Быҫҡаҡлап яуған ямғыр, мыжып бер туҡтауһыҙ илаған балалай, һаман туҡтаманы. Башҡа йылдарҙа был ваҡытта күптән әбейҙәр сыуағы, йылы, ҡояшлы көндәр була торғайны. Әле күктең төбө тишелгән тиерһең. Етмәһә, һыуыҡ, әсе еле үҙәккә үтә. Былай ҙа өшөп, ауырып торған Зәбирә ҡарсыҡ тамам хәлдән тайҙы. Арҡаһы, аяҡтары боҙ кеүек туңып, тамағы ауыртыуҙан төкөрөгөн дә йота алмаған, башы өҙлөкһөҙ сәнсеүҙән йонсоған ҡарсыҡ, исмаһам, мамыҡ шәлем генә лә янымда юҡ шул, ябынып ятһам тәнемә әҙерәк йылы инер ине тип уйлап ҡуя. Алдан йығылырымды белһәм, аҫтыма һалам түшәп ҡуйыр инем, тигәндәй, Зәбирә ҡарсыҡ бындай ташлындыҡ әйбер хәленә ҡалырмын тип һис көтмәгәйне. Сит ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке ташламаҫ, тиһәләр ҙә, үҙ балаң шундай көнгә ҡалып ятырһың тип кем уйлаһын инде...
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, уларҙың ҡатындарына фатир бирәләр икән тигән хәбәр ауылда йәшен тиҙлегендә таралды. Зәбирә ҡарсыҡтың тиҙҙән ҡалала фатирҙа йәшәйәсәген белгән ҡайһы бер әхирәттәре көнләшеү-шаярыу ҡатыш:
- Бабайың теге донъяға киткәс тә һине ҡарауҙан, һине ҡайғыртыуҙан туҡтамай, әй. Бәхетле кеше ғүмере буйы бәхетле була инде ул, - тиеште.
Ҡала тормошондағы “рәхәт”, “бәхетле” көндәр, ветеран ҡатынын, ысынлап та, оҙаҡ көттөрмәне. “Һуғыш ветерандарына, уларҙың ҡатындарына фатир бирәләр” тигәнде ишетеү менән кинйә ҡыҙы Гөлназ ҡайтып та төштө. Торлаҡ юллауға тип йыйыла башлаған документ-фәләндәрен еңгәһе ҡулынан тартып тигәндәй алып, әсәһен үҙе янына ҡалаға әйҙәне.
Фатирҙы юллап алғансы ҡыҙы менән дөйөм ятаҡтың бәләкәй генә бер бүлмәһендә арыу ғына йәшәп ҡалды. Фатирлы булып, үҙ исеменә яҙҙыртып алғас, ҡапыл бәйеле аҙҙы ҡыҙының. Юҡтан сәбәп табып бәйләнә башланы... Зәбирә ҡарсыҡ үҙ ҡыҙын таный алманы. Ҡырҡҡа еткәндә тапҡан ҡыҙын ҡарты менән иркәләп кенә үҫтерҙеләр, теләгәне һәр саҡ алдында булды. Нимә етмәне икән Гөлназды тәрбиәләгәндә? Аптырай әсә, кинйәһенең ҡылығын аңлай алмай.
Бер төн Зәбирә ҡарсыҡ лабор-лобор һөйләшкән тауышҡа уянып китте. Өҫкө ҡаттағы, айына бер нисә рәт кәйеф-сафа ҡорорға яратҡан күршеләренән сығалыр тип уйланы башта. Әммә Гөлназдың сырылдаҡ тауышынан танып, төнгө ҡунаҡтарҙың үҙенең аш-һыу бүлмәһендә ултырғандарын аңланы. Ҡарсыҡты күргәс саҡырылмаған ҡунаҡтар ҡәнәғәтһеҙ генә шылыуын шылдылар ҙа, тик иҫерек ҡыҙы тауыш ҡуптарҙы:
- Никакой личной жизни инде хәҙер һин ҡортҡа менән! - тип зәһәр ыҫылданы кинйәкәйе. – Квартира тигән булып башыма бәлә, имгәк алдым.
- Һуң ҡыҙым йәшәргә үҙең алып килдең, мин көсләшеп килмәнем дә, - тине аптырауҙың сигенә сыҡҡан әсә.
- Нимә, квартираңды шул киленеңә, уйнаштан тапҡан балаларына биреп ҡуйыр инеңме? Шиш! – Ҡуҡышын әсәһенең танау төбөндә уйнатып-уйнатып алды Гөлназ.
- Ярай, уларға булмаһа, һиңә, ике ейәнемә ҡалыр.
- Һи-и-и, балаларыңды күргәнең бармы тип һора башта, ыштанһыҙ! Һөйләгән әкиәттәремә ышандың инде, ә!? Белһәң, бел! Беренсе иремдән тапҡан малайҙы әсәлек хоҡуғымдан хөкүмәт яҙҙырғас олатаһы менән өләсәһе ҡарай. Ә бәләкәйе мәктәп-интернатта. Уныһын да йылдан ашыу күргәнем юҡ. Береһен дә күргем дә, ишеткем дә килеп тормай! Квартира икебеҙҙең исемдә булмаһа, һине лә йә ҡарттар йортона олаҡтырып, йә ауылға алып барып ырғытып китер инем.
Ҡарсыҡтың башына һуҡҡандай булды. Аяҡ аҫтында ер умырылһа шул мәлдә, биллаһи, ғәрлегенән шунда төшөп кенә китеп, бындай хурлыҡты күрмәҫ, ишетмәҫ ине.
Әсәһенән ҡотолоу юлын тапты ҡыҙы. Йәйге эҫелә ҡала саңын йотоп, таш йортта бышлығып ятма, тигән булып, бер “ухажер”ының ҡатыны менән донъя бүлешкәндән һуң ҡалған дачаһына ҡалдырып китте. Йәнәһе, саф һауа һуларһың, баҡсалағы төрлө емеш-еләк менән һыйланырһың. Көҙгә тиклем үҙем аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ яныңа ташып торормон, тип пенсияһы күсерелә торған банк картаһын да әсәһенең ҡулынан тартып тигәндәй алып киткәйне Гөлназ. Йәй үтте, ә ғәзизе әсәһенең иҫәнлеген дә белешмәй, исмаһам.
Үҙе менән алып килгән аҙыҡ-түлек наҡыҫайғас, үлән сәйе, емеш-еләк менән йән аҫрап торғайны башта, хәҙер сейә, ҡурай еләктәре күптән ҡойолоп бөттө, алмалар ҙа ағас баштарында берәм-һәрәм генә ҡалды. Уларын үрелеп алыр хәлдә түгел Зәбирә ҡарсыҡ. Икенсе көн инде ҡурай еләге, сейә, ҡарағат япраҡтарынан, гөлйемеш ҡушылған сәй-төнәтмәлә эскәне юҡ. Былай ҙа ауыртҡан тамағы кибеп, сирле ашҡаҙаны ла, үҙенең барлығын белдереп, төрлө ауаз сығарып бөрә эстән.
“- Их, киленкәйгенәмдең ҡәҙергенәһен белмәгәнмен элек,” – тип үкенә ҡарсыҡ, ауырыуҙан, асығыуҙан үҙәге өҙөлөп-өҙөлөп киткәндә. Уның менән, ейән-ейәнсәрҙәре менән бергә булһа, йортон, ауылын хөкүмәт фатиры тип ташлап сығып китмәһә, ошо көнгә ҡалыр инеме ни!? Барлыҡ – яраштыра, юҡлыҡ – талаштыра... Бушлай бирелгән был фатирҙар күпме туғандарҙы дошманлаштырҙы икән?
Ҡарты үлеп, ҡайғыһын “уртаҡлашырға” ярты ҡыҫтырып килгән һәр береһе менән хәсрәтен йыуа башлағас, район үҙәгендә йәшәгән улы ғаиләһен алып, гөрләп торған донъяһын, эшен ҡалдырып әсәһе янына күсеп ҡайтты. Алдында нисек кенә өлтөрәп тормаһын, киленен электән яратмаған ҡәйнәгә бәйләнергә, түбәнһетергә сәбәптәр табылып ҡына торҙо. Үҙенең диалектында “з”, “с”, “ж” өндәрен күпләп ҡулланып һөйләшкән килененең телмәренән көлһөнмө, бешмәгән, оҙонса аҡһыл һылыу йөҙөн “бешмәгән, сей йомортҡа” тип мыҫҡыллап һөйләһенме - килен кеше барыһына ла тешен ҡыҫып түҙҙе. Хатта күрше ҡатындарының:
Кит, сабырлығың тимерҙәндер һинең. Бәләсник ҡәйнәңдең телен ниңә әҙерәк ҡыҫҡартмайһың? Төшөп ҡалғандарҙан түгелһең дә: буй тиһәң -буйың, төҫөң, уңғанлығың өҫтөнә үткерлегең дә бар бит, - тиеүенә:
Иң яҡшы ҡәйнә лә йомортҡанан йөй эҙләй. Минең ҡәйнәм дә әүлиә затынан, ә үҙем фәрештә түгел. Тимәк, етешһеҙлегем бар, - тип яуаплап, ғәйбәткә төшмәне, Зәбирә ҡарсыҡҡа һүҙ тейҙермәне.
Колхоз таралғас, агроном улы эшһеҙ ҡалып, “йәшел йылан” һаҙлығына батты. Ары-бире һуғылып йөрөп, әсәһенең киленен яманлап мыжыуынан тамам ялҡып, бахмурҙан башы сатнап ярылырҙай булып йөрөгәндә, башын элмәккә тығып, был донъянан үҙ теләге менән китеп барҙы.
- Йүнле ҡатындың ире аҫылынмай! – тип оторо ярһыны шул мәл Зәбирә ҡарсыҡ, улының үлемендә бар ғәйепте килененә япһарып.
Бер нәмәгә риза булмаҫ был алйыған ҡарсыҡ менән килене артабан тормаҫ, балаларын алып тыуған яғына алып ҡайтып китер, тигәндәренең фаразы дөрөҫкә сыҡманы. Ауыл халҡын аптыратып, мыжыҡ ҡәйнәһенә түҙеп, атайһыҙ ҡалған өс балаһын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырып килә сәмсел ҡатын.
...Төш аралаш уйланып ятҡан Зәбирә ҡарсыҡ иҫенә төшөрөргә тырышмаһа ла, килене бешергән аш-һыу күҙ алдына килеп ауыҙынан һыуҙары ҡойолоп, аслыҡтан ауыртҡан эсе тағы ла нығыраҡ көтөрләп ҡуя. Уңған, тилбер ине килене. Ә ул бәйләгән шарф, шәлдәр күпме ҡатын-ҡыҙҙың тәнен ҡыштың селләһенән һаҡланы икән? Үҙҙәре тотҡан кәзәләрҙе тарап, йөнөн иләй, бәйләй башлағас, өйҙә кәзә еҫе таратаһың, һаҫығы бөтә донъяға, кейемгә һеңә тип, күпме киленен әрләне! Әле
туңып барған арҡаһына шәлен ябып, аяҡтарына башалтайҙарын кейеп ебәрһә туңып барған күңеле менән бергә тәне лә йылынып китер ине. Тик үҙе:
Ҡалала кәзә еҫе аңҡытып шәл ябынып, башалтай кейеп йөрөмәйҙәрҙер, тун алырға ла, ҡиммәтле тиренән тегелгән итектәргә лә пенсиям етә, былары, моданан артта ҡалған кешегә - ҡалһын, - тип борсаҡты эренән ярып ҡалдырып киткәйне шул.
Ҡәҙерен белмәгән килененең, белмәгән. Ҡайһылай хәстәрләгән, тәрбиәләгән бит ул ҡәйнәһен. “Йүнле һыуҙы ла йыраҡҡа түкмәйҙәр. Һәйбәт булһаң ир эҙләп ер аяғы, ер башына килмәҫ инең,” – тип битәрләү һүҙҙәренән көн дә ишеткән киленән башҡа бер кемгә лә кәрәге электән булмаған бит үҙенең.
Күҙ йәштәре юлаҡ-юлаҡ булып аға. Тышта ямғыр ҙа һаман туҡтамай яуа ла яуа. Аяҡ һуҙмаҫ элек килененә шылтыратып, исмаһам, ғүфү үтенергә, кисереүҙәрен һорарға ине лә, күптән тороп йөрөмәгәс телефоны ла һүнгән. Донъя менән тамам бәхилләшеп, тамсы һыу йотмай өс көндән артыҡ ятып, дүртенсе көнгә киткәндә: “Ҡәйнәм, ҡәйнәм, тереһеңме һин?” – тип өҙгөләнгән килененең тауышына айнып киткәндәй булды. Башта һаташыу ҡатыш төштөр был?! Үҙ күҙҙәренә ышанмай ятҡанда, килененең үҙ шәлен өҫтөнән алып арҡаһына япҡас, күҙҙәрендә йәшәүгә булған осҡондар баҙлап китте, тик ятыуҙан, өшөүҙән ҡатып барған тәненә йылы йүгерҙе.