

Улар ҡатыны менән һоро бер көнкүреш алып барған ғаилә ине. Башҡаса мөмкин дә түгел. Бик яратышып өйләнештеләр, тик балалары булманы. Балаһыҙ йорттағы ҡурҡыныс тынлыҡ тормошто ауырайтып, араларҙы һыуытмай ҡалмай шул. Беренсе ун йылды өмөт итеп, тағын бер тиҫтә йылды был хаҡта уйламайынса, башҡаса йәшәргә тырышып үткәрҙеләр. Тик аралары һыуына ғына барҙы. Күңел борсоуы һиҙелмәй ҡалмай, ул уларҙың тышҡы ҡиәфәтендә лә сағылды. Көндәрҙән бер көндө шул танышымды осраттым. Йәшәреп киткән кеүек, күҙҙәре янып тора, һәр ваҡыт етди ҡиәфәт менән йөрөгән ирҙең йөҙөндә йылмайыу сатҡылары...
Тимерхандың бәләкәй генә бизнесы бар. Үҙе лә оҫта балҡсы булғанлыҡтан, был шөғөл өсөн кәрәк-яраҡ һата торған кибет тота ине. Ул уның кибет кенә түгел, үҙенә күрә бер балыҡсылар клубы булды. Уның янына ҡаланың икенсе башынан да үҙе кеүек ҡармаҡ менән енләнгән кешеләр килде. Улар бергәләп балыҡ тоторға йөрөнө, ярыштар үткәрҙе. Килеме әллә ни ҙур булмаһа ла, йәненә яҡын эш булғас, ул ҡәнәғәт ине. Ә бына өй... Уның өйөнә ҡайтҡыһы килмәгән көндәре күп ине. Проблеманан ҡасыу түгел был, уны өйө йылытмай ине. Бары тик ғәҙәтләнгәнгә генә кистәрен өй тупһаһын атлап керҙе. Инде күптән рухи ҙа, физик яҡынлыҡ та булмаған мөнәсәбәттәргә нөктә ҡуйыуҙы уйына ла керетмәне. Тормошто яңынан ҡорорға һуң инде, беҙҙең поезд күптән киткән тип уйланы. Ләкин бер осраҡ барыһын да хәл итте. Уның кибетенән йыраҡ түгел көндәш һатыу нөктәһе барлыҡҡа килде. Улар тауарҙарҙы күпкә арзаныраҡ һата башланы. Билдәле, һатып алыусыларының һаны аҙайҙы. Килем дә кәмене. Тимерхан янына килеп кәңәшләшәләр ҙә, теге кибеткә кереп алалар ине. Халыҡты ла аңларға була. Ҡайҙа арзан, шунда йөрөргә тырыша бит ул. Быны бары ҡатыны ғына аңламаны. Кистәрен ҡолак итен сәйнәне, йылы һүҙе менән ярҙам итәһе урынға, әленән-әле килем аҙайыуға зарланды. Юғиһә көн итәрләргә етеп бара ине бит. Тимерхандың сабырлығы бөтөп, ҡатынына дорфа итеп яуап бирә башлағас, быны көтмәгән тормош иптәше айырылышырға ғариза яҙҙы. Ҙур фатирҙарын ҡалдырып, сыгып китеүен талап итте. Был фатирға минең дә көсөм кергән тип уйлап, Тимерхан юристар менән кәңәш иткәндән һуң, милекте урталай бүләргә ҡарар итте.
Ике тиҫтә йылдан артыҡ йәшәгән ҡатыны менән айырылышыу еңел бирелмәй уға. Яңғыҙлыҡҡа, яңы фатирына оҙак күнегергә тура килә.
Бер көндө иртән иртүк звонок тауышынан уянып китә. Йоҡоло-уяулы килеш ишекте асһа, өй халаты ғына кейгән бер ҡатын баҫып тора. Подъезға кергән-сыҡҡанда иҫәнләшеп уҙған кешеләр араһында осраған таныш йөҙҙәрҙең береһе ине ул. Баҡтиһәң, терәлеп торған күршеһе икән. Фатирында торба тишелеп, һыу аға башлаған икән. Ул һыу йыйылырға биҙрә ҡуйған да, ни эшләргә белмәйенсә, күршеһе ишеген ҡаҡҡан. Тимерхан тиҙ генә кереп, кәрәкле урындан кранды борҙо. Күрше ҡатынына иҙәнгә аҡҡан һыуны йыярға ярҙам итте. Эш барышында ҡатындың исеме Наилә булыуын белде. Күршеһе ярҙамы өсөн аҡса һуҙҙы, тик Тимерханды уны алырға Бер нисек тә ризалата алманы. Буйҙак ир кергәс тә үк танауҙы ҡытыҡлап торған тәмле ҡамыр ризыҡ еҫен һиҙгән ине. Был еҫкә бирешеп, бар ҡыйыулығын йыйып: «Иртәнге аш ашарға риза булыр инем», – тине. Сәй табынында Тимерхан Бер нисә йыл элек ҡатындың ҡаты ауырыуҙан һуң ире үлгәнен белде. Берҙән-бер улы өйләнгән дә, эше буйынса башҡа ҡалаға күсенеп киткән.
Шул иртәнән улар үҙҙәре лә һиҙмәйенсә аралаша башлай. Бер-береһенә кереп, Наилә – ҡатын-ҡыҙ эшен, Тимерхан ир-ат ҡулы кәрәк булған эштәрҙе башҡара башланы. Ә 8 Мартта ирҙе көтмәгән хис-тойғолар тулҡыны ҡапланы. Байрам көндө бүләктәр менән керҙе ул «күрше»һенә. Һөйләшә-һөйләшә киске аш ашанылар. Һуңынан Наилә Тимерханға яҡындарының, үҙенең бәләкәй саҡтағы фотографияларын күрһәтте. Ир Наилә янында фотолар ҡараған ваҡытта шуны аңланы: уның Наилә менән кисте генә түгел, төндө лә үткәрәһе, уны наҙлап һөйәһе килә икән. Был хистән ул хатта ҡурҡты ла... Шундай ләззәтле минуттар кисерермен тип уйламаған да ине... Ҡатыны менән ҡайнар хистәр күптән һыуынған ине бит...
Тимерхан йәшлектәге кеүек ғашиҡ булды. Өйөнә лә ҡанатланып, осоп ҡайта башланы. Наилә уға килемен арттырырға ла ярҙам итте. Үҙе эшләгән реклама фирмаһындагы егеттәр Тимерханға оригиналь буклеттар яһай. Кистәрен уны икәү бергә таратып йөрөйҙәр. Әллә шул буклетлар ярҙам итте – клиенттары уға кире ҡайта башланы. Өйҙә лә, эштә лә күтәренке кәйеф менән йөрөнө Тимерхан. Бәхетле булырға күп кәрәкмәй ҙә икән бит. Бары тик йәненә яҡын кеше һине аңлаһын да, яныңда булһын...
Минең поезд китте инде тигән Тимерхан бер бәйләм гөлләмәләр күтәреп, күрше фатирҙың ҡыңғырауына баҫты. Ул бөгөн Наиләгә тәҡдим яһаясаҡ. Уфтанып йәшәү дөрөҫ түгел икән бит ул, офоҡта яңы поезд күренмәй ҡалмай, мөнәсәбәттәр ҡорорға Бер ваҡытта ла һуң түгел икән.
http://syuyumbike.ru/news/otkrovenie/sogy-poezd-kaychan