

– ...Миңә 61 йәш, ә улыма кисә генә әле 30 тулды. Икенсе ҡат кейәүҙә мин. Улым үгәй атаһы менән үҫте. Улым өйләнгәнгә инде һигеҙ йыл булды. Ҡыҙҙарына тиҙҙән 2 йәш тула. Яҡын ғына йәшәйбеҙ, мин 84-се йортта, улар, ана, 82-лә. Шуныһы ҡыйын... аралашмайбыҙ беҙ... берәр йыллап барҙыр инде. Улымдың миңә ни өсөндөр бик ҡаты үпкәләгәнен күңелем менән һиҙеп торам. Әммә ни өсөн аралашмай башлағаныбыҙҙы, ниңә миңә хәтере ҡалғанды киленем аша ҡат-ҡат һорашып ҡараһам да, һорауҙарыма яуап ишетә алғаным булманы. Белмәйем... Ул үҙе кескенәнән, иптәштәренә ҡарағанда, көсһөҙөрәк булды. Күп аралашманы. Ләкин беҙ икәү һәр саҡ дуҫ инек, кистәрен һөйләшеп ултырырға яраттыҡ. Улыма атай ҙа, әсәй ҙә булырға туры килде. Сөнки үгәй атайыбыҙ бик йомшаҡ холоҡло беҙҙең. Бер ваҡыт һүҙ күтәреп әйткәс, малайым уның ауыҙын тиҙ япты: «Һин минең атай түгел, ҡыҫылма!» Шул ваҡиғанан һуң өндәшмәй ирем. Беҙҙең араға ҡыҫылмаҫҡа тырыша. Ю-у-у-уҡ, мин үҙемде дә әллә ни идеаль әсәй тимәйем, төрлө саҡ булғандыр инде. Бына... инде улым менән һөйләшмәгәс, бигерәк ҡыйын. Бер ваҡыт компьютерымды йүнәтеп бирергә һораған инем мин унан. Беренсе генә тапҡыр түгел, ни эшләптер йыш ватыла ул минең. Бына шул үтенесемде әйткәс, улым торҙо ла балаларын эйәртеп сығып китте. Шылтыратһам, һалҡын һөйләшә, өндәшмәй торһам – аралар тағы ла һалҡынайыр һымаҡ. Командировкаға китһә, әйтмәй йөрөй, ҡайтканын да белмй ҡалам. Хәлемде белергә килһә лә, бик тиҙ сығып китеү яғын ҡарай, телефонына көн дә шылтыратам... «Белмәйем, белмәйем... Булмаған проблемаларыңны бар итеп, малайыңды йыш борсойһоң, шуға һөйләшмәй башланы ул», – ти күршем. Нисек инде, үҙемдеке бит ул, күпте һораһам да... Үҙем әсәйемде һуңғы юлға оҙатҡансы ауырһынмай ҡараным, игелекле бала булырға тырыштым. Ни эшләп үҙем ҡартлыҡта бындай көнгә ҡалдым...Аңламайым...
Көҙгҡ парктағы ултыргысҡа биш минут ял итеп алырға ғына ултырған инем. Минең янымда ултыргғн зәңгәр яулыҡлы ханым бына шул тарихын һөйләй ҙә һөйләй. Тороп китәргә лә уңайһыҙ, кәңәш тә бирә алмайым. Был ханымдыҡы менән сағыштырғанда, тормош тәҗрибәм шаҡтай аҙ әле минең. Улығыҙға үҙ аллы кеше итеп ҡарағыҙ, артығын ҡайғыртырға ул бит кескенә бала түгел, тип әйтеп ҡарағым килә лә инде...
Тулырак: http://syuyumbike.ru/news/otkrovenie/ulym-minem-beln-..