Аҡыллы кеше сит кеше хаталарында өйрәнә тиҙәр. Зирәк ҡатын-ҡыҙ, әлбиттә, шулай итә. Ғаилә усағын һаҡлау, ирең өсөн ғүмер буйы берҙән-бер булып ҡалыу – һинең үҙ ҡулыңда бит!
Ирең күҙеңә генә ҡарап торһон тиһәң, бына ниндәй хаталарҙан һаҡланырға тейешһең:
* Бер туҡтауһыҙ өйрәтеүҙән, истерикаға бирелеүҙән. Былай иткәндә үҙеңде тиҙерәк ишетерҙәр тип уйлама. Уның асыуын сығарыусыға әйләнеүең иһә бик мөмкин.
* Уның артынан күҙәтмә, эҙәрлекләмә. Һинән башҡа ҡайҙалыр барырға хаҡы бар бит инде уның?! Әйткәндәй, бер-береңдән бер аҙ айырылып торһаң, һағынып күрешергә лә яҡшы була.
* Үҙеңде ҡулыңдан бер эш килмәй торған кеше кеүек тотма – уға ғына һалышма. Бер туҡтауһыҙ, йә «йоҙаҡ асылмай», йә «икмәк бөттө, алып ҡайтырһың» тип шылтыратма: асыуын сығарырһың, үҙеңдән күңелен һыуытырһың.
* Уны үҙгәртергә тырышма. Нисек бар – шул килеш ярат уны. Ғөмүмән, етешһеҙлектәрен эҙләргә тырышма, күберәк ыңғай сифаттарына иғтибар ит.
* Онотма – ҡатын күп яҡлы булырға тейеш. Бөгөн – дәртле, иртәгә – бына тигән ашарға бешереүсе, һуңынан – тағы ымһындырып тороусы...
* Көнләшмә. Көнләшеү – үҙ-үҙеңә ышанмау билдәһе ул. Уның артында яныңдағы кеше менән идара итергә ынтылыу теләге лә ята. Гел көнләшеп тороу яҡшыға илтмәйәсәк. Бар нимәнән шикләнеү аркаһында киләсәктә мөнәсәбәттәр тамам боҙолорға ла мөмкин.
* Нимәлер хаҡында һөйләргә теләмәй икән – иреңде асылырға мәҗбүр итмә. Ҡайһы бер әйберҙәр хаҡында кәйефтең ниндәйлегенә ҡарап ҡына һөйләп була бит.
* Ҡайҙалыр барырға йыйынғанда, ҡатын-ҡыҙ бик оҙаҡ күлдәк һайлай, буяна-төҙәнә башлай. Ваҡытында әҙер булмау – ир-аттың иң асыуын килтергән нимә ул.
* Яңа күлдәккә күҙегеҙ төштөмө, тик уны һайлашырға иреңде саҡырыу бик үк дөрөҫ фекер булмаҫ. Бының өсөн дуҫ ҡыҙҙар бар.
* Ул үҙе яныңда булғанда, ирең хаҡында бер ҡасан да башҡаларға һөйләмә. Бигерәк тә – етешһеҙлектәре хаҡында. Мин-минлегенә тейһәң, ул быны бик оҙаҡ онотмаясаҡ.
* Иреңдең әсәһен – ҡәйнәңде хөрмәт ит. Һин яратҡан был кешегә ғүмерҙе ул биргән бит. Ирҙәрҙең күбеһе әсәләре тураһында насар һүҙ әйткәнде күтәрмәй.
фото:
https://pixabay.com/http://syuyumbike.ru/news/mkhbbt/irene-ze-gomerlekk-b..