

(хикәйә)
Өсөнсө улы алып ҡайтҡан киленен Хөршиҙә беренсе күреүҙән үк оҡшатманы. Төҫкә-биткә матур, тыйнаҡ холоҡло күренһә лә, ҡәйнә кеше Әлфинурҙың килешһеҙ яҡтарын ғына күрҙе. Битенә бәреп әйтмәһә лә, ҡоҙағыйы туйға алып килгән сәскәнән башлап, йәш килендең нәҫел-ырыуына тиклем әхирәттәре, күршеләре менән тикшерҙе. Ике ауыл араһы егерме саҡрым ғына. Хәбәрҙәр был яҡҡа ел иҫһә лә килеп ишетелә. Хөршиҙә лә килененең нәҫел-тамыры хаҡында, әлбиттә, хәбәрҙар ине. Ҡоҙа тип атарға теле әйләнмәгән Ғәзимдең эскесе булыуы ла, ыҙғышып, ғаиләһен ҡыйырһытыуы ла, алты баланың аслы-туҡлы үҫеүе лә Хөршиҙә өсөн сер түгел. Ире иҫән була тороп, ул алты баланы яңғыҙы тиерлек үҫтергән Фәһимә ниндәй тәрбиә бирә алған тиһең һин уларға? Тауыш-ғауға эсендә үҫкән Әлфинур нимә алған тиһең холҡона ул ғаиләнән? Ата-әсәһе ниндәй, балаһы шундай! Ата балаһы хата булмаҫ, тигәндәр боронғолар. Улына һәйбәт ҡатын була алыр тиһеңме һин уны? Юҡ, һис кенә лә риза түгел Хөршиҙә! Һис кенә лә түгел! Динисламын ундай ғаиләнән сыҡҡан ҡыҙ өсөн үҫтермәне Хөршиҙә! Әсә кеше улын өгөтләне, өгөтләне, тик аҙ һүҙле Динисламы, әсәһенә ҡаршы өндәшмәһә лә, шул “эскесе балаһына” береккән ине, ахыры. Хөршиҙә бер ни ҙә эшләй алманы, теләһә-теләмәһә лә фатихаһын бирергә туры килде. Никах та уҡыттылар, ҙурлап булмаһа ла, туй ҙа үткәрергә туры килде Хөршиҙә менән Идиәткә. Түр башында аҡырып йырлап ултырған иҫерек ҡоҙаһына ла түҙҙе Хөршиҙә балаһы хаҡына. Йәштәр ауылда ике ай самаһы торҙолар ҙа, йәшәргә сара эҙләп, ситкә сығып киттеләр.
Эйе, алты балалы ҙур ғаиләне яңғыҙы һөйрәгән әсәһенә мең рәхмәтле булһа ла, Әлфинур атаһы менән маҡтана алмай ине. Ғәзим шулай “тирә-яҡта бер булып” донъяһын ҡарамайынса йәшәргә оялманы. Йорт-ҡаралтыһын нығытырга яй тапманы, ә эсәргә тапты. Дүрт малай, беләктәренә әҙ-мәҙ көс кереү менән, ҡыйшайған ҡойманы, абҙарҙы нығыттылар, бесән әҙерләнеләр. Ике ҡыҙ әсәләре менән бер тигеҙ бәрәңге алдылар, мал ҡаранылар, йорт эштәрен эшләнеләр. Балаларына әллә ни бирә алмаһа ла, Фәһимә хеҙмәт мәктәбен алырға тулыһынса, кәрәгенән артығын бирҙе. Әсәһенә оҡшап, Әлфинур ҙа тырыш, уңған, баҫалҡы холоҡло булып үҫте.
Үҙе уйлағанса, Хөршиҙәнең ҡоҙалары алдында күкрәк кирерлеге бар ине шул. Ул да ире Идиәт менән дүрт аҫыл бала үҫтерҙе. Өс улы, аталарына оҡшап, шундай уҡ булдыҡлы. Ҡызы Минзилә тирә-яҡта бер тигән сибәр. Уныһын да Хөршиҙә бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп үҫтерҙе. Һөнәрле булып ул үҫһен, холоҡло булып ҡыҙ үҫһен тигәндәй, әсәләренең йөҙөнә балалары ҡыҙыллыҡ килтермәне. Ғөмүмән, Хөршиҙә тормошонан ҡәнәғәт ине. Ҡоростан алтын ҡоя белгән иренән дә уңды. Ауылда бер тигән иркен, әллә ҡайҙан күренеп торған бейек йорт төҙөнөләр. Мунса-һарайҙарына тиклем таҡта менән тышланған, ялт итеп тора. Кемдең донъяһы тиһәң – уныҡы! Улар колхозда ла емертеп эшләнеләр, үҙ хуҗалыҡтарында ла көс түктеләр. Хөршиҙәнең заманына күрә табышлы ғына кәсебе лә бар ине. Ул тирә-яҡта бер генә ҡәҙерле һәм мәртәбәле белгес – бейә һөтөнән ҡымыҙ әҙерләүсе. Шул мең сирҙән шифалы эсемлекте һатыштырып, ярайһы ғына табыш алды. Ире Идиәт тә ҡалышманы. Бал ҡорто үрсетеп, бал һатты. Ҡыҫҡаһы, Хөршиҙә менән Идиәт районда бер булдыҡлы кешеләр ине. Хөршиҙә, әлбиттә, дүрт балаһын үҫтерә-үҫтерә, үҙҙәренә тиң булырлыҡ, шундай уҡ ныҡ тормошло ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар менән туғанлашырға хыялланды. Ярай инде, ике улы йыраҡтан өйләнде. Килендәрҙең нәҫел тамыры насар түгел шикелле. Ҡыҙы ла яҙмышын яҡшы ғына егет менән бәйләне кеүек. Бына был Динисламының яңылышыуы ғына! Ене һөймәгән килененән тыуған ейәне лә Хөршиҙәгә һөйкөмлө булып күренмәне. Ете айҙан тыуған илаҡ, тынғыһыҙ бала бик үҫте. Бер аяғы ҡыҫҡараҡ тыуған ғәрип ейәнен Хөршиҙәнең күҙенә лә күрһәткеһе килмәне. Ҡайтҡан һайын әсә кеше улын битәрләне: “Әйткән инем һиңә, өйләнмә ул ҡыҙға,тип. Тыңламаның.Бына сирле бала үҫтереп интек инде хәҙер!” Динисламы ғәҙәттәгесә әсәһенә ҡаршы һүҙ әйтмәне, тик үҙенсә йәшәүен дауам итте. Ҡатынына һүҙ тейҙермәне, тормошона зарланманы.
...Йылдар үтә торҙо. Идиәте иҫән саҡта Хөршиҙә ҡарсыҡ балаларына ҡунаҡҡа барғылап йөрөне, ә ул үлгәс, оҙон-оҙаҡ ҡыштарҙы сиратлап уларҙа сыға башланы. Етемләнеп ҡалған өйҙә яңғыҙы йәшәүе уға еңел түгел ине. Үҙ аяғында, үҙ көсөндә саҡта килендәре лә, ҡыҙы ла уға яҡты йөҙ күрһәттеләр. Ғүмеренең егерменән артыҡ ҡышын-көҙөн Хөршиҙә ҡарсыҡ сиратлап балаларында үткәрҙе. Дүрт балаһының да тормошо түңәрәк. Шөкөр, барыһына ла һыя. Яратмаған килене Әлфинур ҙа инде ул тиклем һөйкөмһөҙ һөйәк булып күренмәй ҡәйнә кешегә. Ире, ғаиләһе, ҡәйнәһе өсөн өҙөлөп тора. Уңғанлығы ла бар. Йорттары балҡып тора. Яҡшы ат үҙенә ҡамсы тейҙермәҫ тигәндәй, килененә тел-теш тейҙерлек түгел ине. Динисламы менән аңлашып, кәңәшләшеп йәшәйҙәр. Тағы ни кәрәк? Яҡшы холоҡ дошманыңды дуҫ итә, тигәндәр. Әлфинур баҫалҡылығы, тыныс холҡо, яҡты йөҙө менән ҡәйнәһен еңә алды. Яҡшылык менән еңә алды, яҡшылыҡ менән яраттыра белде. Йылы һүҙ йән эретә шул. Хөршиҙәнең телендә яңы һүҙ барлыҡҡа килде – “килен ҡыҙым”. Әйткәндәй, Ғәзим һәм Фәһимә менән йөрөшмәһә лә, улар өсөн дә ул тиклем ҡыҙарырлыҡ түгел. Хөршиҙә ишеткәнсә, дүрт улдары, йыйылышып, ата-әсәһенә йорт һалып бирҙеләр. Ҡаралты-ҡураларын нығыттылар. Хәмерҙән айнымаған Ғәзим балалары ла тимәҫһең! Эйе, тормош бар нимәне үҙ урынына ҡуя, барыһын да тигеҙләй. Хөршиҙәнең дә элекке ғорурлығы, мин-минлеге сигенә төштө.
Олоғайған Хөршиҙә ҡарсыҡ һикһән икенсе ҡышының беренсе айын ҡыҙында сығарға булды. Сығарға булды, тип, хәҙер унан һорап тороу ҙа юҡ. Килендәре шаярып әйткәндәй, график алдан төҙөлгән, мөһөр һуғылған. Бер ай бында, бер ай тегендә... Ҡыҙы Минзилә йәшәй белә, үҙ сауҙаһын алып бара. Ҡала ситендәге ҙур йорттарында Хөршиҙә ҡарсыҡтың үҙ бүлмәһе бар. Ҡаҡҡан-һуҡҡан кеше юҡ, кейәүе лә асыҡ йөҙлө. Ҡыҙының әсәһенә ваҡыты етмәүе генә ҡарсыҡтың күңелен йәберләй. Минзиләһе эшенән арып ҡайта ла ауа. Хөршиҙә ҡарсыҡ, бер кәлимә йылы һүҙ ишетергә зар булып, оҙон көндәр буйына ҙур йортта бер үҙе моңайып тик ята. Ҡыҙы, ҡайтҡас, әсәһе янына бер кереп кенә сыға ла вәссәләм! Ял көндәрендә ҡап ҡорһаҡлы бай ҡатындары мунсаға, түгел икән, сауна тиҙәрме, шуңа йыйылалар. Шундай уҡ йыуан сит-ят ирҙәр төнө буйына өҫтә шар һуғалар. Ундай көндәрҙә ҡарсыҡҡа тыныслыҡ юҡ. Ауыр һүҙ әйткәндәре юҡ, Аллам һаҡлаһын! Ә күңел йылылығы етмәй ҡарт кешегә. Иғтибар менән бергә хөрмәт етеп бөтмәй кеүек. Ни булһа ла, һалҡын уға был ҙур йортта, һыуыҡ.
Ҡыҙында бер аҙна торғас, әле бында сират менән бер ай самаһы йәшәйһе булыуына ҡарамаҫтан, Хөршиҙә ҡарсыҡ хәл белергә килгән Динисламға, улым, һеҙгә барғым килә, тип бышылданы. Килене белән улы һис ҡаршы килмәнеләр. Минзилә лә еңел һулап ҡуйҙы. Шул көндө үк ҡарсыҡты кейендереп улы үҙҙәренә алып ҡайтты. Минзиләнеке кеүек ике ҡатлы булмаһа ла, өйҙәре ҙур ғына. Иң мөһиме: күңелдәре иркен. Бында Хөршиҙә ҡарсыҡҡа хатта һауалары да еңелерәк һымаҡ тойола. Олоғайған ҡәйнәһен ҡарау өсөн Әлфинурға эшенән китәргә туры килде. Китмәҫ тә ине, ҡарсыҡтың хәле көндән-көн насарлана бара. Һаташҡан саҡтары ла булғыланы. Инде ҡартайған, көсһөҙләнгән ҡәйнәһенән йәш саҡта күргәндәре өсөн үс алманы Әлфинур. Динислам менән бәхетле тормоштарын төҙөгәнсе, улар ҙа күпте үттеләр. Динислам бер ваҡыт ҡаты ғына эскеләп алды. Әлфинур уның өсөн көрәште. Бөртөкләп йыйған бәхетен һаҡларға тырышты Әлфинур. Әллә ниҙәр ишеттерә торғас, ҡәйнәһенә рәнйеп, иренән айырылам, тигән ваҡыттары ла булманы түгел. Аҡылың булһа, асыу һаҡлама, тигәндәр. Инде бына ғүмер тауының үрҙәренә үрләгәс, аҡыл кергәс, Әлфинур аңлай – ярай әле ул саҡта сабырлығы етте, түҙҙе, Динисламы менән яҙмышын айырманы. Бәхетен һаҡлап ҡала алды. Тормоштарының ҡотһоҙ тигән саҡтарында ла өҙөлә башлағанды ялғай, донъяларына йәм керетә алды. Эйе шул, йәшәй белһәң генә тормош матур. Инде ҡәйнә ҡарсыҡтың да ғүмере үткән. Үткәндәрҙе ҡуҙғатып, ғауға сығарыуҙың мәнфәғәте юҡ. Ҡарсыҡтың ҡаты ғына холҡон бик яратып бөтөрмәһә лә, ир хаҡын һаҡлады Әлфинур. Ире Динисламды хөрмәт итте. Шуға күрә ул иренең әсәһен да һанға һуҡты, уға ҡарата миһырбанлы була белде. Ҡәҙер итһәң берәүгә, үҙеңдең ҡәҙерең артыр, тигәндәр. Әлфинурҙың да ире алдында ҡәҙере артты.
Улында өс аҙна самаһы йәшәгәс, Хөршиҙә әбей ҡасандыр ене һөймәгән килененең ҡулында йән бирҙе. Һуңғы һүҙҙәре: “рәхмәт, балам, килен ҡыҙым” булды.
Эйе, нисек йәшәһәк тә, донъя барыбыҙҙан да ҡала. Хөршиҙәнән дә, Ғәзимдән дә ҡалды, Фәһимәнән, Әлфинурҙан да ҡалыр. Кеше үҙенән һуң игелекле дауамын, изге эштәр ҡалдырыр өсөн донъяға килә.
http://syuyumbike.ru/news/proza/kilen-kyzym