ә минең бит әле тамаҡтарын туйҙырырға, өҫтәрен бөтәйтергә ике улым бар. Уларҙы кемгә ышанып ҡалдырайым? Ҡалаға уҡырға биреү хаҡында уйлайһы ла түгел. Исмаһам, фатирлы туғандар булһасы... Шулай ҙа Шәрифә апай бер нәмәлә хаҡлы: тыуған яҡтан, нәҫелдән бөтөнләйгә күңелем ҡайтмаҫ элек, китергә кәрәк. Беҙҙә талантлы кешеләр күп тыуа. Әммә уларға кәмһетеүле ҡараш йәшәп килә. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та: берәү бөтә тапҡан-таянғанын хәмер эсеүгә бөтөрә икән, был нормаль хәл итеп ҡабул ителә. Ауылда ундайҙар аҙым һайын, иҫ тә китмәй. Ә кемдер бөтә тапҡан аҡсаһын үҙе уйлап тапҡан вертолет өсөн запчастар табыуға бөтөрә икән, уға бөтә ғәләм аптырай һәм “иҫәр”ҙән һалдыра... Ҡайҙа ул ғәҙеллек? Бөтә ғүмереңде үҙ-үҙеңде юҡ итеүгә, түбән тәгәрәүгә йүнәлтһәң – ғәҙәти хәл. Ә үҙеңде камиллаштырырға, һәләттәреңде асырға тырышаһың икән, хыялдарыңа хыянат итмәйһең икән – һин ахмаҡ һәм кәмһетелеүгә дусарһың! Минең бер апайым бар. Тауыш мөмкинлектәре иҫ киткес – дүрт октава! Йырсы юлынан китһә, бығаса опера примадоннаһы булып, сит илдәрҙә балҡып йөрөр ине. Ҡатлы-ҡатлы регалиялары, дан исемдәре булыр ине. Әммә уны ла патриотизм харап иткән. Ул ябай ғына балалар баҡсаһы йыйыштырыусыһы булып эшләй. Ситтә уҙған конкурстарҙа дипломдар яулап ҡайта. Ә үҙебеҙҙә... Ни өсөндөр сәхнәне “һайт-туйт тәритә, тас-биҙрә-кәритә” көйөнә арлы-бирле һупалаған уртаҡул ғына һәләтле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре биләп ала... Бына шулай. Апайым хәҙер ҡайҙалыр ҡатнашырға үҙе лә ынтылмай. Уның ҡанаттарын семтей-семтей, ҡаурыйҙарын берәмләп йолҡоп, осмаҫҡа мәжбүр иттеләр. Ул хәҙер ағас башында һандуғас булып һайрамай, моңһоҙ тауыҡтар төнәгенән юғарыраҡ күтәрелмәҫкә дусар. Кемгә фай-ҙа? Кеше – барыбер ҡаты бәғерле йән эйәһе. Минең ҡәйнәне генә ал. Әллә ҡайҙағы ҡыш булмаған йылы илдә йәшәгән, оло-ҡара йорт хужабикәһенең берәй йәп-йәш егеткә мөхәббәтенең башҡалар тарафынан аңлап ҡабул ителмәүенә, “бахыр”ҙың кисергән “ауырлыҡтары”на ах та ух килеп ҡайғырып, бөтөнләй таныш түгел бәндәләрҙе йәлләп, бөткөһөҙ сериалдарға текләп илап ултыра. Ә эргәһендә генә үҙ ейәндәре атайһыҙ, йортһоҙ, әйтһәм әйтәйем инде, хатта бала саҡһыҙ (!) тороп ҡалһын – иҫе лә китмәҫ. Ярҙам итеү түгел, етемдәрҙең ауыҙынан йолҡоп тигәндәй алыуын белә. Йорт өсөн күпме судлашырға тура килде, малды әйтәһе түгел – улының етеһен уҡытыр-уҡытмаҫ ҡыуып алып ҡайтты. Ә ауылда бер кем дә уның битенән алмай, оялтырға маташмай. Сөнки “килен кеше – кәм кеше, алабайға тиң кеше”. Бөгөн ире үлгән икән, ҡырҡын да үткәрмәйенсә икенсегә барасаҡ һәм теттереп йәшәүен дауам итәсәк. Рәсим йыйған донъяны икенсе берәү итектәре менән тапаясаҡ, мөлкәтенән файҙаланасаҡ. Әсә улын юғалтҡанда, килендең рәхәт йәшәргә ни хаҡы бар? Балаһының донъяһының бер өлөшөн генә булһа ла кире ҡайтарырға маташа икән, кем әсәне хөкөм итә ала? Әсәйҙең улын юғалтыу ҡайғыһы менән бер ни ҙә ярыша алмай! Барыһы ла шул позицияла тора һәм ҡәйнәнең ҡылығын аҡлай, яҡлай. Мин гел отошһоҙ яҡта, гел! Ҡайҙа ул ғәҙеллек?
Әлеге ситуацияны ал. Әсәй, үҙенсә миңә изгелек теләп, арыу ғына кешегә бирмәксе. Бер яҡтан, ул хаҡлы: йортһоҙ-йыһазһыҙ, эшһеҙ-килемһеҙ ике балалы бисәне өс-дүрт бүлмәле йорто, урындағы биле ныҡ эшҡыуарға биреү насармы? Етмәһә, ситкә алимент түләмәгән, башҡа вариҫтары булмаған бәндәгә? Ә мин, үҙемдең бахыр хәлемдә, шул тиклем отошло урындан баш тартам. Әсәһенең изге-легенә рәхмәтһеҙлек менән яуап биреүсе ҡыҙҙы нимә тип әйтәһең? Йә-мәғәтселек – тәбиғи – әсәне яҡлаясаҡ, мине аш менән атҡанға таш менән бәреүсе тип ҡәһәрләйәсәк. Тағы ла отошһоҙ яҡта ҡалам. Беренсе тапҡыр, кеше һүҙенән ҡурҡып, алйотлоҡ эшләгәндә – Рәсимгә кейәүгә сыҡҡанда мин үҙ бәхетем алдында ғына яуаплы инем. Йәшлегемә барып хата эшләнем. Әммә әле, ун йылдан һуң тырмама ҡабат баҫмаясаҡмын – яратмаған кешегә бармаясаҡмын. Был ғәҙел булмаясаҡ, ул әҙәмгә ҡарата ғәҙел булмаясаҡ. Ниңә ул үҙ көсөн, байлығын, ғүмерен сит балаларға, үҙен бер ҡасан да яратмаҫ ҡатынға арнарға тейеш? Был да ғәҙелһеҙлек тәһә. Ә, икенсе яҡтан, мин ниңә ярыҡ ялғаш янында ҡалырға тейешмен? Ниндәй гонаһтарым өсөн? Рәсимгә хыянат итеп, типтереп йөрөмәнем, ғәйбәт сәйнәп кеше араһын бутаманым, кеше әйберенә ҡул һуҙманым, ыҙа-михнәттәремде хәмергә батырманым... Уф, баштар ҡатты. Алтын башлы ғалим-философтар ҙа был донъяны төшөнмәгәнде, мин генә асыҡлап бөтә алмам. Йәшәргә кәрәк, бары шул ғына.
Оло-оло пакеттар тотоп ҡайтып төшкәс, ишеткән хәбәргә иларға ла, көлөргә лә белмәнем. Бер кемгә әйтмәй-нитмәй ҡапыл сығып киткәс, өйҙә юҡлығымды ла белмәйенсә, кейәүләргә килгәндәр, бәй. Һүҙҙең айышын аңлағас та, ике улым ике яҡтан “кейәү балаҡай”ға ташланғандар: “Беҙҙең әсәй йәш, матур, ә һин ҡарт, уны һиңә бирмәйбеҙ, белдеңме!” Теге бахыр, “уландары бигерәк уҫал, дүрт-биш йылдан үҙеңде туҡмарға ла ҡарап тормаҫтар” тип шикләнепме, ҡойро-ғон һыртҡа һалған.
Бығаса “бәпкәләрем” тип яратҡан балаларымды хәҙер “бөркөттәрем” тип маҡтаным. Яҡлаусым юҡ, тип юҡҡа көйәм – ана бит, бер түгел, ике яҡлаусым, быуынға ла ултырмайынса, мине бәләнән йолорға эшкингәндәр, вәт, әй! Әсәй, әлбиттә, ниәтенән ҡайтмағандыр, әммә бер нисә ай тыныслыҡ булыр. Шул арала берәй ҡарарға килергә кәрәк.
Яҙмыш тигән нәмә арты менән тороп арып китте, буғай, – миңә йөҙө менән боролдо. Йөҙө, нисек кенә сәйер булмаһын, ҡәйнәм төҫөндә булып сыҡты. Биш-алты йыллап аяҡ баҫмаған тупһаны, мәңге булмағанса, күстәнәстәр, бүләктәр тотоп аша атланы. Тәүҙә һөйләшеү көсәнеү аша барҙы. Йүнле һүҙ ишетеп өйрәнмәгәс, мин ныҡ һағайҙым. Ә уға выждан борсоуы тәбиғи һөйләшергә ҡамасаулай ине. Йылдар буйы күтәрелгән нығытманы бер сәғәттә һүтеп бөтөүе мөмкин дә түгел. Шулай ҙа уртаҡ ҡайғыртыу – балаларҙың киләсәген уйлау аңла-шыуға юл асты.
– Ҡаҡтым, ҡыйырһыттым, килен, бер һүҙең дә булманы, рәхмәт. Һинең алдағы ғәйептәремде кисер. Бала ҡайғыларын күрһәтмәһен үҙеңә. Зиһенем томаланып, нахаҡҡа ла ҡыйырһыттым. Рәнйегән булһаң да, сал сәстәремде хөрмәтләнең – яуап итеп рәнйетмәнең. Рәсимдең рухын мыҫҡыл итмәнең, балаларҙы ситтәрҙән ҡаҡтырманың. Барыһы өсөн дә рәхмәт. Инде хәҙер тормошҡа сығырға, урынлашырға уйлаһаң – беҙҙән фатиха. Бәхетле бул, балаларыңдың изгелеген күр, тәүфиғыңдан яҙма. Һинән ризабыҙ, фатихабыҙҙы бирәбеҙ. Хоҙай Тә-ғәлә тәүфиғыңды биргән, инде килеп бәхетеңде лә бирһен...
Өҫтөмдән тау-тау йөктәр ишелеп төштөмө ни... Ҡәйнәмде ҡосаҡлап иларҙай булдым. Фатиха! Бына нимә етмәгән миңә! Бына нимә етмәүе бәйләп тора ата йортона. Мин уларҙан үҙ тормошом менән йәшәргә фатиха, фатиха көтәм...
Яҡшы хәбәрҙәр бының менән генә бөтмәне әле. Ҡәйнәмдең апаһының улы ҡайтып төшкән. Уны мин белмәйем – ул беҙҙең туйға ла ҡайтмағайны, хәрби кеше. Балаларым менән осрашырға, танышырға теләк белдергән.
– Үҙ ваҡытында Рәсимгә ярҙам итмәнем, исмаһам, балаларына ҡулдан килгәнен эшләйем, – ти.
– Төшөргәндәрме әллә?
– Эйе, хәҙер министрлыҡта түгел, ниндәйҙер бер гимназиямы-нәмәме директоры, ти.
Рәсим ағаһына бик рәнйей торғайны. Берәүгә килешкән хәрби тормош икенсегә һәләкәтле булыуы мөмкин. Бер нәҫел балалары шулай айырылыр, тип кем уйлаған. Береһе, ана, полковник, икенсеһе иһә, әрменән алып ҡайтҡан күңел яраларына түҙә алмай, үҙенә ҡул һала... Ярар, ғәйебен юйырға теләгән кешегә мөмкинлек бирергә кәрәк. Осрашһындар әйҙә. Өләсәйҙәре бүләк итеп алып килгән кейемдәрҙе шатланып кейеп сығып йүгерҙе ҡолонсаҡтарым. Атай яҡлап ту-ғандарҙың ситләтеүенә үҙҙәрен бик мәхрүм тоялар ине, һәйбәт булды. Әсәйемдең дә йөҙө бермә-бер асылды. Бер ауылда йәшәп, берен-бере ҡунаҡҡа, сәйгә саҡырышып, гәпләшеп йөрөмәү рәхәт тиһеңме ни ҡоҙағый булған кешеләргә...
Бабайҙары менән танышыуға бик ҡәнәғәт булды балалар.
– Әсәй, уҡырға шунда барабыҙ! – тип ҡайттылар.
Киләһе ай документтар юллап үтте. Малайҙарҙың өлгәшеү күрһәткестәре артынан йөрөйһө, комиссия үткәрәһе һ.б. Ҡайнаға ихлас, шәфҡәтле кешегә оҡшаған. Бәғзе берәүҙәрҙе вазифаһынан төшөрһәң, кешегә оҡшап ҡала…
Әсәй башҡаса кейәүгә сығыу хаҡында һүҙ ҡуҙғатып бәғеремде телмәй. Уҡыу йортон ҡарап, документтар тапшырып ҡайтҡас, хатта:
– Ярай, бәлки, улдарың янына үҙең дә сығып китерһең әле. Ҡалала эш табыла, ите-бәрәңгеһе менән беҙ ҙә, ҡоҙағый ҙа ярҙам итә ала… – тип ысҡындырҙы.
Үҙем дә был турала ныҡлап уйлай башлағайным инде. Тик минең мәркәз тарафына ғына юлланғым килә шул. Яҙмышым мәркәздә селпәрәмә килгәйне, шунда бөтәйһә, ғәҙелерәк булмаҫ инеме ни? Мәшәҡәттәрҙең күплеге менән Рушаннаға ла шылтыратҡан юҡ. Әгәр ул эш белешә торһа, танышлыҡтарын эшкә екһә…
Ҡотто осороп телефон шылтыраны: Рушанна. Тауышы ҡалтырап сыға. Ауыры төштө микән әллә?
– Юҡ, миңә бер ни ҙә булманы… Балалар ҙа имен-аман… Өлкәрем аварияға эләкте… Бер йылһыҙ аяғына ла баҫа алмаҫ, тинеләр. Әллә күпме операция кәрәк. Һөйәге селпәрәмә килгән, ти… Ни генә эшләйем икән, Тамара? Баш ҡатҡан. Ныҡ ҙур кредит алғайныҡ…
– Хужабикәң ярҙам итә алмаймы? Мөнәсәбәтегеҙ яҡшы ине бит.
– Ул бизнесты һатып, Мәскәүгә күсте. Миңә бында эште почти с нуля башлайһы бар. Уныһына түҙер инем… Өлкәрем бәрелгән машина ниндәйҙер крутой шишканыҡы булып сыҡҡан. Армайҙары өҫкә менеп килә, үҙе менән һөйләшеп килешеп булмай… Минең бәйләнештәр ярҙам итерлек түгел. Тамара, ни эшләйем икән? Әллә ауырымды төшөрәйемме икән? Өлкәрҙе лә, балаларҙы ла ҡарарға кәрәк, аҡса табыу минең генә елкәлә була бит хәҙер?..
– Ул турала ауыҙ ҙа асма, Рушанна. Бала үҙ ризығы менән тыуа. Етмәһә, аборт ваҡыты уҙҙы бит һинең. Төшөрәм тип, үҙеңдең зәғифләнеүең бар. Аллам һаҡлаһын. Моғайын, берәй сара табылыр. Туғандарың беләме?
– Уныҡылар белә, ҡәйнә сеңләп-шыңшып нервыны бөтөрҙө инде. Минекеләр белмәй, һин дә әйтмә, йәме. Үҙең беләһең, минекеләр һуңғы һыйырына тиклем һуясаҡ, һуңғы ыштаны ҡалғансы бөтә нәмәне һатып бөтәсәк, әммә миңә ярҙам итмәй ҡалмаясаҡ. Ә минең бурыс ҙур. Уларҙыҡы менән генә йырып сығырлыҡ түгел…
– Уф, Рушанна… Исмаһам, минең дә хәлдәр мөшкөл… Тороп тор… Әле бер нәмә иҫкә төшөп тора, Рушанна, һин, давай, танау төшөрмә. Нисек тә һиңә ярҙам итергә тырышырмын, иҫән булһам.
Үҙем өсөн тигәндә уйҙарҙың осона сыға алмаһам да, Рушанна тигәндә башым компьютер урынына иҫәп-хисапҡа тотондо. Минең дә мал самалы-самалыһын… Килер керем дә күренмәй. Һыйыр менән башмаҡты, берәйһе менән килешеп, һатып ебәргәндә? Әле ит ваҡыты түгел, хаҡы юғары… Туҡта, ә делянка? Өй һала алмаҫым билдәле. Ирҙәр һымаҡ, бура һатып аҡса эшләй алмайым. Әммә… Әммә ағас эше менән аҡса һуға белгән кешеләрҙе беләм түгелме ни? Бығаса уйлап та бирмәгән диләнкәне юллап алдым. Милицияларҙың ипләп аңла-тыуы ярап ҡалды. Тейешле нәмәне ниңә юлламаҫҡа? Етмәһә – бушлай. Эшҡыуар менән генә оҙаҡ сыйышырға тура килде. Күҙен дә йоммай:
– Илле мең бирәм. – ти.
– Йөҙ илле! – тинем, тыныс һәм ҡаты итеп. Оҙаҡ ҡына бәхәсләшкәндән һуң, уртаҡ фекергә киленде. Әллә ни күп тә аҡса түгел икән ул. Кескәй сумочкама һыйып тора. Исмаһам, тышы ла ҡабармай…
Ҡапыл ғына туғанлыҡ хистәре уянған ҡайнаға ярҙамы менән малайҙарҙы уҡырға урынлаштырғас, шул ыңғайҙан Рушанна янына барырға автобусҡа ултырҙым. Балалар өсөн йөрәк һыҙлай. Ят ер, ят кешеләр, ят мөхит… Ни эшләрҙәр, өйрәнерҙәрме? Йонсоһалар, ни эшләрмен? Кире алып ҡайтырға үҙемдең дә баш тығыр ерем юҡ. Булған аҡсама бәләкәс йорт ала алыр инем, әлбиттә… Тәҡдим ителгәненә күңелем ятмай, оҡшарҙайына – кеҫә һайыраҡ. Хәйер, иң яҡын әхирәтем ут йотҡанда, минең дә тамағыма аш бармай шул.
– Уф,Тамара, әл дә килдең! – Бәпес йыуатҡандай, Рушаннаның сәсен һыйпап ҡосаҡлап торам. Бөтөнләй төҫө ҡасҡан бисараның. Эсе саҡ ҡына ҡалҡа башлаған. Күҙ төптәре күгелйем. Ни ашай алмай, ни йоҡлай алмай сабауыллап тик йөрөйҙөр инде. Хәлдәрен һорашам.
– Бурысҡа алыр ерҙән алып бөттөм. Ике операция булды. Реабилитация тигәне бик оҙаҡҡа һуҙылыр, тиҙәр. Ҡайнымдар, шыңшый-шыңшый булһа ла, машиналарын һатты. Теге бәндәгә ярты бурысты түләнем. Тик бына кредитты ҡапларға ғына хәлдән килмәй.
– Ниндәй кредит һуң ул? Фатирыңды әйтәһеңме?
– Юҡ, фатирға түләп бөтә яҙғайныҡ инде. Эй, Тамара, һиңә һөйләмәнемме ни? Хужабикә бит бизнесты… миңә һатты! Әҙерәк йыйған аҡса бар ине. Фатирҙы залогҡа һалып, кредитҡа аҡса алдыҡ банктан. Өлкәрҙе, үҙең беләһең, ике ерҙә аҡсаны ҡайырып эшләне, шуға икеләнмәнем дә. Хәҙер килеп– шундай фажиғә… Фатирһыҙ ҙа, бизнесһыҙ ҙа ҡалам бит. Тамара! Ней Өлкәрем шундай хәлдә…
Бына һиңә мә! Миңә ярҙам итә алған берҙән-бер кешем ни хәлгә тороп ҡалған!
– Бизнесың таралып төшмәгән, ниңә ҡайғыраһың? Бығаса уңышлы эшләгәнде, дауам итә алмам тиһеңме ни?
– Әйттем бит, теге шишкаға тағы йөҙ мең түләйһе бар. Йәнә Өлкәрҙе дауалауға буйтым аҡса оса. Зәғиф ҡалдыра алмайым да инде мин уны? Авария арҡаһында банкка иғәнә түләүҙе кисектергәйнем, хәҙер улары миңә йыртҡыстай ташланды. Ҡыҫҡаһы, бизнестың доходы бинаны арендалауға, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡына, косметик материалдар алыуға, банкка иғәнә ҡайтарыуға саҡ етә. Теге хайуан көндән-көн сумманы арттыра бара, әйкәйем. Ә миңә ғаиләне аҫырарға кәрәк, мәктәп тә хәҙер ике балаға аҡса һура башлаясаҡ. Әле мин шундай ситуацияла, Тамара, ҡыл өҫтөндә генә торам. Әгәр аренда хаҡын, йә косметик материалдар хаҡын, йә электр хаҡын арттырһалар – бөттөм, тәгәрәйем аҫҡа. Унда инде эш хаҡын тотҡарлаясаҡмын. Оҫталарым конкуренттарға берәм-берәм ҡаса башлаясаҡ. Үҙҙәре артынан клиенттарҙы переманить итәсәктәр. Унда инде банкка процент түләй алмаясаҡмын, улар фатирҙы тартып аласаҡ…
Ҡот осҡос. Рушанна – минең сибәр, аҡыллы, һәйбәт әхирәтем – өс бала, зәғиф ир менән урам буйында тороп ҡаласаҡ! Ҡот осҡос! Дуҫыма түгел, дошманыма ла ундай яҙмыш теләмәҫ инем мин. Был ситуацияла мин килтергән аҡса – батып барған кешегә һалам бөртөгө ырғытҡан һымаҡ ҡына инде. Исмаһам, теге шишкаһына бурыс биреп бөтөрлөк булһасы.
– Беләһеңме, Тамара… Һиңә ярҙам кәрәккәндә, булған аҡсаларымды бирмәгән өсөн Хоҙай язаланы микән әллә мине? Өйөң янғас, уйланып та ултырғайным, Өлкәр менән дә кәңәшләштем. Ул: ”Улай ярҙам иткең килгәс, лутсы бизнесыңа компаньон итеп ал. Мохтажлыҡтан да тартып сығарырһың. Үҙеңә лә, декретҡа киткәс, ышаныслы кеше кәрәк буласаҡ”, – тине. Балыҡ биргәнсе ҡармаҡ бирһәң, арыуыраҡ түгелме ни? Уйлап ҡараным, килештем. Һиңә сюрприз әҙерләй инем, ә ул бына ниндәй сюрприз килеп сыҡты… Мин һине өйлө итә ала инем, ә хәҙер үҙем өйһөҙ ҡалыу ҡурҡынысында. Тамара, йә әйт әле берәй һүҙ, йә тот та әрлә.
– Әрләргә башҡа ла килмәнесе. Ярар, өй алып бирер инең, ти. Һиңә бурысты нисек ҡайтарырға тип, ҡара ҡайғыларға батҡан булыр инем. Ни арыу аҡса килерлек эш юҡ, ни бай ирем юҡ, тигәндәй… Юҡ, Рушанна, Өлкәр шәп кәңәш биргән. Балығы кәрәкмәй, лутсы ҡармаҡ эшләргә өйрәт.
– Тимәк, мин яңылышмағанмын, тип уйлайһың?
– Моғайын. Мин дә хаталанмайымдыр… – Уға пачка-пачка аҡса тотторҙом. – Ғәфү ит, ошонан башҡаһы юҡ.
Хәҙер инде Рушаннаның күҙе шаҡмаҡ.
– Һин нимә, бетеңде һатып байыныңмы әллә, урларға ҡулыңдан килмәй-килеүен…
Ҡыҫҡаса ғына аҡсаның айышын һөйләп бирҙем.
– Тормош килтереп терәһә, һин дә өҙгөс кенә икәнһең, Тамара, маладис. Минең өсөн күҙ терәп торған нәмәңдән дә яҙғас, былай итәбеҙ…
Шулай итеп, уйламағанда-көтмәгәндә, мин матурлыҡ салонының ад-министраторы булып киттем. Башта эш хаҡы хаҡында уйларға ла мөмкин түгел ине, әлбиттә. Нисек тә конкуренция диңгеҙендә батмаҫҡа, “кәмә”не һаҡлап ҡалырға кәрәк. Өлкәрҙе йорт тәрбиәһенә ҡайтарғансы, Рушаннала йәшәп торам, тип хәл иттек. Минең аҡсалар теге “крутой”ҙың кеҫәһенә кереп ятты. Тәгәрмәс эсендәге тейен кеүек йүгергеләп, шау-шыулы ҡала тормошонда әйләнсекләүгә, ауылдан мине таптыра башланылар. Юҡ ваҡытты бар итеп, ауыл яғына ың-ғайларға тура килде. Бер ай. Ни бары бер ай, ә минең тормош аҫты өҫкә килде. Өҙөлөп һөйгән тауҙарымдан, урмандарымдан ҡутарылып сыҡтым да киттем. Ҡанатымды йәйеп, ҡурсалап торған улдарымды әллә ҡайҙа ебәрҙем. Дөрөҫ эшләнемме икән? Белмәйем. Ауылда ни, ҡалала ни – барыбер кеше тупһаһында йөрөү, барыбер бурыс ҡапларға аҡса еткерә алмау. Айырма юҡ та һымаҡ, бер яҡтан. Икенсе яҡтан… Икенсе яҡтан, үҙемде бик кәрәкле кеше итеп тойоуым, бер ни тиклем ҡотҡарыусы ролендә йөрөүем күңелгә рәхәтлек бирә. Ял көндәрен күрелмәһә лә, элекке шикелле бойоғоп, тынғы тапмай йөрәкһеүем юҡ. Рәхәтләнеп йоҡлайым, яҡшы ашайым, кәйефем һәр саҡ күтәренке… Рушаннаға ла төшөнкөлөккә бирелергә ирек ҡуймайым. Ҡайһы саҡ көлөп тә ала: “Беҙ ролдәребеҙҙе алмаштыҡ, буғай. Элек мин һине тартҡылай торғайным. Хәҙер һин – мине…”
Өйҙәгеләр менән бер-бер хәл булдымы икән, тип борсолһам, силсәүит эҙләтә булып сыҡты. Райондағы ниндәйҙер контора таптыра, ти. Ғәжәпләндем, шулай ҙа биргән адрес буйынса эҙләп киттем. Нотариус булып сыҡты. Барлы-юҡлы гонаһтарымды барлап сыҡтым. Мираҫ мәсьәләһе буйынса ҡайны-ҡәйнәләр менән хәлдәр асыҡланып бөткәйне, буғай. Инде янған өйҙөң хаҡын түләтмәксе микән әллә берәй әкрәбәләре, тәүбә-тәүбә… Ләкин ишетәһеләрем уйлағандан да шаҡ ҡа-тырғыс ине. Баҡтиһәң, мин… апаруҡ ҡына милек хужаһы икәнмен! Миллионерша!
Күктән төшкән байлыҡты миңә… Мөнөй әбейем ҡалдырған булып сыҡты. Юғары пенсия алалыр, тип фараз иткәйнем-итеүен… тик ҡиммәтле ҡағыҙҙарға һалынған булыуын?! Нисек итеп ул төпкөлдә ятҡан әбейҙең илдең байтаҡ өлөшөн төп башына ултыртҡан “ваучер” тигән нәмәне ваҡытында дөрөҫ файҙалана белгәненә ышанырға? Ул бит нотариусты ла саҡыртып, кәрәкле документтар эшләтә белгән!!! Миңә инселәнгән конверт эсендә бер генә һөйләм: “Һин үҙең – бәхет!” Башҡа ҡапыл ишелеп төшкән информациянан шаңҡып, ауылға ҡайт-тым. Әсәй ҡарсыҡ минең бер баҡса бәрәңгемде лә ҡаҙҙырып ҡуйған.
– Сығып китеүең ошомо, әллә ҡайттыңмы? – ти.
– Һин ҡайһыһын теләр инең? – Һорауға һорау менән яуапланым.
– Кеше булған кешелә
мең кешенең эше бар.
Кеше булмаған кешелә
кешенең ни эше бар?
Әсәйемдең фәлсәфәүи шиғырҙар белеүен бөтөнләй ишеткәнем юҡ ине, хатта аҙап ҡалдым. Шуның һөҙөмтәһендәлерме, үҙемдән дә туҙға яҙмаған һорау ысҡынды:
– Әсәй, ә һин теге ваучер тигән нәмәләрҙе нимә эшләттең ул?
– Эй-й, аны… Шул “Восток” тигәндәре алданы лаһа ярты ауылды… Әй, туҡта… Һинекен бит Мөнөй инәй инәлеп-ялбарып һорап алды, буғай. Әллә, ҙурайғас үҙенә бирәм, тинеме… Нимәлер әйтте, онотҡанмын.
Аһ, Мөнөй әбей!.. Эх, Мөнөй әбей. Баш китерлек эштәр ҡылырлыҡ йөрәк тә булған үҙеңдә! Йөрәк тә булған, баш та! Әрәм генә иткәнһең ғүмереңде… Әллә кем булып, ил инәһе булып йөрөргә лайыҡ кеше булғанһың һин! Тик үҙең генә ваҡытында аңламағанһың… Бәлки, мин дә ҙур-ҙур эштәр атҡарыр өсөн тыуғанмындыр, тик үҙем һаман аңламайымдыр? Нимә тине әле Шәрифә апай: “Ҡанатыңды бар мөмкинлегенә йәйеп ҡағырлыҡ иркенлеккә сыҡмағанһың, шуға үҙеңде килбәтһеҙ өйрәк бәпкәһе кеүек тояһың…”
Шулай ҙа нимә эшләргә миңә? Был күктән төшкән байлыҡ бит бөтә проблемаларымды хәл итә. Янған нигеҙемә яңы йорт күтәреп, акцияларҙың процентына ай һайын зарплата алыусыларҙан күберәк аҡса алып, типтереп йәшәй алам… Улдарыма ялдарын өйгә ҡайтып уҙғарырға мөмкин. Әсәй ҡырына, йорт йылыһына һыйынып… Әлеге кеүек кеше мәрхәмәтенә күҙ төртөп йәшәү түгел инде. Бер туған апаһының улы Рәсимгә ярҙам итмәгән әҙәм уның улдарын ҡанат аҫ-тына оҙаҡҡа һыйындыра алырмы? Ай-һай, шикле. Яндарына күстәнәстәр тейәп барып килергә кәрәк… Әгәр ҙә етемәктәремде ул-был йәберләүҙәре тойолһа, алып ҡайтырға! Хәҙер инде әҙәм бахыры булып йәшәргә түгел, мөмкинлектәр бар…
Кесе ҡолонсағым нескәрәк күңелле, хислерәк шулай ҙа. Күҙҙәре шәмәреп тора һымаҡ. Олоһо ҡатҡыл. Ҡустыһына ла ебеп төшөргә ирек бирмәй. “Барыһы ла яҡшы, әсәй,” – тип кенә тора. “Һағынмайһығыҙмы, ҡайтҡығыҙ килмәйме?” – тиеүемә:
– Түҙәбеҙ, түҙәсәкбеҙ. Беҙҙең ҡайтыуҙан үҙебеҙгә лә, ауылыбыҙға ла бер файҙа юҡ. Беҙ үҫкәс, һөнәр алғас ҡына ҡайтабыҙ. Ауылыбыҙҙы матурларға, байытырға ҡайтырбыҙ. Һин, әсәй, беҙҙең өсөн борсолма. Һиңә ҡыйын булһа, беҙгә лә ҡыйын. Һиңә рәхәт булһа, беҙ ҙә шат, – тип яуапланы.
Әсәйҙең һүҙҙәрен фатиха итеп ҡабулларға була, улымдыҡын да. Улдарым эргәһенән туп-тура тағы мәркәзгә юлландым. Мин булмаған өс көн эсендә бында – мәхшәр. Рушаннаны дауаханаға һалып ҡуйғандар. Артыҡ көсөргәнештән ауыры түбәнәйгән. Башланғыста уҡыған ике ҡыҙ бала фатирҙа япа-яңғыҙ ҡалған. Икеһе ике яҡтан ҡосағыма һырылды. Ҡурҡышып бөткәндәр, бисараҡайҙарым. Улар миңә үҙемдеке һымаҡ. Инде нисәнсе тапҡыр Рушаннаға көнләшеп ҡуям. Минең дә ошондай ҡыҙым булһа, наҙларға өйрәнгән булыр инем, моғайын. Ана бит, әхирәтемдекеләр өсөн генә лә борсолоп йөрәгем сығып бара. Хәлемдән килһә бөтә килер бәләләрҙән дә ҡурсалап торор инем.
Әлдә бер көнгә һуңыраҡ килмәгәнмен. Ике оҫтабыҙ эштән сығырға ғариза биргән. Осто-осҡа саҡ ялғаған мәлдән файҙаланып, конкуренттар юғары хаҡҡа әүрәтә башлаған икән. Белгестәрҙең яҡшылары ғына йыйылғайны шул салонда. Урынлашҡан урыны ла уңайлы – үҙәктә. Бина хужалары аренда хаҡын күтәргән, етмәһә. Бер проблема килһә, ҡапҡаңды киңерәк ас, әтеү сираттағылары емереп ҡуйыр. Минең алдыма тағы еңел булмаған һайлау килеп баҫ-ты. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ниңә миңә ошо предприятиеға көс һалырға? Уның хужаһы түгелмен, уға мохтажлыҡ та юҡ хәҙер. Ҡулда аҡса бар, әйҙә, йорт һатып ал да үҙең теләгәнсә йәшә. Шәхси тормошто яйға һалыуҙы уйлаһаң да гонаһ түгел. Йәш бит әле мин. Ғүмер буйы үҙ хыялдарымдың боғаҙына баҫып йәшәнем дә һуң? Инде хәҙер теләгәнемде кейеп, теләгәнемде ашап, үҙ көйөмә йәшәргә хаҡым юҡмы ни? Әхирәтемә ярҙам ҡулы һуҙҙым, һуҙманым түгел. Әле бизнесы та-ралып төшмәҫ элек, берәйһенә һатып ебәрһә, ирен дауаларға ла, балаһы тыуғансы йәшәргә лә аҡсаһы була. Тимәк, уның алдында ла йөҙөм яҡты – мохтажлыҡта ташлап китмәйем. Ниңә тызырайырға, борсолорға, нервы бөтөрөргә?
Ә икенсе яҡтан… Рушаннаның ғүмер буйы хыял иткәне ине бит ул – шәхси салон. Уны һатып алыр өсөн ал-ял белмәй эшләне. Ире ике ерҙә тир түкте. Авариянан һуң Өлкәре инвалид булып ҡалһа? Тәүбә-тәүбә! Рушанна тағы сит кеше фирмаһы өсөн бил бөкһөн, ирҙең хәйерсе пенсияһына ике ҡыҙ баланы ҡараһынмы? Ә фатирһыҙ ҡалһалар? Күҙ алдыма Рушаннаның мохтажлыҡтан, хәсрәттән башы сыҡмаған тормошо, арып-талсығыуҙан ҡартайған йөҙө килеп баҫты. Ә ҡанаттары һынған ҡошсоҡтай мәхрүм ҡалған ҡыҙыҡайҙар! Был күренеш шул тиклем ап-асыҡ, ысын һымаҡ һынланды – мин хатта тетрәнеп киттем. Ә бит ике ай элек кенә барыһы ла башҡаса ине. Рушаннаның йөҙөнән бәхет балҡып тора, тыуасаҡ балаһы бер өмөт булып йөрәк аҫтында яралған. Шундай һөйкөмлө, бәхетле…
Теште ҡыҫтым. Нисауа, бирешмәбеҙ! Минең мираҫ был проблеманы хәл итергә генә етә ул. Оҫталарҙы ризалатабыҙ. Бинаны һаҡлап ҡалабыҙ. Эш ҡоралдарын яңыртабыҙ, яңы имидж булдырып, косметик ремонт үткәрәбеҙ. Рекламаға ла йәлләмәҫкә кәрәк. Берәй ярты йылдан әлеге проблемалар онотолоп та бөтөр әле. Клиенттарҙы һаҡларға, “үрсетергә” генә кәрәк… Ә үҙем? Ярай, үҙемә ни… Эшкә рәхәтләнеп барам, оҡшай, ниһайәт, үҙ урынымды таптым һымаҡ. Ә шәхси тормошҡа килгәндә… Мин барыбер Искәндәрҙе генә уйлап, уны ғына һағынып йәшәйәсәкмен. Ниндәйҙер яңы роман эҙләү файҙаһыҙ. Ниңә юҡҡа тыпырсынырға? Быға тиклем нисек хәтирәләргә бәйле рәхәтлеккә риза булып йәшәнем, шулай йәшәрмен әле. Шәрифә апай юҡты һөйләмәй – бүленә алмайым мин. Яраттым берәүҙе, һәм вәссәләм. Булһа – тик ул, булмаһа – бер кем дә. Мин башҡаға риза түгел.
Был ай миңә һынау айы булды, буғай. Ике баланы мәктәпкә әҙерләп ебәрәм, ике дауаханаға ризыҡ-маҙар, дарыу-фәлән ташыйым. Төшкә лә кермәгән ҙур-ҙур суммалар менән эш итәм. Коллектив эсендәге конфликттарҙы ла, клиенттарҙың дәғүәләрен дә юлға һалам. Юриспруденция, психология, мода буйынса даими уҡып барыуым бына ҡасан кәрәкте. Былар миңә нимәгә инде, тип үҙемде битәрләй торғайным заманында. Баҡтиһәң, алған ғилем бер ҡасан да ҡамасау-ламай икән. Ашарға һорамай, иҫкермәй, күгәрмәй тигәндәй… Тормоштоң был темпынан сәсәп йығылырға тейеш инем һымаҡ. Юҡ бит әй, йоҡларға ғына йығылам. Бер ниндәй төш күрмәй, баҫлыҡмай иҙерәп йоҡлайым да хәл йыйып уянам. Нисектер, Искәндәр тип тә, улдарым тип тә һыҙланмайым һымаҡ. Үҙ әрнеүҙәрем менән йәшәргә ваҡыт юҡ.
… Рушаннаны ай тигәндә сығарҙылар. Өлкәрҙең шәбәйеүе оҙаҡҡа һуҙылды. Эскән-тартҡан кеше түгел, йәш, сәләмәт организм. Нишләп улай ҡатмарлылыр хәлдәре – аптыраҡ. Дилбегәне Рушанна ҡулына тапшырғас, бер-ике көн ял алдым. Улдарыма ла барып әйләнергә кәрәк, ауылды күргәндә лә яҙыҡ булмаҫ. Килеүемә Рушаннаның ике күҙе дүрт булған:
– Тамара, мин ғәйбәткә ышанмай торған әҙәм, үҙең беләһең. Ләкин эштәрҙең торошо шуға мәжбүр итә…
– Ниндәй ғәйбәт, ниндәй торош?
– Коллектив һинең алда ниңә өлтөрәп тора тиһең?
– Өлтөрәйҙәрме ни әле? Бәлки, профессионаллегем өсөндөр?
– Шаярыуға борма. Ирония ла урынһыҙ. Улар бит тәүҙә һине, провинциалка, томана тип, бик мөрхәтһенмәне. Әле ни ишетәм? “Всемогущая” тип ҡушамат биргәндәр. Бик үрҙә ныҡ йөнтәҫ ҡуллы “папигы” бар, тиҙәр. Килгәс тә ишетеп көлгән булдым. Әммә бөтә эштәрҙең яйға һалыныуын, бурыстарҙың бөткәнен күреп, иҫем-аҡылым китте. Тамара, һин минән әллә бер нәмәңде йәшерҙеңме? Әллә Искәндәрең менән аралар яйлымы? Юҡ, насар тип әйтмәйем, Алла һаҡлаһын, юҡ! Киреһенсә, конкуренттарҙың ниңә ҡойроҡ болғай башлауҙары ла аңлашыла. Бығаса ашап баралар ине барыһы ла, бөтә яҡтан да… Әммә… Мин һинең ышанысыңдан сыҡтыммы ни? Ни өсөн сер йәшерә башланың?
Рушаннаны артабан да ҡайғыртмаҫҡа була, мираҫ тарихын ҡыҫҡаса һөйләп бирҙем.
– Ох, Тамараҡай… Һин бит, минең намыҫыма ышанып, үҙеңдең хәсрәтһеҙ киләсәгеңде минең киләсәгем өсөн ҡорбан иткәнһең…
Мин яурын ғына һелктем… Башҡа төрлө була алмайым инде, ни хәл итәһең. Ярым-йорто түгелмен. Яратһам – бар йөрәктән, тамсыһына тиклем һығып бирәм. Яратмаһам – тағы шулай…
Икенсе кереүемә Рушанна тынысланған. Берәй ҡарарға килгәндер. Нимә хәл итһә лә, насарға булмаҫ.
Артабан эштәр һәүетемсә тәгәрәне. Ҡуртымға фатир таптым. Ҡыйбатын ҡыйбат, уның ҡарауы, эшкә йәйәү йөрөйөм, төшкөлөккә лә ҡайтып ашарға мөмкин. Ул мөмкинлек менән һирәк файҙаланам: аралашырға кеше күп. Йә эштәге коллегалар менән сәй эсәбеҙ, йә берәй үҙ иткән клиентка менән кафеға керәбеҙ. Ниңәлер күптәр мине үҙҙәренең “аһ-зарҙарын һыйҙырыусы” итеп һайлай. Ҡайһы саҡ йүнле кәңәш бирә алмаһам да, рәхмәтле булып китәләр. Ниндәй генә тарихтар ишетелмәне! Хет китап яҙ. Ғәләмәт инде ул кеше тигән зат. Үҙҙәренең эстәрен бушаталар, бушаталар… Ә минең ниҙәр кисергәнемде, исмаһам, берәйһе һораһа, ҡыҙыҡһынһа?! Ә бит күптәренең проблемалары, минеке менән сағыштырғанда, уйын ғына… Ярай, Тамара, кешеләргә артыҡ талапсан булма. Әгәр һәр кем фәрештә булһа, улар ерҙә лә йәшәмәҫ ине.
Ямғырҙар менән башланһа ла, ҡыш – ҡыш инде. Яңы йылға яҡынлашҡан һайын донъя ағара башланы.
Яңы йыл. Бөтә кешеләрҙең дә көткән байрамылыр был. Ниңә икән? Миңә ҡалһа, кеше Яңы йылды түгел, үҙенең уға бағлаған өмөттәрен ярата. Кешегә үҙ хистәрен, үҙ кисерештәрен яратыу хас. Байрамға ҡаршы беҙҙең салондың эше икеләтә, өсләтә артты. Оҫталарыбыҙ алһыҙ-ялһыҙ эшләй. һәр береһенең минутына тиклем клиенттары билдәле. Ҡайһы ҡатын-ҡыҙҙың байрамға матурланғыһы, йәшәргеһе килмәһен? Һис һүҙһеҙ, Яңы йылға – яңыса! Ҡайҙа ҡарама – байрам-са күтәренке кәйеф, матурлыҡ, йәнлелек һәм сағыу ялтыр донъя.
Рушанна, хужа булараҡ, декрет ялында түгел. Тулғаҡ башланғансы эшләргә иҫәбе. Өлкәренең хәлендә алға китеш бар. Яңы йылды тулы ғаилә менән ҡаршыларға кәрәк, тип ныҡлы инанғандар. Ваҡыттың тығыҙлығына ҡарамаҫтан, барыһы ла корпоратив кисәне уҙғарыу яҡлы. Йола – йола инде. Быға тиклем билдәләгәс, власть алмашынды тип кенә, байрамдан баш тартып булмай. Ғүмеремдә икенсе тапҡыр киске күлдәк һатып алдым. Был юлы кемделер әүрәтер, оҡшар өсөн түгел – үҙем өсөн. Ниһайәт, ҡупшы туфлиҙар ҙа үҙемдеке, үтескә алын-маған. Яңы йылды кем менән, ҡайҙа ҡаршылау тураһында уйланмайым. Хоҙай яҙғаны булыр.
Ҡабалан ғына Шәрифә апай шылтыратты.
– Матурлыҡ индустрияһында һин – минең иң хөрмәтле блатым, – тигән була. – Ҡауырһындарҙың ҡалған-боҫҡанын булһа ла рәткә килтерергә ине.
– Һеҙҙең өсөн иң оҫталарҙың оҫтаһын да бушатырбыҙ инде, – тим.
– Какая деловая, ой, маладис. Шулай, сублимация энергии – великая вещь. Элек булһа, ултырыр инең шыңшып. Үҙеңде йәлләп, яҙмышыңды әрләп. Әле, ана, деловая дама. Энергияң шыңшыуға түгел, эшкә китә. Гел шулай бул.
Ғәҙәтемсә, мәсеткә хәйер һалырға киттем. Йыш уҡ булмаһа ла, керергә тырышам. Бында бит Хоҙай ҡаршыһында исемле иттеләр. Миңә насип бәхет өлөшөмдө татый башланым да, буғай. Бәлки, берәй заман ишем дә осрар. Яңғыҙлыҡ Хоҙайҙың үҙенә генә килешә, моғайын, миңә кеше яҙмышы яҙылғандыр. Ултырған һындар яғына ҡарамай ғына иҫәнләштем дә хәйеремде һалырға йәшниккә боролдом.
– Эй-й, бынау баланан нурҙар һирпелеп тора лаһа! – Тауышҡа һиҫкәнеп, нурлы баланы күрергә була, тирә-яғымды байҡайым. Бала-сағалы әҙәм заты күренмәйсе. Ғөмүмән, бындағы кеше араһында иң йәштәре – мин үә хәйергә доға ҡылып ултырыусы шәкерт.
– Ҡана, яҡынданыраҡ күрәйем әле үҙен, – тарамыш ҡына ҡулдар ап-аҡ ҡына (Рушаннаның зауығы!) дубленкам еңенән тотоп ала. Бәй-бәй, “нурлы бала” мин булдыммы ни ул? Әбейгә, ниһайәт, боролоп ҡарайым һәм саҡ һуштан яҙмайым.
– Мөнөй әбейем!
– И-и-и, балаҡайым-бәбекәйем, әллә минең ауылданмы һин? – Ул бөтөнләй мин аяҡ баҫмаған районды атай. – Ҡушаматымды беләһең. Миңә бит бында мулла ҡушҡан исемем менән генә Миңниә инәй тип өндәшәләр…
Шулай итеп, үҙемә өләсәй таптым. Миңниә инәй мәрхүмә Мөнөй әбейҙән апаруҡ йәш. Холҡо ла башҡасараҡ: ихлас, һүҙсән, кеше ярата. Өлкәнәйгәнсе ауылда йәшәгән. Балалары күп. Барыһын да уҡытҡан. Ҡартайған көнөндә балалары мәркәздә фатир алып биреп, күсереп алғандар. Эстән уйлап ултырам: улай фатир алырлыҡ булғас, бик ҙур урындаларҙыр инде. Әбекәй үҙе лә йонсоп йәшәүсегә оҡшамай: өҫтөндә кәттә генә кейем, ҡулдарында алтын да көмөш… “Алтын” һүҙен былай ғына ҡушам инде, балдаҡ-беләҙектәре ҡатлы-ҡатлы, күп булғанға. Былай барыһы ла – буталлы көмөш биҙәүестәр. Яңы танышҡан кешеһен алып ҡайтып сәй эсерергә лә ҡурҡмай икән. Ваҡытым самалы булһа ла, ҡыҙыҡһыныуым көслөрәк – киттем артынан. Ысынлап, яҡын йәшәй. Сүп-сар, төпсөк һибелгән подъезд түгел – таҙа, көҙгө кеүек ялтырап ята, йәм-йәшел ағас, гөлдәр үҫеп ултыра... Мәркәздә лә бындай йорттар бар икән, тип ғәжәп иттем. Кон-сьержка тигән әҙәмде кинола ғына күргән бар ине. Дә-ә, әбейең ысынлап ябай әбей түгел, былай булғас. Ана бит, хатта прихожкаһы Рушаннаның фатиры ҙурлыҡ, ай-бай. Балалары нисек ҡурҡмай, әбейҙе яңғыҙын йәшәтә икән? Улай һәр яңы танышын да сәйгә саҡыра башлаһа…
– Ошо йәшкә етеп, яман уйлы бәндәне изге күңеллеһенән айыра алмаһаң, оҙаҡ йәшәүеңә, күпте күреүеңә ни һан?!
Һорауымды ҡысҡырып әйтмәгән инемсе.
– Балаларҙан айырым йәшәһәм дә, улар тарафынан ташланған түгелмен бит. Теге ишек төбөндә ултырған әҙәм ейәнемә ошаҡлап тора. Әле лә хәбәр иткәндер: оҙаҡламай ейәнем йә үҙе килеп сығыр, йә шылтыратыр. Уныһы мине ныҡ ҡурсып тора. Йәшерәк сағында “һин – минең идеал” ти торғайны, эй-й…
– Идеал эҙләп, өйләнмәне лә ҡуйҙымы?
– Юҡ, өйләнде. Килен бик сибәр, белемле. Яҡшы нәҫелдән. Барыһы ла уҡымышлы, урында ултыралар. Миңә лә мөнәсәбәте әйбәт ине. Һүҙем юҡ. Тик… Тик артыҡ тиң булып сыҡтылар, ахыры…
– Бәй, нисек инде артыҡ тиң? “Тиң түгел“ тигәнде ишеткән бар, тигәндәй…
– Нисек аңлатайым инде… Ейәнем үтә ҡатмарлы кеше. Ҡылыҡтарын да тоҫмаллап булмай. Нимә теләгәнен дә аңламаҫһың. Башҡаларҙан күпте талап итә, ә үҙе тойғоға һаран. Ҡыҫҡаһы, ейәнемде аңламайым, әммә ныҡ яратам. Ә киленгә килгәндә… Уның улыҡайымды яратып, уның тормошо менән генә йәшәргә, уны ғына көйләргә, уны ҡояш һымаҡ күрергә теләге лә, халәте лә юҡ ине. Яратырға, ә бигерәк тә минең ейән кеүекте яратырға, бер нәмәгә ҡарамай унан күңелең ҡайтмаҫҡа бик күп көс кәрәк, бик күп. Ә килен эште һайланы. Эш ме-нән анһатыраҡ.
– Айырылыштылармы?
– Минең ҡарашҡа, улар ысын мәғәнәһендә ҡауышманылар ҙа… Нимә инде ул паспортҡа мисәт баҫтырып, туй эшләү? Ҡыҙҙары бар, шуныһы йәл. Килен эше буйынса сит илгә төпләнде. Бала ейәнемдә ҡалды. Ир кеше – ил кешеһе, эшенән ҡайтып кермәй. Ҡыҙы шул өй ҡараусылар ҡулында. Берәй 15 – 20 йәшкә йәшерәк булһамсы, тип йәнем үртәлә. Үҙем бағыр инем.
– Ә үҙенең өләсәй-олатайҙары?
– Э-эй-й, уларҙы… Улары ла эшкә туймай. Әллә ниндәй исемдәр, дәрәжәләр алып бөттөләр, тағы ни кәрәктер… Фән кешеһенә һүҙ әйтеп булмай. Быуын-быуын уҡыусылар, өйрәнсектәр үҫтерҙеләр, ә бер бәләкәс кенә ейәнсәргә ваҡыттары йәл… Әлләсе, беҙ күмәк бала инек. Береһенән-береһе ыуаҡ. Ата-әсәй эштә, шул өләсәй ҡулында үҫтек инде. Итәктән төштөк тә эшкә йәбештек. Уйланып, буҙлап ултырырға ваҡыт булманы.
Был ниңә ейәнен артыҡ күп сурыта әле? Кәләш эҙләй, тимәк. Мине лә юҡҡа ғына алып ҡайтмағандыр, үҙенсә һынамаҡтыр. Артыҡ ҡабаланмайһыңмы, әбекәй? Мин бит ейәнең кеүек ҡалын кеҫәле нәҫел балаһы түгел, тыштан оҡшаһам да. Затлы кейемде ошо йәшкә етеп саҡ кейгәнмен, унда ла әхирәтем яурынынан һыпырылып төшкәнен генә… Кеше психологияһы минең өсөн билдәһеҙ нәмә түгел ул. Тәүҙә, улың буйҙаҡ булғанда, ниндәй ҙә булһа килен теләйһең. Аҙаҡ, киленең булғас, күҙ асыла: сибәр булһа – уңған түгел, егәрле булһа – төҫө юҡ. Нәҫеле затлы түгел йә туйҙа ҡоҙалар бүләкте һаран һалған, быныһы ҡәйнә йортона ҡорған элмәгән, таҫтамал ҡуймаған. Бик булмаһа, ашҡа һуғанды ваҡлап турамай, һаламлап турай… Баштан үткән инде. Әле, ауыҙымды йомоп йылмайып ҡына сәй эскәндә, минән дә ҡулайлыһы юҡ һымаҡ күренер ҙә ул… Юҡ инде, әбекәй, үҙеңде өләсәй итергә ризамын, әммә ейәнең менән танышыу – юҡ. Кемдеңдер ҡыҙын үҫтерәм тип кенә, үҙ улдарымды үгәй атайҙан ҡаҡтырайыммы? Димләп-фәлән ауыҙ асһа, шунда уҡ кире ҡағасаҡмын, танышмаясаҡ-мын. Ирһеҙ йәшәп өйрәнелде. Быны бөгөн үк әйтеп ҡуйырға кәрәк, әле үк. Аслан, килен итергә ине ошоно тип ымһынып, өмөтләнеп ҡуймаһын. Кешенең өмөтөн ҡырыуҙан да ҙурыраҡ гонаһ юҡтыр. Минең өмөттәремде күп киҫтеләр, ауырлығын кисереп беләм. Үҙем ундай юлға бармам, тип үҙ-үҙемә биргән һүҙем дә бар.
Ҡабат килергә һүҙ биреп, сығып ысҡындым. Рәхмәтлемен тәҡдиремә, тигән уй һуҡты ҡапыл. Һуңғы айҙарҙа күпме этелергә-төртөлөргә, һүҙ ишетергә, көсһөҙлөгөмдән ғажиз булырға тура килгән мәлдәр булды. Мөнөй әбей рухына һығындым, уйҙарымда кәңәш һорап ялбарҙым… Бирҙе бит! Ҡайтарҙы ла бирҙе әбейемде. Миңлекәй, Миңниә… Моғайын, күп һанлы туғандарының береһелер. Үҙенең быуыны ла нығынмаған, кимерсәк кенә кәүҙәһенә ошо Миңниәне лә йөкмәп йөрөгәндер… Ипләп кенә һорашырмын әле, белермен. Теләге булһа, Мөнөй әбейҙең яҙмышын бәйән итермен…
Берәй ярты сәғәткә генә иртәрәк сығаһым булған – тығын. Һүҙ ишетермен, тип ҡурҡҡан юҡ та… Берәй клиент менән аңлашылмаусанлыҡ тыуһа, унда булғаның яҡшы. Рушаннаға артыҡ борсолоу кәрәкмәй. Ярай, тығындар шуныһы менән яҡшы: уйланырға форсат тәтей. Шулай ҙа шикселлегем артҡан. Бынау инәй ейәнен һөйләй, тип әллә ниндәй уйҙар уйлап бөттөм. Уның, бәлки, димләү уйында ла юҡтыр. Былай ғына, эсен бушатыр өсөн генә әйтәлер. Ә мин әллә нәмәләргә барып еттем. Ә ҡыҙыҡай өсөн үҙәгем өҙөлдө – уныһы хаҡ. Уның нимә кисергәнен күрәм, тоям һымаҡ. Ул хатта минең үҙем һымаҡ. Ата-әсәһенә кәрәкмәгән бер оронсоҡ. Артыҡбикә. Иҫәпкә бар – һанға юҡ. Бала тип һаналаһың, ә ғәмәлдә барыһы өсөн дә һин – бушлыҡ. Ул өй йыйыштырыусыһы өсөн иһә – өҫтөн алыштырырға, тамағын туйҙырырға мәжбүр итеүсе өҫтәлмә эш. Артыҡ мәшәҡәт. Биш йәшлек, тинеме? Ә бит минең ҡыҙым шул хәтлем булыр ине… Йөрә-гем һыҙып китте. Ҡуй, тыныслан, Тамара, әйтте бит Мөнөй әбейем, эргәңдә ҡыҙ бала күрәм, тине. Ниндәй әле? Аҡһыл сәсле, ҡап-ҡара күҙле, тигәйнеме? Мин дә уны күрәм һымаҡ. Бигерәк матур, нурлы, һөйкөмлө ҡыҙсыҡ итеп күрәм. Ул миңә оҡшамаған. Кемгә оҡшаған һуң? Бик таныш йөҙ бит! Эйе, ул… Искәндәргә оҡшаған… Ирекһеҙҙән күҙҙәремдән йәш ҡойолдо. Аһ, был күңел! Ниңә һаман булмаҫтайҙы көҫәй? Ниңә бер ҡасан да тормошҡа ашмаҫ хыялдар өйрөлә был йөрәктә?! Нимә-нимә, ә Искәндәр бисә айыра торған кеше түгел. Ул бит айырым бер ҡатын-ҡыҙға ғына түгел, ә уның бөтә нәҫеленә, был никах килтергән престижға, карьераһына өҫтәләсәк таяуҙарына, тағы әллә ниндәй өҫтөнлөктәренә бергә ҡушып өйләнә! Кәм тигәндә ике вуз бөткән, күркәм холоҡло, үҙ баһаһының юғарылығын бик яҡшы белгән ыҫпай ханым итеп күҙ алдыма килтерәм мин уны. Искәндәр яңылыш помадаға буялып ҡайтһа, тыныс ҡына:
– Ҡәҙерлем, был затлы кейемдән помада эҙен бөтөрөүе ауыр, шуға күрә, ҡыйын булһа ла, сисенгәнсе түҙһен инде, аңлат, – тип кенә ҡуялыр. Ә минең тәрбиә кимәлем түбән: Искәндәргә берәйһе ҡағылып китһә лә, боғаҙын сәйнәрҙәй булып енләнер инем. Бына шулай. Бүлешә алмайым. Аҡсаны, ана, йөҙәр меңләп тә сығарып “һиптем”, ә Искәндәрҙе – юҡ. Бәлки, тап шуның өсөн дә ул минеке түгелдер… Килһен ине бер заман шундай көн! «Һин – бәхетем!» – тип ҡабат-лаһын ине! Унда мин үҙемдең бәхет икәнемде аңлар инем. Ә былай… Әйтте, Мөнөй әбей, әйтте… “Һин үҙең – бәхет” тине, ә мин барыбер аңламайым шуны. Минең уйымса, Рушанна барыбер мең тапҡыр бәхетлерәк, сөнки ул яратҡан кешеһенән балалар таба. Ҡатын-ҡыҙлыҡ бурысыңды һөйөклө кешеңә бағышлау – иң ҙур бәхеттер. Балаңды үҙ балаң булған өсөн генә түгел, һөйгәнеңдең ҡаны, уның бер киҫәге булған өсөн тағы ла нығыраҡ яратаһыңдыр… Әллә Искәндәрҙән балаға уҙырға? Иҫәр уйҙарыма көлкө килде. Ҡасандыр тап шунан ҡурҡып, му-йынды боғалаҡҡа тыға яҙҙым түгелме? Ә әле тот та яҙмышты кирегә борорға тызырай, имеш… Юҡ инде, никахһыҙ баланың бәхете булмай, ә кемде-кемдең, Искәндәр сабыйының бәхетенә ҡул һуҙмаҫ инем барыбер. Үҙ ярама ниңә тоҙ һибәм икән мин? Бығаса бер Искәндәр тип кенә һары һағыштарға бата инем. Ә әле… Ә әле унан тыумаған балаларым өсөн дә йәнем һыҙлай… Нимә ти әле Шәрифә апай: “Уж климакс близится, а Германа все нет”… Ҡатын-ҡыҙ булмышымды онотоп йәшәүемә алты йыл булып килә. Һаулыҡҡа зыян, тиҙәр. Топ-тойоҡтан балауыҙ һығып ултырыуым шул психика ҡаҡшауҙанмы икән әллә?
Ҡуйсы әле, Тамара, үҙ-үҙеңде алдауҙан тыйыл! Башҡалар бер ни һиҙмәһә лә, үҙең бит бик яҡшы беләһең хәҡиҡәтте! Булмай һинең башҡаса үҙ сабыйың, булмай. Ҡыҙ ҙа тыумай, ул да тыумай! Һыу буйына барып та теләктәр теләнем, хәйерҙәр бирҙем, йөккә ҡалғас. Барыбер файҙаһы теймәне. Йән кермәҫ элек үк буйымда сереп йөрөгән. Аптыраным да шул, эсем ерле ҙураймай, тип. Ул акушер-каһын әйтер инем инде… Ҡаралырға барып торам, тикшереләм. Баланың йөрәк тибешен тыңлай. “Тибә” тип яҙып ҡуя картаға. Аҙаҡ беленде: бер айлыҡта уҡ үлгән булған… Мин өс ай буйы ҡыҫыр өмөттәр йөкмәп йөрөгәнмен. Ҡурсаҡтай матур, һөйкөмлө ҡыҙ балам булырға тейешле мәйет киҫәктәрен минән һалҡын, аяуһыҙ тимер-томорҙар менән ҡырып сығарҙылар… Шунда артыҡ тырышып ташлағандарҙырмы, балам менән бергә аналығым да серей башлағанмы, белмәйем. Әммә врачтарҙың хөкөмө: башҡаса әсә булыу яҙмаясаҡ… Ул ваҡытта миңә был мөһим түгел ине. Үҙемдең нимәнән мәхрүм ҡалғанымды уйлап, ҡайғы бәпләп ултыра алмай инем. Өрлөгө һынған нигеҙемде бөтәйтергә, улдарыма ҡалҡан булырға, бөткөһөҙ бурыстарҙан ҡотолорға, яҙмыштың һынауынан бөгөлөп алғанда ла һынмаҫҡа кәрәк ине. Минең яҙмыш китабымдың иң ауыр, иң ҡара биттәре ине ул көндәр. Шөкөр, үтте. Хәҙер бына, ниһайәт, иларға ла мөмкинлек булды, һәм мин илайым. Йәш кенә башым менән тамуҡ ғазаптары аша үткәнем өсөн дә, тыумаған бәләкәсемде һағынып та, әсәй наҙынан мәхрүм ҡалған теге биш йәшлек ҡыҙыҡайҙы йәлләп тә, тағы әллә нәмәләр өсөн дә…
Ә Мөнөй әбей юраған ҡыҙ бала ҡайҙа? Үлем төҫө кергәс, ағинәйҙең яңылыша башлауы ла ихтимал. Юҡ, юҡ… тәне генә бәлйегәйне, ә иҫе ап-асыҡ, зиһене яҡты ине. Минең уның яңылышыу мөмкинлегенә шикләнергә хаҡым юҡ хатта! Ул миңә үҙ-үҙемде эҙләргә мәжбүр итте, хатта арттан этеп тә ебәрҙе. Нәфсем кескәйерәк булһа, ул ҡалдырған аҡсаға өй күтәреп, ауылда тыныс ҡына йәшәп ятыуымды дауам итер инем. Ә Мөнөй әбейем минән күберәкте талап итте, ул рух көсөм барлығына инанды. Һәм әбейем хаҡлы булып сыҡты бит! Кемгәлер йылдар, тиҫтәләрсә йылдар өйрәнеү талап ителгән эшкә төшөнөргә миңә нисәлер ай ғына кәрәк булды. Рәсми рәүештә салон минеке булмаһа ла, барыһы ла миңә хужа, етәксе итеп ҡарай. Шәхсән Рушанна ла. Ә күпме файҙалы танышлыҡтар, күпме яҡлаусы-таяуҙар булдырҙым? Хәҙерге тәжрибәм, мөмкинлектәрем менән мин юғалмаясаҡмын. Заманында бысраҡҡа иҙергә маташҡандар алдымда ҡойроҡ болғарға рөхсәт һорап инәләсәк әле. Ауылыма ла еңеүсе сү-рәтендә ҡайтасаҡмын – эш урыны эҙләп түгел, башҡаларға хеҙмәт итергә һәм эш хаҡы алырға мөмкинлек биргән берәй фирма асырлыҡ булғас. Улдарым да берәҙәк булып йөрөмәҫ. Аталарының нигеҙен улар өсөн һаҡлаясаҡмын. Нисә йыл үтер былар өсөн – белмәйем, әммә барыһы ла минеңсә буласаҡ. Хәҙер инде мин үҙемде әһәмиәтһеҙ генә бер зат – Артыҡбикә итеп тоймайым. Бар көсөм, бар, һиҙәм мин уны. Бының өсөн Мөнөй әбейемә бурыслымын. Тик бына ҡыҙ бала… Юҡ, яҙмышыма Мөнөй әбейгә ике тамсы һыу кеүек оҡшаш кеше юҡҡа ғы-на килеп кермәгәндер. Барырға, асыҡларға кәрәк – туғанмы улар? Әгәр туған икән, тимәк, Миңниә әбейҙең бүләсәре – Мөнөй әбейемдең дә нәҫеле, ҡаны. “Үҙең бәхет бул!” – тине бит ул ҡат-ҡат. Юҡҡа түгелдер. Минең өсөн биш йәштә иң ҙур бәхет – әсәй үҙе ине. Шул тиклем уны юғалтыуҙан ҡурҡа инем, шул тиклем! Ҡайһы берҙә ул серем итеп алырға уйлаһа ла, минең ҡотом оса ине. Эргәһенән китә алмайым. Саҡ ҡына тын алмай торһа, “үлде“ тигән ҡурҡыштан уға килеп йәбешәм. Керпектәренән тартып, күҙҙәрен астырам. Ул уяна ла туҙҙырып мине әрләй, сәпәп тә ебәрә. Таң атыр-атмаҫтан аяҡ өҫтө бер туҡтауһыҙ эш менән йөрөп арый, саҡ ҡына ял итәм тип ятһа, мин маҙаһыҙлайым. “Ниндәй бала булды был! – тип йәне көйә. – Бер ял бирмәй йонсотоп үлтерергә итәгеҙ мәллә,” – тип ғәйепләргә тотона. Мин, бахыр, әсәйемә әйтергә теләгән бер йылы һүҙемде лә әйтә алмай, ҡатып ҡалам. Һүҙем етмәгәнен ҡосаҡлап булһа ла аңлатмаҡ булам, унда ла, сирҡанған кеүек, мине үҙенән ситкә этеп ебәрә. Бына шулай. Ә хәҙер үҙе улдарымдың мине ҡосаҡлап үбеүҙәренә күҙе ҡыҙа. “Мине яратмай-һығыҙ,” – тип барыбыҙҙы ла ғәйепләп, тағы йөрәкте яралай. Һө-йөүөмде үҙе ҡабул итмәгәс, ни эшләйем? Улым уллы булмайынса, ҡыҙым ҡыҙлы булмайынса аңламаҫ, ти халыҡ мәҡәле. Ҡыҙлы булырға яҙманы, бәлки, шуға әсәйҙе аңларға ла яҙмағандыр?
Әгәр Яңы йылға тиклем Миңниә инәй мине онотмаһа, ҡыҙсыҡ менән танышам, тип юрап ҡуям. Әгәр ул Мөнөй әбейҙең нәҫеле булып сыға ҡалһа, уға әсәй наҙы бирергә тырышасаҡмын. Бының өсөн кем булырға тура килһә лә. Өй йыйыштырыусымы, бала ҡараусымы, тәрбиәсеме… Ниндәй сифатта ҡыҙсыҡ янында була алам – шул вазифаға риза буласаҡмын. Әлбиттә, әгәр тап шул ҡыҙыҡайҙы Мөнөй әбей минең янда итеп күргән икән… Етен сәсле, ҡара ҡашлы, ҡара күҙле матурҡай. Уны таныр өсөн был билдәләр етерме? Етмәһә, тағы берәй билдә булыр. Тик бына һүҙемдә тора алырмынмы? Бөтөнләй ят бауырҙы ҡабул итерменме? Ярай, ул тиклем уйламай торайым. Тәүҙә бер шарт тормошҡа ашһын: Миңниә әбей вәғәҙәһендә торһон. Шылтыратам, тине бит. Ҡөрьән ашы уҙҙырырға ярҙамлашырһың, тине. Балаларҙың үҙ мәшәҡәттәре баштан ашҡан, борсоғом килмәй, тине. Эш минең дә муйындан, әммә осрашыу тетрәнешенән айнымаған инем, шундуҡ ризалаштым. Ә хәҙер ултырам пландарымды барлап. Бер-ике осрашыуҙы күсерергә кәрәк булыр... Зыян юҡ, күсерербеҙ.
Йөрәгем ҡапыл, сыҙай алмай, ярһый башланы. Былтыр Искәндәр менән осрашыр алдынан кеүек. Унда, әлбиттә, уның менән күрешерҙе белмәй инем, миңә һалынған яуаплылыҡты аңлауҙан күңел ярһый ине. Хәйер, әле лә үҙемә бик оло нәҙер ала түгелме? Тулҡынланмаҫ ерҙән тулҡынланырһың.
Егерме бише етте. Көнө буйы шылтыратыу көтөп йөрөнөм. Кисенә кө-сөргәнештән ятып иланым. Шылтыратманы әбейем! Әллә ниндәй пландар ҡороп бөткәнемә үҙемә асыуым килә. Кем инде һин ул тиклем? Ул әбей һинһеҙ әллә күпме йәшәгән, һинһеҙ ҙә бына тигән йәшәр! Ул биш йәшлек ҡыҙыҡай ҙа, дөрөҫөн әйткәндә, балда-майҙа ғына йөҙә. Өшөмәй ҙә, асыҡмай ҙа, бысраҡ-туҙандың хатта ни икәнен дә белмәй. Һинең уларға кәрәккенәң юҡ, бушҡа күңелеңде ярһытма!
Әлдә корпоратив кисә үткәреүҙе үҙ иңемә алғанмын. Сценарий уйлау, ролдәр бүлеү, көлкөлө бейеүҙәр ҡуйыу, залды биҙәү эштәренә күмелеп, ҡайғымды онотоп торҙом. Байрам барыһына ла оҡшаны. Коллектив, ғөмүмән, башлыса ижади, креатив кешеләрҙән торғас, күңел асыуҙы ойоштороу әллә ни ҡыйын булманы. Бүләктәрҙе Рушанна үҙе генә әҙерләгән. Ҡулыма ҡалын ғына ҙур конверт тот-торғас, аңланым: минең тулы хоҡуҡлы компаньон икәнем хаҡында до-кументтар. Шәп сюрприз. Хәйер, бөтөнләй көтөлмәгән, тип булмай. Дөрөҫ эшләй Рушанна, киләсәген ҡайғырта. Салондың яртыһы минеке икән, тимәк, мин бер ҡайҙа ла китә алмайым. Киреһенсә, бизнестың киңәйеүенә, тотороҡлоғона бар көсөмдө һаласаҡмын. Эш ышаныслы кеше ҡулында булғас, Рушанна ла рәхәтләнеп бәпесен табып, ялда ята аласаҡ. Сөнки йөктө икебеҙ өсөн дә мин тарта торасаҡмын.
Байрамдан ҡайтҡас, йылға йомғаҡ яһап ултырҙым. Быйыл нимәгә өлгәштем, нимә тороп ҡалды? Ғөмүмән, бәхетле йыл булдымы, уңышһыҙмы? Был һорауҙы хәл итеү бик ҡатмарлы булып сыҡты. Йортһоҙ ҡалдым, балаҡайҙарым үҙемдән йыраҡ. Үҙем иһә тыуған төбәгемдән алыҫайҙым. Ә ҡасандыр унан башҡа ерҙә тормош юҡ һымаҡ ине. Һаман ишем юҡҡа ҡаңғырам. Кеше тупһаларына морон төрткән булдым. Ғүмерлек булмаһа ярар ине. Бына шулай.
Ә ыңғай яҡтары? Үҙем дә, балалар ҙа, әсәйем дә иҫән-һау. Ниһайәт, эш бәхетен дә татып ҡарарға насип булды. Ул ғынамы – ҙур ғына бизнес хужаһымын. Тыуған ерем кеүек ҡәҙерле булған баш ҡалала йәшәп ятҡан булам. Мөнөй әбейҙәр кеүек кешеләргә осрауым өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен. Ҡәйнә яҡтарынан фатиха алдым, улдарымдың яҡындары ике тапҡыр күбәйҙе, ярҙам итә башланылар. Ғөмүмән, фатихалы йыл булды. Атай йортона ҡайтып киткән арала, мөнәсәбәттәрҙең элеккесә түгел, нисектер, байтаҡ йылыраҡ икәнен тоям. Әсәйем менән күберәк һөйләшә, серләшә башланыҡ, ул минең менән ғорурлана, буғай. Был хәл минең һуңғы ун йыл кисергән ғазаптарымдың барыһын да ҡапланы. Үткәндәргә рәнйемәй башланым. Үҙемде хаталарым өсөн ҡәһәрләүҙән туҡтаным. Ғөмүмән, тыуғаныма үкенмәй башлауымды йылдың иң төп ваҡиғаһы тип атарға кәрәктер. Миңниә инәйҙең Ҡөрьән мәжлесенә саҡырмауына ныҡ көйгәнемде иҫәпкә алмаһаң.
Утыҙ беренсе декабрҙә, “Яңы йылды үҙ-үҙем менән генә ҡаршыларға“ тигән ҡарарға килеп, барыһының да саҡырыуҙарын кире ҡаҡтым. Теләгәнде кейеп, үҙеңә оҡшаған ниғмәтте генә әҙерләп, яратҡан көйҙәреңде генә тыңлап, башҡалар түгел, үҙ ыңғайыңа ғына тороуҙан да яҡшыраҡ нимә булыр тиһең?
Пландарҙы телефон боҙҙо. Миңниә инәйем! Ул саҡырғас, барыһын да оноттом. Такси ҡиммәтлеге лә һыуындырманы, төнгә ҡарай сыҡ та кит.
– Онотманым, ҡыҙым, онотманым. Балалар үпкәләнеләр ҙә киттеләр. Беҙ бар саҡта нишләп ете ят кешенән ярҙам һорайһың, тип ғәрләнгән булалар. Бөгөн оҙон көн буйы барыһын да тиерлек урап сыҡтым, кискә саҡ ҡайттым. Ҡал да ҡал, тиҙәр ине, юҡ, мәйтәм. Көн буйы һеҙҙең күңелде күрҙем, хәҙер үҙемдең күңелде күрәйем, тинем. Бына, бүләсәремде генә алып ҡайттым.
Ул һөйләнә-һөйләнә миңә фотоһүрәт һуҙа. Ҡараным да шаҡ ҡаттым. Принцесса кейемендә биш йәштәрҙәге ҡыҙ бала. Сәстәре һарыҡай бөҙрә. Йөҙө аҡ ҡына. Ә ҡаштары ҡыйылып торған ҡап-ҡара. Ә күҙҙәре… Ә ҡап-ҡара күҙҙәренә мөлдөрәмә һағыш тулған. Үҙе бигерәк һөйкөмлө, бигерәк бәләкәй! Йөрәгемде ниҙер телеп үткән кеүек булды. Шундай сабый ғынаға шул хәтле моңһоулыҡ, шул хәтле һағыш нисек һыймаҡ кәрәк? Ҡыҫып-ҡыҫып яратҡым, наҙҙарым менән бөтә ҡайғыларын иретеп таратҡым килде шул баланың!
– Исеме Әйшә, – тип яуапланы әбейем һорауыма. Тетрәнеп киттем. Был нимә, тағы бер билдәме? Үҙемдең Аллаһ ҡаршыһындағы исемем Миңлеғәйшә бит. Әйшә – Миңлеғәйшә… Ҡыҙҙарға исемде әсәһенә оҡшатып ҡушыу бар инде. Яйлап һүҙҙе Мөнөй әбейгә борам. Миңниә инәй башын сайҡап, уйланып тора.
– Төшөмә өләсәйем керҙе. Төҫөн дә онотоп бөткәйнем инде, бер кергәне юҡ ине. Анауы аҡ торна апайыңдан хәбәр килтергән, тот шуны, ысҡындырма, – ти. Уянып киттем дә, хәйерлегә булһын, тип уйланып ятам. Бынауы ҡалала аҡ торна түгел, һоро торна ла юҡ, тим. Өләсәйем минән хәйер теләйҙер тип, мәсеткә киттем. Бәй, бер заман ҡараһам, артымдан ап-аҡ торна килеп керҙе. Өләсәйем ҡушҡас ни, барҙым да тоттом инде, – тип кеткелдәп көлә. Уға ҡушылып мин дә көләм. Ҡыҙыҡ инде был донъя. Берәүҙәр һине ғүмер буйы “торна муйын”, “торна бот” тип үсекләй, кәмһетә. Ә кем өсөндөр һин – изге ҡош, тотем, көтөлгән, көҫәлгән… Кеше – шул тиклем һуҡыр зат. Ул йыш ҡына үҙ-үҙенең ысын йөҙөн дә күрмәй-танымай.
Рәйлә Сабитова.