Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Көнләшеүҙән алйыр хәлдәмен...

...Пандемиянан һуң ирем эшкә йөрөй башланы, ә минең өсөн был тағы бер һынауға әйләнде. Үҙ-үҙемде ҡулда тоторға тырышам, әммә...Тулы текст сайтта:

“Минең проблемам шул – хәтәр көнсөлмөн, иремдең башын ҡатырам. Бәғзеләр, тапҡанһың борсолор нәмә, бөтәһе лә ирен көнләшә инде ул, тиер. Әммә ошо алама тойғо мине эстән ашағанын, юҡҡа сығарғанын һиҙәм.
Миңә 37 йәш, үҙемде ҡарап йөрөтәм, сағыу йәш ҡатынмын, буй-һыным да бына тигән. Юғары белемлемен, күптән өйрәнгән, мине хөрмәт иткән коллективлы яҡшы ойошмала эшләйем.
Икенсе тапҡыр кейәүҙәмен, тәүге иремдән бер балам бар. Бына шундай һәр яҡтан килгән кешемен тәүге ҡарамаҡҡа, әммә, күрәһең, үҙ-үҙемә ышанысым түбән.
Мөхәббәткә килгәндә, тәүге иремә ныҡ яратып кейәүгә сыҡҡайным. Ул бик сибәр, мыҡты кәүҙәле, алсаҡ ине. Ҡыҙҙар ҙа артынан күп йөрөнө. Гүзәл заттар менән ифрат аралашырға яратты, уға һоҡланғандарын, уның менән булырға теләгәндәрен күреп-аңлап тора торғайны. Ошо хәл уны аҙҙырғандыр ҙа, тип уйлайым. Бәләкәй бала менән декретта ултырғанда иремдең һуңлап ҡайтыуҙарынан, дуҫ-иштәре менән туҡтауһыҙ төрлө күңел асыу сараларына йөрөгәндәренән биҙҙем, ә теләһә ниндәй ҡатын-ҡыҙҙарҙан СМС-тар килә башлағас, күрәләтә тороп хыянат иткәс, түҙемем бөттө, айырылышырға ниәтләнем. Был ғәмәл еңел булманы, илай-илай хәлем бөттө. Ир кеше өсөн шулай бөтөрөнөрмөн тип уйламағайным.
Артымдан йөрөүселәр булһа ла, ирҙәр менән аралашырға ҡыйманым, бер нисә йылдан һуң ғына эш буйынса командировкаға барғанда бер ир менән танышып киттем. Аҡыллы, аҙ һүҙле, етди. Ышаныслы ла тойолдо. Бисәләр күргән һайын ауыҙын асып ябырға онотҡан тәүге ирем менән сағыштырғанда, Ер менән Күк тиерһең.
Танышып-аралашып киттек. Ул бик иғтибарлы булып сыҡты, мөнәсәбәттәрҙе бик матур итеп ҡорҙо. Бер-беребеҙһеҙ йәшәй алмағанды тойғас, өйләнешергә ҡарар иттек. Оҙаҡ та тормай ипотекаға фатир һатып алдыҡ, уны үҙебеҙҙең зауыҡҡа ярашлы итеп, тәртипкә килтерҙек. Бына бит ул ҡайҙа бәхет! Мин бик ҡәнәғәт инем. Күңелем үҫте. Икенсе яҡтан да тынысландым: теләһә ҡайҙа тағылышып йөрөгән дуҫ-иштәре юҡ, икенсе ҡатындарға ыжламай.
Кейәүгә сығып өлгөрмәгән әхирәттәрем хатта бер аҙ көнләшеберәк ҡуя ине: утыҙ йәштә шундай ирҙе эләктерә алғанһың! Аптырарға түгел – был йәшкә аҡыллы, булдыҡлы, уңған ирҙәргә хужабикәләр табылып бөтә.
Әйткәндәй, иремдең тәүге ҡатыны уны: “Һинең менән йәшәү күңелһеҙ”, – тип икенсе иргә ташлап сығып киткән, балалары булмаған.
Бына ошолай бәхетле итеп алты йыл самаһы бергә ғүмер кисерҙек. Әммә һуңғы йылда, пандемия башланғас, беҙҙең тормошҡа үҙгәрештәр килде.
Беренсенән, ирем өйҙә эшләй башланы. Шунда уның хеҙмәт урынында бихисап йәш, матур ҡатын-ҡыҙ барлығын, көноҙоно иремдең улар менән эш буйынса аралашҡанын белеп ҡалдым. Бүлек етәксеһе булғас, уға һәммәһе яҙа, яҡшы мөнәсәбәттәр булдырырға тырыша, ә минең йәнем көйә. Әммә иң аптыратҡаны шул: былай ваҡытта күп һөйләшергә яратмаған аҙ һүҙле ирем Интернетта бөтөнләй икенсе кешегә әйләнә икән дә! Һәр хәлдә, унан бындай аралашыусанлыҡ көтмәгәйнем.
Миңә, көнсөл кешегә, был етә ҡалды, әллә ниндәй хәлдәр уйлап сығарып бөттөм: иремә шул ҡатындарҙың береһе оҡшайҙыр, юҡҡа яҙышып ултырмайҙыр, улар менән аралашыу ҡыҙығыраҡтыр... Юҡһа, төнгә тиклем компьютерҙа ултырыр инеме? Ниңә, мин хаҡлы түгелме ни – эш мәсьәләләре көндөҙ хәл ителергә тейеш, ә кис түгел!
Әлбиттә, ҡәнәғәтһеҙлек белдерһәм, эш бәхәскә, үпкәләшкә барып етә, мин – карауатта, ул, йәне көйөп, залдағы диванда йоҡлап китә...
Дөрөҫөн әйткәндә, иремдән бигерәк, шул ҡатын-ҡыҙҙарға ышанмайым. Әгәр берәйһе уны оҡшатып, эҙәрлекләй башлаһа? Ирҙәр ни, юҡ тимәҫ, эйәрер ҙә китер... Ирем бәлки, ундай түгелдер, әммә кем белә...
Хәҙер ул эшкә йөрөй башланы, ә минең өсөн был тағы бер һынауға әйләнде. Ниңә һуңыраҡ ҡайтты; ниндәйҙер еҫ сыҡҡан һымаҡ; телефондан оҙаҡ һөйләшә – ошондай шиктәр ашай мине. Үҙ-үҙемде ҡулда тоторға тырышам, әммә түҙмәйем, иремә ташланам, мәғәнәһеҙ һорауҙар бирәм, шиктәремде ярып һалам.
Бер тапҡыр ул былай тине: йә кешегә ышанаһың, йә юҡ. Үҙ-үҙеңде ҡулға ал һәм башымды ҡатырма, эшләргә ҡамасаулама, тине.
Тырышам, әммә... Әйткәндәй, ирем мине бөтөнләй көнләшмәй. Эш буйынса командировкаларға ла йөрөйөм, асыҡтан-асыҡ эштәге хеҙмәттәштәрем менән дә аралашам.
Көнләшеп иремде үҙемдән һыуындырыуымды аңлайым, беренсе ирем менән булған хаталарҙы ҡабатларға теләмәйем. Психологка ла барып ҡараным, әммә көнләшеүемде еңә алмайым. Ысынлап та, сир икән ул, алйыр хәлдәмен... Нимә эшләргә, дуҫтар?”
(Сәриә исемле ҡатындың һөйләгәндәренән).
Фото: fazarosta.com
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/K-nl-she--n-alyir-h-ld-men-849267/
Автор:Эльнара Шаймарданова
Читайте нас: