Даирә
+21 °С
Облачно

Улар кем дә, мин кем?

– Бына шулай йәшәргә кәрәк уны! – тинем. Тик уларҙың йөҙҙәрендә шатлыҡ күрмәнем.

Хикәйә
Элек-электән атай менән әсәйҙең аҡса һанап ваҡланыуҙары эсемде бошора ине. «Был ай зарплатаһынан малайға ботинка алһаҡ... Тегеһенән ҡыҙға пальто йүнәтһәк... Һуңынан, бәлки, үҙебеҙҙе ҡайғыртырға ла яйы сығар...» Ни эшләп минекеләр генә шулай тин һанап йәшәй икән һуң? Күрше ҡыҙҙарын нисек шулай гөл кеүек итеп кейендерәләр, ҡасан керһәң, өҫтәлдәрендә нисек шулай ауыл кибетендә күренмәгән затлы ризыҡтар була икән? Иии... Атай-әсәйҙе һайлап алмайҙар шул...
Мәктәпте бөтөргәндә ул эс бошоуҙар иң юғары нөктәһенә еткән ине. Нисек итһәм, итермен, барыбер һеҙҙең юлдан китмәм тип, үҙ-үҙемә һүҙ бирҙем.
Институтҡа ярайһы ғына еңел керҙем. Үҙемде үтә һәләтле тип иҫәпләмәһәм дә, юғары кластарҙа ныҡ тырыштым, шуға мәктәпте яҡшы тамамлаған инем. Тик бындағы уҡыу мәктәптәгеһенән бик ныҡ айырыла ине шул. Улай ҙа маҡсатыма ирешеү өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләнем. Имтихандар алдынан ҡапланып уҡыным, дөйөм ятаҡтың кухняһына сығып ултырып, төндәр буйы текст ятлап сыға инем. Бүлмәләш ҡыҙҙар үртәп тә, өгөтләп тә ҡаранылар. Йәнәһе, уҡып мулла, суҡып ҡарға булмаҫһың, ауырыуға һабышма тағы, тип киҫәтәләр ине. Үҙҙәре егеттәр менән киноһына ла саптылар, тәбиғәткә лә сыҡтылар, танцыларын да ташламанылар. Ә мин, ысыелап, ауырыуға һабыша яҙҙым – береһендә «скорый» менән алып киттеләр хатта.
Егеттәр тигәндән... Институтта артан йөрөүселәр байтаҡ булды. Береһенә лә иреп китмәнем. Ентекләп өйрәнергә кәрәк уларҙы тәүҙә, юҡһа атай-әсәй яҙмышын ҡабатлауым бар. Ҡайҙалыр уҡығаным бар: мөхәббәт ике айға ғына бара икән, һуңынан эйәләшеү китә ти. Үлеп ғашик булыуҙан Хоҙай һаҡлаһын! Миңә эйәләшеү ҙә еткән. Бына Хәмит тигәне оҙон буйлы, сибәр ҙә. Уның менән шаҡтай урам әйләндек. Һөйләшеүҙәре төплө, үҙе лә шаҡтай аҡыллы күренә. Бер көн киноға саҡырған ине, кеҫәләренә тығылғас, юғалып ҡалды.
– Аҡсамды онотҡанмын бит, – тигән була. Мин инде уны уңайһыҙламаҫҡа тырыштым.
– Була торған хәл, был юлы үҙем түләйем, – тинем дә, шунан һуң уның менән араны өҙҙөм. Әллә хәйерсе, әллә һаран – аңламаҫһың... Мәхмүт тә күҙгә-башҡа һөйкөмлө күренә, үҙе шаян да, тапҡыр ҙа, уның менән аралашыу күңелле. Тик бер көндө урамда мин уны һалмыш килеш күрҙем. Иптәштәре менән киләләр ине. Артымдан ҡыуып етеп:
– Бына, вагон бушатып ҡайтып киләбеҙ, байыныҡ, кискә һине ресторанға саҡырам, – тине.
– Ярар, – тинем дә күҙенә башҡа күренмәнем. Тимәк, шараптан да баш тартмай, булғанын да һаҡлап тота белмәй, ресторандарға туҙҙыра. Кәрәкмәй миңә ундый тормыш юлдашы... Рәмис тә күҙ һалып йөрөй башлаған ине. Яҡшы уҡый, үҙе бик актив, институтта ниндәй түләүһеҙ эш бар, барыһына йүгерә. Улай ғына ла түгел, ҡала күләмендәгеләренә лә өлгөрә.
– Һиңә быларҙан берәй файҙа бармы һуң? – тип һораған инем, миңә аптырап ҡараны.
– Ниндәй файҙа тураһында әйтәһең? Тормоштоң үҙәгендә ҡайнау үҙе файҙа бит инде, – тип, пафос менән яуап ҡайтарҙы. Шундай кеше менән бәйләнешкә керергә яраймы инде?
Бер көндө ике ҡулына ике ауыр сумка тотҡан Руфия Рәисовнаға юлыҡтым. Беҙҙең кафедра мөдире ул, үҙе оло йәштә.
– Бирегеҙ күтәрешәм! – тип, сумкаларына килеп йәбештем. Апа йылмайып ҡуйҙы, ҡулдарын тиҙ ысҡындырҙы. Өйҙәренә үк керергә саҡырҙы, бергәләп тәмнүшкәләр менән сәй эстек. Тегеһен-быныһын һөйләштек. Яңғыҙы ғына йәшәй икән, ире үлгән, балалары ҡайһыһы ҡайҙа таралышҡан. Артығын төпсөнмәҫкә тырыштым – быныһына ла үҙем өйрәндем. Әйтәһе килгәнен кеше үҙе һөйләй ул. Мин апайҙы йөпләп кенә ултырҙым.
  • Һинең менән күңелле икән, тағы кер, – тип саҡырып ҡалды Руфия Рәисовна.
  • Һуңынан да керҙем, уныһында өйөн йыйыштырырға булыштым. Икенсеһендә ашарға бешерештем. Һуңынан кафедраға үҙемдең эш урынына йөрөгән кеүек йөрөй башланым. Руфия Рәисовнаның отчет ҡағыҙҙарын тултырыштым, курьер булып, тегендә-бында саптым. Ул миңә диплом эшемде яҙарға булышты. Дөрөҫөрәге, элекке студенттарҙың эштәрен ҡарарға бирә торған булды. Кафедра мөдире – дәүләт имтиханы рәйесе лә, шуға күрә ҡыҙыл диплом аласағымды алдан уҡ белеп торҙом.
    Диплом алып, эшкә урынлашып йөрөгәндә таныштым мин Илгиз менән. Ул минән ун биш йәшкә өлкән, үҙенең әллә ни буй-һыны ла юҡ, төҫкә-биткә лә килешһеҙерәк, өҫтәүенә, бер өйләнеп айырылған. Быларына тамсы ла иҫем китмәне – уның ҡарауы, үҙенең фирмаһы, ҡала ситендә бына тигән коттеджы, әллә нисә миллион һумлык машинаһы бар. Туйға миңә лә йылҡылдап торған өр-яңы машина бүләк итте. Иртән тороуға, хеҙмәтселәре –ул үҙе уларҙы «ярҙамсыларым» тип йөрөтә – аш өҫтәлен төрлө тәғәмдәр менән тултырып ҡуя. Тормош түгел – йәннәт!
    Бер көндө атай менән әсәйҙе ҡунаҡҡа саҡырҙым.
    – Бына шулай йәшәргә кәрәк уны! – тинем. Тик уларҙың йөҙҙәрендә шатлыҡ күрмәнем. Икеһе лә миңә һағайып ҡараны.
    – Алтын ситлеккә эләккән ҡош булғанһың икән... Эшләмәй генә йәшәрһең микән шулай? – тине атай, аптырабыраҡ ҡына.
    – Нисек инде эшләмәй генә? Өйҙә лә бөтмәгән бит ул эш! – тинем дә, үҙ һүҙҙәремә үҙем үк аптырап ҡуйҙым. Уларын да шул «ярҙамсылар» башҡара бит инде уның.
    Бер көндө был хаҡта Илгизгә үҙем һүҙ ҡаттым:
    – Өйҙә ятыу күңелһеҙ икән, табып бир миңә берәй эш! – тинем. Ысынлап та, ул ҡыҙыл дипломды нимәгә генә тип алдым һуң мин?
    Илгиз ҡарышып маташманы.
    – Пажалыста, кибеттәремнең любойына директор итеп ҡуям һине, – тине.
    Бына шулай эшҡыуар ханымға әйләндем дә ҡуйҙым. Дөрөҫ, бар эште урынбаҫарым – шаҡтай тәҗрибәле, оло йәштәге элекке директор тартып килде. Миңә өйөм-өйөм ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйып ҡына ултыраһы була ине. Һуңынан – ирем менән ҡултыҡлашып, «деловой» осрашыуҙарға йөрөйһө. Шундай осрашыуҙарҙың береһендә дөйөм ятаҡта бергә йәшәгән дуҫ ҡыҙҙы күреп алдым. Яңылыш килеп эләккәндер ул бында! Уның өсөн оялып ҡуйҙым – студент сағынан уҡ ҡалған күлдәген кейгән инде әллә? Ауыҙын йырып, миңә табан килә башлаған ине, шунда уҡ маршрутымды үҙгәрттем. Ниңә кәрәк ул миңә – ул кем дә, мин кем?!
    Тик... Ауырлыҡҡа түҙеп була, рәхәткә сыҙап ҡара, тиҙәрме әле? Бындай тормош бер эйәләшкәнсе генә ләззәтле икән ул. Һуңынан төҫһөҙләнә, тәмен юғалта икән. Кибеттән тиҙ туйҙым – минең эш булып сыҡманы ул. Матурлыҡ салондарына, бассейндарға йөрөп, үҙем кеүек бай ҡатындары менән осрашҡылап ваҡыт уҙғарабыҙ шунда. Юҡ, күңелгә нимәлер етмәй, ҡысҡырып-ярһып илап алғы килгән ваҡыттар ҙа була башланы. Нимә теләһәм, шуны эшләйем, ҡайҙа теләһәм, шунда барам. Ә күңелемдә шатлыҡ юҡ!
    Һуңғы араларҙа атайҙың «алтын ситлеге» иҫемә төшөп бимазалай башланы. Бына утырам өҫкө ҡаттың иркен балконында ҡулыма шампан шарабы һалынған бокал тотоп. Үҙемсә килештереп маташыуым инде. Аҫта, гөл баҡса араһында көмөш һыулы инеш ағып ята. Яһалма инеш. Унда үрҙәктәр йөҙөп йөрөй – улары ла яһалма. Яр янындағы сәскәләр ҙә яһалма кеүек күренә миңә. Беҙҙең ауыл болонондағы ромашкаларға етәме һуң инде...
    Бына шулай Бер ниндәй маҡсатһыҙ-нейһеҙ тормошомдо заяға уҙғарып барам. Баштараҡ бала алып ҡайтыуҙы икебеҙ ҙә теләмәнек – йәшәп ҡалайыҡ әле бер аҙ, өлгөрөрбеҙ, тинек. Йылдар уҙа торҙо, ҡабат бала темаһы күтәрелгәндә һуң ине инде... Бик теләһәк тә, ул бәхет беҙҙе урап уҙҙы.
    Бер көндө саҡырыу билеты ҡалдырып киттеләр – институт бөтөргәнгә егерме йыл уҙған, осрашыуға саҡыралар. Ул егерме йыл эсендә ундай саҡырыуҙар күп булды, нимә ҡалған миңә унда?! Ысынлап та, улар кем дә, мин кем? Ә бына быныһы ниңәлер уйландырҙы.
    Байрамға иң ҡупшы күлдәгемде кейеп киттем. Һәм һуңынан үкендем. Барыһы ла ябай ҙа, ятышлы ла кейемдән, үҙҙәре яғымлы йылмайышалар, ҡосаҡлашалар, бер-береһен бүлдерә-бүлдерә һөйләшәләр. Мин генә табын өҫтәленең нәҡ уртаһында тауис ҡошо кеүек ҡуҡырайып ултырам. Береһе лә яныма килмәй, баш ҡағып ҡына иҫәнләшәләр ҙә, башҡалар араһына кереп сумалар. Әллә танымайҙар ҙа инде?!
    Элегерәк мин үҙем уларҙы танымаҫҡа тырышып йәшәнем шул! Ә хәҙер бына улар кем дә, мин кем?
    Яй ғына урынымдан ҡуҙғалдым. Иҙәндән һөйрәлеп барған күлдәк итәктәремде күтәреп алып, йомарлап тоттом. Әкрен генә ишеккә табан йүнәлдем. Артымдан береһе лә килеп өндәшмәне. Бер кем дә туҡтатманы. Уларҙың миңә, минең уларға бер әйтер һүҙебеҙ дә юҡ ине шул.
    Урамға сыҡтым. Артымда ысын тормош гөрләп ҡалды. Ә мин үҙемдең бай, әммә буш, мәғәнәһеҙ «ситлегемә» табан юл тоттом...
    Ләлә Сабирова
    http://syuyumbike.ru/news/proza/alar-kem-d-min-kem
    Автор:Эльнара Шаймарданова
    Читайте нас