Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Атай-әсәйҙе рәнйеттем

Ата-әсәм иҫән ваҡытта уларҙы һүҙ менән рәнйеттем. Хәҙер улар юҡ инде, уларҙың ризалығын алыу өсөн миңә ни эшләргә кәрәк?Тулыһынса:

«Шүрғәтүл-ислам» китабының «Атай-әсәйҙе риза ҡылыу намаҙы» бүлегендә килтерелә: «Рәсүлуллаһ ғәләйһис-сәләм әйтте: кемдер ата-әсә хаҡын үтәп, ата-әсәһе ҡулы аҫтынан сыҡҡас, ата-әсә хаҡын үтәүенең тәғәте ҡабул булмағандыр тип, йәһәннәм әһеле хәҙистәрен ишетеп, шикләнһә, ҡиәмәттә ата-әсә хаҡын үтәгәндәрҙең сафында ҡубырға теләһә, ахшам намаҙы менән йәстү намаҙы араһында кесе йома кисендә ике рәкәғәт намаҙ уҡыһын. Һәр рәкәғәттә «әл-Фатиха», биш «Аятүл-Көрси» һәм биш мәртәбә «әл-Ихлас», биш мәртәбә «әл-Фәләҡ» һәм «ән-Нәс» сүрәләрен уҡыһын. Намаҙҙан бушағас, ун биш мәртәбә тәүбә-истиғфар һәм унбиш мәртәбә салауат әйтһен. Быларҙың барыһының сауабын ата-әсәһенә бағышлаһын. Иншә Аллаһ, ул кеше ҡиәмәт көнөндә ата-әсәһенең ризалығында булыр һәм ата-әсәһен төшөндә күрер, улар әйтерҙәр: «Донъяла ваҡытта беҙ һинән риза түгел инек, бына хәҙер ризалығыбыҙ булды, Аллаһы Тәғәлә һиңә ризалығы булһын».
Атай-әсәйҙәребеҙ был донъялағы иң яҡын кешеләребеҙ. Шуға күрә беҙ уларҙы вафат булғас ҡына доға менән иҫкә алырға тейеш түгелбеҙ. Ә иҫән саҡта уларҙы ла хөрмәтләп тәрбиәләп, ҡәҙерҙәрен белеп, улар өсөн доғалар ҡылырға тейешбеҙ.
Әлеге яҙмала Ҡөръән-Кәримдә булған аяттарҙан атай-әсәйҙәр өсөн доға ҡылыу үрнәктәрен күрһәтеп үтәбеҙ:
رَبَّنَا اغْفِرْ لِي وَلِوَالِدَيَّ وَلِلْمُؤْمِنِينَ يَوْمَ يَقُومُ الْحِسَابُ
«Раббәнәә-ғфирли үәли-үәлидәййә үә лил-мүьминиинә йәүмә йәкуумүл-хисәәбе»
(Әй Раббыбыҙ! Ғәфү ит мине һәм ата-әсәйемде, һәм барса мөьминдәрҙе Ҡиәммәт көндө хисап ҡылынған саҡта), («Ибраһим» сүрәһе, 41-се аят).
رَّبِّ ارْحَمْهُمَا كَمَا رَبَّيَانِي صَغِيرًا
«Раббир-хәмһүмәә кәмәә Раббәйәәнии сағиира»
(Әй Раббым! Улар мине мәрхәмәт менән тәрбиә ҡылған кеүек, Һин дә уларға донъяла һәм ахирәттә шәфҡәт ҡыл!»), («Исра» сүрәһе, 24 се аят).
Пәйғәмбәребеҙ саллалаһу ғәләйһиссәләм әйтте: «Кеше вафат булғас уның өс ғәмәленән ҡала барлыҡ ғәмәлдәре киҫелер», – тине. “Вафатынан һуң да файҙа килтереүсе өс нәмә ғәмәлгә инә: “Үҙең үлгәндән һуң да файҙа килтереүсе саҙаҡа, биргән ғилеме һәм үҙе өсөн доға ҡылыусы балаһы ғына уға файҙа килтерәсәк тине. Күрәбеҙ, ошо хәҙистә әйтелде, балаһының доғаһы вафат булған атай-әсәһенә лә файҙа килтерә тип. Шуға күрә атай-әсәйҙәргә улар иҫән саҡта ла һәм вафат булһалар ла йыш доға ҡылып тороу кәрәк. Доғаларыбыҙ уларға ирешер иншәАллаһ.
Ҡөръәндә «Атай-әсәйең менән тупаҫ һөйләшмә, бер ҡасан да уларға «Уф!» тип әйтмә, екеренмә, икеһенә ҡарата ла күркәм мөғәмәләлә бул» тиелә. Аллаһы Тәғәлә, беренсе ҡарашҡа, бик ябай тойолған әлеге һүҙгә иғтибарҙы йәлеп итә һәм ата-әсәйгә ҡарата ҡулланмаҫҡа ҡуша икән, уларҙы тыңламау, ҡаршы килеү, ярҙам итмәү кеүек насар күренештәр тураһында ни әйтергә мөмкин? Әлбиттә, иманлы кеше бер ҡасан да тупаҫ ҡыланмай, ҡаты бәғерле булыуҙан һаҡлана һәм Аллаһы Тәғәләгә ҡаршы бармай. Бынан тыш, атай-әсәһен хаҡлап йәшәмәүселәрҙең тормошта уңышһыҙлыҡҡа дусар булыуҙары ла, йәмғиәттә ихтирам яуламауҙары ла мәғлүм. Ахыр сиктә улар үҙҙәре үк балалары тарафынан рәнйетелеүгә мөмкин. Шуға ла балаларыбыҙҙы рәхмәтле, мәрхәмәтле булырға өйрәтәйек! Үҙебеҙгә лә һәм балаларыбыҙға үкенерлек булмаһын...”
Атай-әсәй – ул Раббыбыҙҙың ҡөҙрәте, әҙәм балаларын ҙурлауы, хәйер-фатихаһы. Улар иҫән саҡта барыбыҙҙа ҡәҙерле кешеләребеҙгә мәрхәмәт һәм рәхим-шәфҡәт күрһәтеп, көн һайын әжер-сауапҡа эйә булыу мөмкинлегенә эйәбеҙ. Ауырмы был? Ҡайғыртыусы, изге күңелле һәм оло йөрәкле кеше өсөн был бер ҙә ауыр түгел.
Хәҙистәрҙә: был донъяла ата-әсәһенең ризалығын алмаған бала йәннәткә инмәҫ тигән һәм шулай уҡ «Йәннәт әсәйҙәрҙең аяғы аҫтында», тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Бәрәкәтле, имен, тыныс тормошҡа бары тик әсәйҙәрҙең хәйер-доғаһы, уларҙың фатихаһы аша ғына ирешеп була. Бары тик әсә мөхәббәте генә ерҙә мөғжизәләр тыуҙыра. Беҙҙе ауырыуҙарҙан, хәүеф-хәтәрҙәрҙән йолоп ҡалған әсәйҙәребеҙ, көндәрҙән бер көндө олоғайып, үҙҙәре ярҙамға мохтаж булып ҡала. Әсәйҙәребеҙгә ҡарата мөхәббәтебеҙ, мәрхәмәтебеҙ, ихтирамыбыҙ ни тиклем тәрән булһа, тормошобоҙ ҙа шул тиклем шатлыҡлы һәм яҡтыраҡ уҙар.
Ғүмеребеҙ уҙа… Бала сағыбыҙҙы әллә ҡайҙа ҡалдырып үҙебеҙ инде балалар тәрбиәләйбеҙ… Әммә әсәйҙәрҙең аҡыллы, ҡайғыртыусан һүҙҙәре, сабыр ҡараштары, йылы ҡосаҡтары бик кәрәк шул ... уларға ҡабаттан ирешеп булмай. Кисерегеҙ инде беҙҙе, күңелдәрегеҙҙә рәнйеү булмаһын аҡылһыҙ тиле саҡтарыбыҙ өсөн… Әрнеү-һыҙлауҙарға дусар иткән өсөн.
Йәшлектәребеҙҙең ҡыҫҡа сағын, ғүмеребеҙҙең иң матур, иң йәш, иң ҡәҙерле йылдарын донъя йөгөнә егелеп, нәфсе-шайтанға алданып, юҡ итеп үкенәбеҙ, һуң шул…
Йә, Аллаһ беҙҙе һәм атай-әсәйҙәребеҙҙе ғәфү ҡыл, Үҙ ризалығыңа ал, йәннәтеңде насип ит.
Автор:Айнур Акилов
https://shonkar.com/articles/iman-nury/2021-07-12/atay-s-y-e-r-nyettem-2402237?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=13743478
Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас: