Даирә
+13 °С
Облачно
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
26 Августа 2021, 05:57

Ауырлы ҡатынды ташлап китеү - ир эшеме?

Бер йыл элек бер ҡыҙға ғашиҡ булдым. Унан башҡа берәүҙе лә уйлай алмайым. «Һинең кеше» була бит әле бына – ул шундай.

Ауырлы ҡатынды ташлап китеү - ир эшеме?Ауырлы ҡатынды ташлап китеү - ир эшеме?
Ауырлы ҡатынды ташлап китеү - ир эшеме?

Зарланған ирҙәрҙе енем һөймәй. Эшләгәнһең икән – яуап бирергә кәрәк тип һанайым. Ләкин ир башым менән тормошта үҙем дә хәл итә алмаҫлыҡ проблема тыудырҙым. Нисек сисеп сыгарға быны?
Ҡатыным Гөлназ менән өйләнешкәнгә биш йыл булды. Икебеҙ ҙә ауылда тыуып-үҫтек, ҡалаға уҡырға тип килгән еребеҙҙән бында төпләнеп ҡалдыҡ. Ул тел белгесе булырға уҡығанда мин инде юғары уҡыу йортон тамамлап, эшләй башлаған инем. Туйҙар уҙғарып, өйләнештек тә, ҡалала төпләнеп ҡалдыҡ. Гөлназ да тәүҙә эшен көйләргә теләне, бала алып ҡайтырға иртәрәк, бараһы еребеҙгә барайыҡ, иркенләп йәшәп ҡалаййыҡ тип хәл иттек. Икебеҙгә лә шулай уңайлы ине. Ғаиләме инде был, бала кәрәк тип әйтеп торған ата-әсәйҙе лә тыңламаныҡ, үҙебеҙсә, заманса йәшәргә тырыштыҡ. 
Бер йыл элек бер ҡыҙға ғашиҡ булдым. Унан башҡа берәүҙе лә уйлай алмайым. «Һинең кеше» була бит әле бына – ул шундай. Бөтә әйберебеҙ, тормошҡа ҡараштарыбыҙ тура килә. Уның сәсенән килгән еҫенә тиклем яратам. Ҡатыныма әйтеп, айырылышырға ла уйлаған инем. Ғәйебең булғас, улай еңел генә әйтеп булмай икән ул. Ана шулай һуҙа-һуҙа бер йыл осрашабыҙ инде. 
Ҡатын да йүләр түгел. Нисек һиҙәләрҙер ул ҡатын-ҡыҙҙар, белмәйем. Шикләнгән инде, күрәһең. Бәлки телефонды асып, яҙышҡандарҙы уҡығандыр. Нисек булһа ла, ауырға уҙған Гөлназ. Бала тапмайбыҙ тигән ҡарарға икебеҙ бергә килдек, һакланыу уның яуаплығында булғас, мин шулай булыр тип уйлап та ҡараманым. Башҡаса былай һуҙып йөрөү мөмкин түгел, барыһын да асыҡтан-асык һөйләнем ҡатынға. Истерика ҡуптарғанына ғәҗәпләнәһе юҡ инде, уның урынында кемдең ҡалаһы килһен...
Гөлназ миңә ҡалырға ҡуша, ғәфү итәм ти. Баланы бергә үҫтерәбеҙ, уға атай ҙа кәрәк ти. Аборт яһатырға тип әйтәм, ишетергә лә теләмәй. Ҡыҫҡаһы, мин ғәйепле булып ҡалдым. Эйе, ғәйебемде таныйым. Ләкин ул мине фаш иткән икән, ниңә балаға уҙарға кәрәк ине һуң? Улай итеп ирҙе үҙеңә бәйләү дөрөҫ түгелдер ул. Хәҙер китһәм дә насар, ҡалһам да ауыр. Бала хаҡына Гөлназ менән ҡалһам, бәхетһеҙ буласаҡмын. Ә теге ҡыҙҙан башҡа йәшәргә теләмәйем. Тыуаһы баланы ла ҡыҙғанам. Атаһы менән әсәһе бер-береһен күрә алмаған ғаиләлә сәләмәт психикалы бала үҫә аламы һуң?
Ирләрсә үҙ итеп аралаша торған дуҫым бар. Шундай хәлгә ҡалганымды һөйләгән инем, өйләнгән ир менән осрашып йөрөүсе ҡыҙҙан да нимә көтәргә кәрәклеген аңлайһыңдыр, ти. Бер ҙә улай кеүек түгел дә инде ул үҙе. Сағыштырырлығым да бар бит. Гөлназ менән осрашҡанда ундыай хистәр кисермәгән инем. Эйе, мин ғашиҡ булған ҡыҙ минең өйләнгән икәнде белә ине. Ләкин мөхәббәттә гөнаһ бармы һуң? Күңелең тартҡан кешенән башҡалар һүҙенә ҡарап ҡына баш тартып булмай. Ә минең унан күңелем ҡайтырлык бер һүҙ ҙә, ярамаған хәрәкәт эшләгәнен дә күргәнем юҡ. 
Әллә инде береһе менән дә ҡалмайынса, үҙем генә йәшәп ҡарарғамы? Тыныс йәшәп, күңелемә кем кәрәген аңларға яйлыраҡ булыр бәлки. Ләкин өс көн дә түҙмәм, мөхәббәтем янына осоп барырмын кеүек. 
Ауырлы ҡатынын ҡалдырып киткән ир-аттарҙы ғәйепләй инем үҙем дә. Үҙ башыңа төшкәс, төрлө яҡлап уйлайһың икән ул. Шуға күрә ғәйеп итмәйенсә, уңға ҡарарғамы, һулға ҡарарғамы был осраҡта – кәңәш бирегеҙ әле. Баланы табарга хәл итһә, Гөлназға ярҙам итәргә әҙер, бала тыуҙырыу йортонан да үҙем алып ҡайтырмын тип торам. Былай яҙып ятыу ир эше түгеллеген дә аңлайым. Ләкин кеше менән бүлешкәс яуабы үҙенән-үҙе килер кеүек. Заманса йәшәргә теләүебеҙ бына шундай көнгә килтереп еткерҙе...
Ринат

Тулырак: http://syuyumbike.ru/news/otkrovenie/avyrly-khatynny-tashlap-kit-ir-esheme

Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас