

Хөриә АБЫҘГИЛДИНА.
Ифрат оҡшаны Зөһрәгә яңы хәрби ҡаласыҡ! Оҡшамаҫлыҡмы ни – ҡола далала урынлашыуына ҡарамаҫтан, урамдары, майҙансыҡтары йәшеллеккә, гөл-сәскәгә күмелгән. Бындағы фатирҙары ла ҡатындың күңеленә хуш килде – үҙенән бер нисә аҙнаға алдараҡ килгән ире уны, матур итеп ремонтлап, зауыҡлы ғына итеп йыһазлап та ҡуйған.
Барса ир-ат СССР Ҡораллы көстәрендәге иң мөһим объекттарҙың береһе тип иҫәпләнгән стратегия тәғәйенләнешендәге, йәғни океан аръяғына йүнәлтелгән, ракеталар дивизияһы полктарында һәм уларҙы хеҙмәтләндергән хәрби частәрҙә хеҙмәт итә. Ҡаласыҡта күберәге ҡатын-ҡыҙ һәм бала-саға ғына.
Ыҡсым ҡаласыҡ үҙе бер бәләкәй генә айырым дәүләт кеүек. Махсус рөхсәтһеҙ бында бер кемде лә керетмәйҙәр ҙә, сығармайҙар ҙа. Бында йәшәр өсөн бөтә уңайлы шарттар ҙа тыуҙырылған. Берҙән-бер сәнәғәт тауарҙары магазинында заманына күрә иң модалы кейем-һалымдың ниндәйе генә юҡ! Хатта тотош союзда “дефицит” тип иҫәпләнгән, сит илдәрҙә генә сығарылғандары ла һатыла. Ундайҙарҙы бүтән ҡала-ауылдарҙа көндөҙ шәм яҡтырып эҙләһәң дә таба алмаҫһың! Китап магазины ифрат бай. Ике аҙыҡ-түлек кибетенең дә кәштәләре туп-тулы: йәнең нимә теләй – бөтә бар. Коммунизмды көтөп ала алһаҡ, ул тап шундай булыр, моғайын.
“Нисек тә йәһәтерәк эш табырға ине”, - тип уйланы Зөһрә, йоҡонан уянғас та. Өс йәшлек ҡыҙы Айгөлдө балалар баҡсаһына илтте лә (уныһын да Фәрите алдан хәстәрләп ҡуйған бит әле!), төрлө ойошмаларҙы урап сығырға булды.
Ойошмалар тигәс тә, улар бында әллә ни күп түгел. Бер балалар баҡсаһы, бер мәктәп, бер дауахана, бер нисә сауҙа нөктәһе, торлаҡ-эксплуатация хужалығы бар. Шуларҙың бөтәһен дә урап сыҡты Зөһрә. Һәр ерҙә: “Буш урын юҡ, хатта иҙән йыйыусы итеп тә ала алмайбыҙ, штатыбыҙ тулы” тигән яуап ҡына ишетте. Бер ни тиклем кәйефе ҡырылды-ҡырылыуын, әммә ул күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә теләмәне. “Йән биргәнгә йүн биргән, берәй сараһы табылыр әле”, тип үҙен тынысландырҙы ла, ҡайтыу яғына атланы. Юл ыңғайы аҙыҡ-түлек кибетенә һуғылып, икмәк-һөт алып сығырға булды. Кибеткә яҡынлашҡас та, уның ишегенә яңы эленгән иғланға иғтибар итте. “Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзалары араһында эш ойоштороу буйынса инструктор талап ителә”, тиелгәйне унда.
“Уныһы ниндәйерәк эш була икән?” тигән ҡыҙыҡһыныу уянды Зөһрәлә. Ниндәй булһа ла, барып белешеп ҡарарға кәрәк. Кибеткә кереп тә тормайынса, Зөһрә, иғланда күрһәтелгәнсә, Совет Армияһының мәҙәниәт йортона йүнәлде. Бында уны төҫ-башы мосолманға тартым алсаҡ ҡатын ҡаршы алды:
ҡыҙымын. Исемем Мөнирә, тик бәләкәстән гел урыҫтар араһында йәшәгәс, мине бөтәһе лә Марина тип йөрөтәләр.
Зөһрәнең ниндәй йомош менән килгәнен белешкәс:
быға тиклем ул вазифаны Һеҙҙән байтаҡҡа өлкәнерәк бер апай биләгәйне, - тип бер тынала теҙеп һалды.
Зөһрә башта бер ни тиклем ҡаушабыраҡ ҡалды. Шулай ҙа Мөнирә-Маринаға:
Вахтер “киң күңеллелек” күрһәтергә ҡарар итте буғай:
- Оҙаҡламай етәксе килеп етәсәк, көтөп ултырып тороғоҙ, - тине ул.
Бер нисә минуттан мәҙәниәт йортона урта йәштәрҙәге мөләйем йөҙлө, мыҡты кәүҙәле майор килеп керҙе. Мөнирә-Марина уға Зөһрәнең ниндәй йомош менән йөрөүен әйтте.
Зөһрәне үҙенең кабинетына саҡырҙы майор.
хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзалары араһында эш ойоштороу буйынса инструктор миңә генә түгел, тағы замполитҡа - дивизия командирының сәйәсәт буйынса урынбаҫарына буйһона, - тип һүҙ башланы ул. - Вазифа үтә лә ҡатмарлы һәм яуаплы - гарнизондағы бөтә частәрҙең дә, ә улар барлығы егерме дүрт, ҡатын-ҡыҙҙар советтарының эшмәкәрлеген ойоштороу, мәҙәниәт йортонда өлкәндәр өсөн - төрлө курстар, ә бала-саға өсөн - түңәрәктәр асыу һәм уларҙың эшен яйға һалыу, һәр байрам алдынан тематик кисәләрҙең сценарийҙарын яҙыу һәм уларҙы уҙғарыу кеүек бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр инструктор иңенә йөкмәтелә. Өҫтәүенә, ул офицер һәм прапорщик ҡатындарының хәл-әхеүәлдәре хаҡында ла хәбәрҙәр булырға тейеш. Хәрби хеҙмәткәрҙәр ил алдындағы бурыстарын теүәл үтәһен өсөн иң тәүҙә уларға күңел тыныслығы кәрәк бит, ә был ғаиләләге үҙ-ара мөнәсәбәткә бәйле. Шуны төшөнөп етмәгән ҡайһы бер гүзәл заттар менән бәйләнеш булдырып, улар араһында аңлатыу эше алып барыу ҙа инструкторҙың бурысы.
Майор Рязанцев иғтибарлы итеп Зөһрәнең документтарын – паспортын, дипломдарын, тәржемәи хәлен һәм, бәлки кәрәге тейер тип, элекке эш урынынан алған характеристикаһын ҡарап сыҡты, сәркәтибенән уларҙың күсермәһен эшләтеп алды. Тын да алмайынса тип әйтерлек етәксенең яуабын көтөп ултырған ҡатынға:
тине. – Кәм тигәндә аҙна-ун көн самаһы ваҡыт үтеп китер. Яуапты хәбәр итербеҙ. Шулай ҙа башҡа урын да эҙләштерегеҙ – йәшерәкһегеҙ, өҫтәүенә, әлегәсә был вазифаға башлыса партия ағзаларын ғына ала торғайнылар...
“Ҡатын-ҡыҙҙар советтарының эшмәкәрлеге менән танышмын, ирем элек хеҙмәт иткән гарнизонда үҙем дә совет ағзаһы итеп һайланғаным булды, әҙме-күпме тәжрибәм бар, - тип уйланы Зөһрә, етәксе бүлмәһенән сығып киткәс. - Фәрит менән йәшәй башлағандың тәүге йылында эшһеҙ ҡаңғырылғайны, шунда, айына бишәр һум аҡса түләп, “Машинопись и делопроизводство”, “Кейем киҫеү һәм тегеү” курстарына йөрөргә тура килгәйне, уларҙың эшмәкәрлеге менән дә танышмын. Төрлө сараларға сценарийҙар яҙыу ҙа әллә ни ҡатмарлы булмаҫ – мәктәптә иншаларҙы гел “бишле”гә яҙҙым. Төрлө саралар ойоштороу ҙа өркөтмәй - мәктәптә лә, университетта ла йәмәғәт тормошонда әүҙем генә ҡатнашылды. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең хәләл ефеттәре менән уртаҡ тел табыу ҙа ауырлыҡ тыуҙырмаҫтыр...”
хәл ителә торған мәсьәлә, - тине Фәрит кисен, ҡатынының яңылыҡтарын тыңлап бөткәс тә.
Үҙенән ун йәшкә өлкәнерәк булғанғамы, Фәрит ҡатынын яратып, ҡәҙерләп кенә тора. Өйҙә саҡтарында йорт эштәрендә лә булыша, ҡыҙсыҡтарын да ихлас тәрбиәләшә. Ҡатынының бер башланғысына ла ҡаршы килгәне юҡ. Сәбәбен табып, уңайы сыҡҡан һайын маҡтап, дәртләндереп кенә тора. Йыл һайын отпуск мәлдәрендә бергәләшеп тыуған ауылдарына ҡайтып йөрөйҙәр, союздаш республикаларға сәйәхәт ҡылалар. Украинала, Грузияла, Әзербайжанда, Эстонияла, Ҡырғыҙстанда булғандары, Ҡара диңгеҙ буйында ял иткәндәре бар. Ҡайҙа ғына сәфәр ҡылһалар ҙа, кире Мәскәү аша ҡайталар. Баш ҡалала туҡтап, йәш ҡатынға сифатлы һәм зауыҡлы кейем-һалым юллап, мотлаҡ үҙәк универмагҡа һуғылалар. Фәрит йылына бер нисә тапҡыр йөрөгән оҙайлы командировкаларынан да бер тапҡыр ҙа буш ҡул менән ҡайтҡаны юҡ – Зөһрәһенә гел ниндәй ҙә булһа бүләк алып ҡайта. Уларҙың шулай матур, татыу йәшәүенә ҡарап әйләнә-тирәләге барса кеше һоҡлана.
Иртәгеһен Зөһрә ирен - хеҙмәтенә, ҡыҙын - балалар баҡсаһына оҙатты ла, яратҡан шөғөлөнә – бәйләменә тотондо. Ҡапыл ишек ҡыңғырауы яңғыраны. Был ҡаласыҡта әлегә таныш-белештәре юҡ, кем икән? Баҡтиһәң, командирҙарҙың йомоштарын үтәп йөрөүсе “посыльный” һалдат икән.
етеүегеҙҙе үтенде, - тине лә, боролоп сығып та китте.
Өҫ кейемен генә алмаштырҙы ла, Зөһрә лә уның артынан атланы.
хәҙер үк эшкә тотонһағыҙ бик яҡшы булыр ине, - тип һүҙ башланы был юлы Михаил Петрович. – Замполит, Һеҙ элек йәшәгән гарнизон етәкселеге менән бәйләнешкә сығып, ғаиләгеҙ хаҡында ныҡлап белешкән. Бөгөндән КПСС ағзалығына кандидат булырға теләүегеҙ хаҡында ғариза яҙығыҙ, рекомендацияларҙы элекке етәкселәрегеҙ ебәрәсәк. Ярты сәғәттән быға тиклем инструктор булып эшләгән ханым киләсәк , Һеҙгә кәрәкле документтарҙы тапшырасаҡ.
Артабан мәҙәниәт йорто етәксеһе Зөһрәне оҙон коридорҙың
икенсе осондағы эш бүлмәһенә оҙатты. Ҙур ғына бүлмәлә төрлө папкалар теҙелгән бер нисә шкаф тора, “Т” хәрефен хәтерләтеп, өҫтәлдәр ҙә ҡуйылған. Түрҙәгеһендә төрлө төҫтәге өс телефон.
һороһо – мәҙәниәт һарайындағы эске бәйләнеште тәъмин итә, ә зәңгәрһыуы – ҡаласыҡтың элемтә бүлексәһенә ҡарай, йәғни унан төрлө ойошмаларға һәм хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең йорттарына шылтыратып була, - тип аңлатты майор Зөһрәгә, сығып китер алдынан.
Бер нисә минуттан ишектә ҡырҡ биш йәштәр самаһындағы йоморо кәүҙәле, итләс битле бер ханым күренде.
Һынаулы ҡараш ташлап. – Бында ун йыл эшләнем. Яңыраҡ ирем полковник званиеһы алды, беҙҙе Мәскәүгә генеральный штабҡа күсерәләр. Ә Һеҙ, тимәк, яңы инструктор булаһығыҙ инде?
Шунан ярайһы уҡ тупаҫ итеп:
ҡуйҙы.
Зөһрә һис ҡаушап ҡалманы:
иҫәптән был гарнизон урынлашҡан ерҙә лә, ҡасандыр
башҡорттар көн иткәнлеге хаҡында белмәйһегеҙме ни? - тип “йыуанбикәнең” һорауына үҙе лә һорау менән яуап ҡайтарҙы. – Ғөмүмән, Советтар Союзында бөтә милләттәр ҙә тигеҙ хоҡуҡлы булыуы Һеҙгә – күп йылдар партия ағзаһы булып торған белемле, тәжрибәле һәм мәҙәниәтле ҡатынға, билдәле түгелме һуң?
Галина Ивановна бындай яуапты көтмәгәйне булһа кәрәк:
булды.
Тәүге аралашыуҙары шулай йәмһеҙерәк килеп сыҡһа ла,ошо уҡ кистә үткәрелгән дивизияның ҡатын-ҡыҙҙар советтары рәйестәре йыйылышында элекке инструктор залдағыларҙы яңыһы менән таныштырып, бөтөнләй башҡаса “һайраны”:
эшләйәсәкһегеҙ, - тине ул бәрхәттәй йомшаҡ тауыш менән. – Арағыҙҙа иң йәше ул, егерме етелә генә, әммә булдыҡлы һәм компетентлы күренә, уның дөйөм эшебеҙҙе лайыҡлы дауам итәсәгендә тамсы ла шигем юҡ...
Был кистә Зөһрәне тағы бер һәйбәт ваҡиға көткән икән. Ҡатын-ҡыҙҙар советтары рәйестәренең йыйылышы тамамланғас та, уның янына зәңгәр күҙҙәре осҡонланып торған, ерән сәсе ҡупшы итеп киҫелгән, килешле кейемдәге ифрат сибәр бер йәш ҡатын килеп керҙе. Урыҫсалап:
Ыңғай яуап ишеткәс, саф башҡорт телендә:
исемем Гөлйөҙөм, бында Гуля тип кенә йөрөтәләр, - тип һөйләп бирҙе. – Осоусылар отрядынан өлкән лейтенант Рәхим Латыповтың ҡатынымын. Наҙгөл исемле дүрт йәшлек ҡыҙыбыҙ үҫә. Мәҙәниәт йортоноң бухгалтерияһында кассир булып эшләйем.
менән өндәшермен инде, - тине Зөһрә. – Атай-әсәйҙәр ҡушҡан матур-матур исемдәрҙе, мәғәнәһен юғалтып, ҡыҫҡартыуға, “урыҫсалаштырыу”ға ҡәтғи ҡаршымын.
Шулай ҙа, яҡташы менән танышыуына ныҡ һөйөндө Зөһрә.
Ҡанатланып, ең һыҙғанып эшкә тотондо. Уға бигерәк тә вазифаһының төрлө йүнәлешле булыуы оҡшаны. Ваҡытты бушҡа уҙғарыуҙы йәне һөймәгәнлектән, үҙенсә “расписание” ла төҙөп алды: иртәнсәк “ҡағыҙ” эше – пландар төҙөү, отчеттар әҙерләү, сценарийҙар яҙыу менән булышыр, артабан курстар һәм түңәрәктәр хаҡында хәстәрлек күрер, кискә табан алмаш-тилмәш төрлө частәрҙең ҡатын-ҡыҙҙар советтарының рәйестәре, курстар етәкселәре, офицер ҡатындары менән осрашыр. Шулай итте лә. Гел кеше араһында. Һәр көн яңы тәьҫораттар. Яңы таныштары ла күбәйҙе. Ихлас күңелле Гөлйөҙөм менән әхирәттәргә әүерелделәр. Ғаиләләре менән яҡынлаштылар, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөштөләр. Сит яҡта туған телдә һөйләшеп, йырлашып алыу үҙе бер ғүмер бит ул! Ҡайһы бер офицер ҡатындары менән дә дуҫлашып алдылар. Ставрополь ҡалаһында тыуып үҫкән инглиз теле өйрәнеү курсы етәксеһе Наталья Петровна Степанова һәм Карелияның баш ҡалаһы Петрозаводск ҡалаһынан килгән кейем киҫеү һәм тегеү курсы етәксеһе Нина Михайловна Ивлева Зөһрәгә төрлө сараларҙы ойоштороуҙа алмаштырғыһыҙ ярҙамсылар булып киттеләр. Улар ғынамы – буш ваҡыттарында Фәрите лә мәҙәниәт йортона килеп етер һәм кәрәк саҡта ярҙамлашыр булды. Офицер балалары өсөн үткәрелгән яңы йыл кисәһендә Ҡыш бабай эҙләргә тура килмәне – был ролде Зөһрәнең ире үҙе бик оҫта башҡарҙы.
Сетерекле хәлдәр ҙа килеп тыуғылап торҙо. Бер көн бишенсе полктың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Татьяна Егоровна Никитина өс балалы Василий Иванович менән Нина Николаевнаның айырылышырға йыйынғандарын хәбәр итте. Бергәләшеп ошо ғаиләгә барҙылар. Ғаилә башлығы прапорщик Иванов нарядта ине. Ҡыҙҙары Аня менән Таня мәктәптә, улдары Ваня балалар баҡсаһында.
атайҙарын онотоп баралар.
булмай ҙа инде, - тип тынысландырҙы ярһыған ҡатынды Зөһрә.
булырға бурыслыбыҙ, - тип уға ҡушылды Татьяна Егоровна. – Ирҙәребеҙҙең йә дежурствола, йә нарядта, йә учениела, йә командировкала булыуы тәбиғи хәл бит инде. Минең ирем – подполковник, дүртенсе полк командирының урынбаҫары, беҙҙең ике балабыҙ бар, ҡыҙыбыҙ Ольгаға – ун өс, улыбыҙ Олегҡа - туғыҙ йәш. Иремде тәүлектәр генә түгел, аҙналар буйы күрмәгән саҡтарыбыҙ була...
Айырыуса Мәскәүҙә, Ленинградта һәм башҡа ҙур-ҙур ҡалаларҙа тыуып үҫкән йәш ҡатындар күп иғтибар талап итә. Уларға бәләкәй генә ябыҡ ҡаласыҡҡа күнегеүе ифрат ауыр.
фатирҙа, тәмле аштар бешереп, ирҙәрегеҙҙе йылмайып ҡаршы алырға өйрәнегеҙ, - ти уларға Зөһрә. – Әле улар – саҡ хәрби училище тамамлаған лейтенанттар, һеҙҙең ярҙамығыҙ менән тырышып хеҙмәт итһәләр, яңы званиелар алырҙар, бер нисә йылдан һуң уларҙы ҙурыраҡ ҡалаларға ла күсерерҙәр.
Лейтенант ҡатындары менән эшләү сабыр булыу зарурлығы хаҡындағы әңгәмәләргә генә ҡайтып ҡалмай – Зөһрә уларҙың бәғзеләрен һөнәрҙәрен арттырырға, йәғни мәҙәниәт йортондағы курстарға йөрөргә өгөтләй, ҡайһы берәүҙәренә эш тә эҙләшә.
Йыйылыш артынан йыйылыш, сара артынан сара, осрашыу артынан осрашыу – ваҡыттың уҙғаны һиҙелмәй ҙә! Етәкселек Зөһрәнең эшенән ҡәнәғәт: байрам һайын - почет грамоталары, квартал һайын - премиялар менән дәртләндереп кенә тора. Тәүҙә - кандидат, һуңыраҡ – ағза итеп, партияға ла алдылар.
Офицер ғаиләләре араһында эш ойоштороу буйынса инструктор вазифаһына тотоноуына ике йыл тигәндә командование Зөһрәне Мәскәүгә, Совет Армияһының ҡатын-ҡыҙҙар советтары рәйестәренең конференцияһына ебәрҙе. Был оло кәңәшмәлә Зөһрәне трибунаға уҡ ултыртып ҡуйҙылар! Үҙенең беренсе ҡатын-ҡыҙ космонавт, Советтар Союзы Геройы Валентина Терешкованан өс кеше аша ғына ултырыуын мәңге онотмаҫ!
Конференцияла алдынғы тип танылған ҡатын-ҡыҙҙар советтары рәйестәре бер-бер артлы үҙҙәренең эш тәжрибәһен һөйләне. Уларҙың сығыштарын, бик иғтибарлы тыңлап, блокнотына киләсәктә кәрәге тейерҙәй фекерҙәрҙе теркәп барҙы Зөһрә. Уй-тойғоларына бирелеп, оло кәңәшмәнең тантаналы өлөшө башланғанын аңғармайыраҡ ҡалды. Шуға ла командующийҙың үҙ исем-шәрифен атауынан хатта һиҫкәнеп китте:
танылған ҡатын- ҡыҙҙар советы рәйесе Зөһрә Фазыл ҡыҙы Кәримоваға маҡтау грамотаһы һәм ҡимммәтле бүләк тапшырыла, - тип иғлан итте генерал-майор.
Уның ҡулынан грамота менән ыҡсым ғына ҡумта алғанында бик тулҡынланды Зөһрә. Грамоталары күп уның, ә бындайы әлегә берәү генә! Ҡумта эсендә иһә матур ғына гәлсәр ваза булып сыҡты. Ошо сара хаҡында иҫтәлек итеп, ҡәҙерләп һаҡлар уны Зөһрә!
Мәскәүҙән ҡайтҡас, тағы ла дәртләнеберәк, эшкә тотондо ул. Тик үҙенең әйләнә-тирәһендә әлегә үҙенә аңлашылып етмәгән ниндәйҙер үҙгәреш тойомланы. Был үҙгәрештең илдә башланған “үҙгәртеп ҡороу”ға бәйләнеше юҡ, әлбиттә. Эш нимәлә һуң? Тора-бара ул мәҙәниәт йортонда ҡайһы бер ҡатындарҙың үҙенә ҡарата мөнәсәбәте башҡарғанын да аңғарҙы. Үҙ-ара нимә хаҡындалыр ҡыҙып-ҡыҙып әңгәмәләшәләр ҙә, инструктор яҡынлашһа, уңайһыҙланғандай, шымып ҡалалар. Наталья Петровна менән Нина Михайловна ла Зөһрәнән ситләшкәндәй – элекке кеүек, көн һайын уның бүлмәһенә кермәйҙәр. Кергәндәрендә лә оҙаҡ тормайҙар - йомоштарын йомошлайҙар ҙа, тиҙ генә сығып та китәләр.
Сәйер хәлгә Гөлйөҙөм асыҡлыҡ индерҙе. Бер көн эш тамамланыуға ярты сәғәт самаһы ҡалғас, Зөһрәнең кабинетына атлығып килеп керҙе ул.
именлеге өсөн тырышаһың , ә үҙ ғаиләңдең тарҡалыу ихтималлығы хаҡында уйлағаның бармы? - тине лә, үкһеп илап та ебәрҙе. – Һин миңә бер туған апайым кеүекһең, бүтән өндәшмәй түҙә алмайым, ғәфү ит мине, зинһар...
Бер ни ҙә аңламаған Зөһрә әхирәтенә аптырап ҡарап ултыра бирҙе.
Фәритең? Ҡайҙа?..
бирҙе уға Зөһрә. – Бөгөн ҡайтып етергә тейеш.
ҡатындарға, ә улар, сер түгел – етерлек, “командировкаға”
йөрөй башлаған Фәритең! – Һинән башҡа, быны белмәгән кеше ҡалмағандыр! – тип “сәпәне” яҡташы...
Булмаҫ, уның уңыштарына үҙенә ҡарағанда ла нығыраҡ шатлана бит Фәрите! Элеккесә, иғтибарлы, итәғәтле, хәстәрлекле. Дөрөҫ, һуңғы ярты йылда дежурстволары һәм командировкалары йышайҙы. Был, моғайын, ил башлығының яңы сәйәсәтенә бәйлелер. Күрәләтә ҡатынына хыянат итеп, әҙәм көлдөрөп йөрөмәҫтер бит инде...
Шулай уйланды Зөһрә, көтөлмәгән күңелһеҙ хәбәрҙе ишеткәс. Балалар баҡсаһынан ҡыҙын барып алды ла, уны күршеһенә ҡалдырып тороп, ире хеҙмәт иткән частең штабына йүнәлде.
командировкаға ебәрәһегеҙ ул? - тип һораны ул часть командирынан.
сыҡҡаны юҡ тип әйтерлек, - тип яуапланы полковник Лазарев. -Һеҙҙең вазифағыҙҙың ни тиклем ҡатмарлы икәнлеген һәм бәләкәй ҡыҙығыҙ барлығын күҙ уңында тотоп, беҙ уны хәҙер хатта дежурствоға ла мөмкин тиклем һирәгерәк ҡуйырға тырышабыҙ . Көн дә иртәнсәк казармаға килә, кис ҡайтып китә. Әле лә шунда ул. Саҡыртайыммы?
Командирҙы бимазалап йөрөгәненә уңайһыҙланып, ҡайтырға сыҡты. Ҡыҙы менән икәүләп, кис буйы Фәритте көттөләр. “Һөйләшербеҙ, аңлашырбыҙ, дүрт аяҡлы ат та абына тиҙәр, әҙәм балаһы хаталанмай булмаҫ, бөтәһе лә яйға һалыныр”, тип өмөтләнде Зөһрә. Ире ҡайтманы. Йоҡларға ятыр алдынан телефон шылтыраны.
Көтөгөҙ мине. Мин һеҙҙең икегеҙҙе лә шул тиклем ныҡ һағындым!
Ҡатын бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Ҡапыл ябырылған бәләнән ҡаушап ҡалды. Ғәрлегенән күңеле әрнене. Үҙ-үҙенә йәне көйҙө: бүтән ғаиләләрҙең именлеген ҡурсалап йөрөп, үҙенекен юғалтты бит! Иң яҡын кешеһенең хыянатын, ике йөҙлөлөгөн, үҙен шулай алдап йәшәүен ҡабул итә алманы. Йоҡоһоҙ төндән һуң ҡәтғи ҡарарға килде. Таң атҡас та, кейенеп, мәҙәниәт йортона йүгерҙе. Унда Мөнирә-Маринанан башҡа бер кем дә юҡ ине әле. Үҙ теләге менән эштән китеүе тураһында ғариза яҙҙы ла, вахтерға ҡалдырҙы. Ашыҡ-бошоҡ ҡына үҙенең һәм ҡыҙының иң кәрәкле кейем-һалымын, сабыйының яратҡан ҡурсағын ғына сумаҙанға тыҡты ла, бәләкәсен етәкләп, тимер юл вокзалына йүнәлде. “Ура! Ҡарттай менән ҡәртнәйгә барабыҙ!” тип шатланды ҡыҙы ...
https://shonkar.com/articles/novosti/2021-08-10/ine-ire-ay-a-2460943?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=13743478