Илһөйәр мәктәптән алып ҡайтҡан бер ҡосаҡ дәфтәрҙәрен тикшереп бөттө лә уйға ҡалды. Алтынсы синыфта ғына уҡыһалар ҙа, балалар күңеленең тәрәнлеге ҡайһы ваҡыт шаҡ ҡатыра, уйға ҡалдыра. ”Нимә ул киләсәк?” темаһына яҙылған иншала кемдер ысынға ашмаҫ хыялдарға бирелһә, кемдер киләсәккә айыҡ аҡыл менән пландар төҙөгән.
Илһөйәрҙең уйҙарын бүлеп, инде шаҡтай ғына һуң булыуына ҡарамаҫтан, өҫтәлдә ятҡан кәрәҙле телефон киске тынлыҡты боҙҙо. Көндөҙ генә һөйләшеп алһалар ҙа, әсәһе күңеленә тыныслыҡ таба алмай, ахыры. Бер-ике һүҙ менән хәл-әхүәлде һорашҡас, ҡарсыҡ үҙен борсоған нимә тураһында һүҙ башланы:
− Бигерәк ауыр ятаҙыр инде балаҡайым. Нисек кенә барып хәлен белергә...
Илһөйәр һүҙҙең ҡаты сир менән яфаланған ағаһы Фидаил тураһында барыуын аңланы. Хәле еңел түгелдер яуыз сирҙән аяҡтан йығылған ағаһының. Шулай ҙа ул, дөрөҫмө-түгелме, әсәһен тынысландырырға тырышты:
− Әсәй, операциянан һуң уға еңелерәк булырға тейеш. Ул тиклем ҡайғырмаҫка тырыш инде, йәме?
Хәйер, ниндәй генә йыуатыу һүҙҙәре эҙләмәһен, Фатима ҡарсык уны ишетмәне. Ул һаман йыраҡта ауырып ятҡан улы хаҡында өҙгәләнде:
− Ҡараусы бар тиһеңме ни уны унда? Балалары бәләкәйҙәр. Мәрйәһенә уның эшләп тапҡан аҡсаһы ғына кәрәк ине. Кемгә кәрәк ул унда хәҙер?
Илсөйәр әсәһен бер нисек тә тынысландыра алманы. Фатима ҡарсыҡ өҙмәне-ҡуйманы, иртәгәнән ер ситендәге улы янына сығып китерҙәй булып ашҡынды. Илһөйәр бер тын уйланып торҙо ла, әсәһенә өҙөп кенә әйтте:
− Әсәй, бөгөнгө тыныслан. Иртәгә уйлашырбыҙ. Барырға уйлаһаң, мин һине йыраҡҡа үҙеңде генә ебәрмәйәсәкмен.
Бер-ике көндән әсәле-ҡыҙлы юлда ине инде. Мәктәп директорына рәхмәт. Үҙе күпте күргән, тормошто яҡшы белгән ҡатын Илһөярҙе бер һүҙһеҙ эштән ебәрҙе. Илһөйәрҙең ире Әхмәт тә ҡаршы төшмәне. Уларҙы машинаһында тимер юл вокзалына тиклем төшөрөп ҡуйҙы. Ҡыҙына эйәреп, ауырыу улы хаҡына йыраҡ Коми яҡтарына тәүәкәлләп шулай сығып китте етмеште ҡыуған Фатима ҡарсыҡ.
Әйберҙәрен күтәреп йөрөй торғас, Фидаилдың фатирын саҡ эҙләп таптылар. Тик бында уларға һөйөнөүсе артыҡ булманы. Хуҗабикә Люба ҡунаҡтарҙы ҡоро икмәк һәм сәй менән “һыйланы” ла диуар буйында теҙелеп торған буш шешәләрҙе йыярға кереште. Үҙенсә аҡланырға ла маташты: “Федя сирләгәс бик ауыр. Бер аҙ эсеп алһаң, еңелерәк...” Бер аҙҙан мәктәптән ике малай ҡайтты. Илһөйәр Эдуард менән Маратты алып килгән күстәнәстәре менән һыйланы ла, улар әсәһе менән икәүләп дауаханаға киттеләр.
Фидаилдың хәле ысындан да бик ҡыҙғаныс ине. Ҡырҡ ике йәшендәге һөлөктәй ир эсәгенә яһатҡан операциянан һуң бөткән, ябыҡҡан ине. Өс ай буйына урында ятып ҡаҡ һөйәккә ҡалған ине. Ракка ҡаршы табибтар ҙа көсһөҙ шул. Улар был яуыз сирҙе дауалай алмай, бары тик булдыра алғанса, ауырыуҙың һанлы ғына йылдарын, айҙарын оҙайтырға тырыша. Шулай ҙа Фидаил, әсәһе менән һеңлеһен күреп, бик һөйөндө. Ҡот осҡос сир һалҡын ҡулдары менән аяғыңдан тотоп төпһөҙ һаҙға һурғанда яҡын кешеләр килеп ҡулдарын һуҙыу кешенең һүнә барған йәнендә өмөт уятмай ҡалмай. Хәләл ефете тигән кеше бындай саҡта яныңдан китмәйенсә терәк булырға тейеш тә бит. Ҡайҙа һуң ул?! Ҡатыны Люба килһә лә, аҡса юҡлыҡҡа йәиһә тыңлашмаған малайҙарға зарланырға ғына килә шул. Илһөйәр менән Фатима ҡарсыҡ булдыра алғанса ауырыуҙы ҡаранылар, тәрбиәләнеләр. Ҡуна-төнә тиерлек дауаханала яттылар. Хатта дауалаған табиптарҙың ҙа күңелендә балаһы тип өҙөлгән әсәгә, туғаны өсөн доньяһын, эшен ташлап йыраҡтан килгән Илһөйәргә ихтирам, хөрмәт уянды. Әсәһе менән һеңлеһе киткәндә Фидаил күҙгә күренеп нығып, көрәйеп ҡалды. Иң мөһиме – уның күҙҙәрендә йәшәү өмөтө ҡабынды. Ул да кемгәлер кәрәк. Уны иң ауыр саҡта ташламанылар. Кешенең дарыуы – кеше, тигәндәр бит.
Бала йәнле Илһөйәрҙең күңеле ағаһының балалары өсөн һыҙлай башланы. Эдуард менән Марат, балалыҡ шуҡлыҡтарын иҫәпкә алмағанда, һис тә аҡылһыҙ түгелдәр. Тик аталары сирләгәс күңелдәре бик бойоҡ. Ваҡытынан алда матәм тотоп йөрөгән әсә кеше үҙ ҡайғыһы менән мәшғүл. Малайҙарҙы артыҡ ҡайғыртыусы, улар тип өҙөлөп тороусы, тәрбиә биреүсе юҡ. Былай булһа, кем үҫәр һуң һеҙҙән?
... Илһөйәр ҡайтыу менән тағы башы-аяғы менән эшенә сумды. Илһөйәр һәр балала үҙенең тыумаған балаһын күрә ине. Ире Әхмәт менән үҙ балалары булманы шул уларҙың ҡыҙғанысҡа. Дөрөҫөрәге, ауырга уҙған ине Илһөйәр. Алты ай буйына ҡорһағындағы сабыйын бармаҡтары менән наҙлап, һөйөп, һыйпай-һыйпай өмөттәр бағлап йөрөнө. Әммә тормошта һәр ваҡыт һин көткәнсә генә булмай шул ниңәлер. Илһөйәрҙең ҡарынындағы алты айлыҡ бәбәйенә донъяға тыуырға яҙмаған ине, күрәһең. Һуғгы курста уҡып йөрөгән студент ҡатын институт баҫҡысынан тайып йығылды һәм ашығыс ярҙам машинаһы уны ауыр хәлдә дауаханаға алып китте. Табибтар әллә уның хәлен белмәнеләр, әллә ниҙер йәшерҙеләр, барыһы ла яҡшы, борсолорға урын юҡ, тинеләр. Тик дауахананан сығырға әҙерләнгән йәш ҡатын ҡайнар уколдан һуң аңын юйҙы һәм бик күп ҡанын юғалтты. Тыуырға насип яҙмаган бала әсәһенең эсендә үлде. Ҡысҡырырға ла хәле ҡалмайынса ятҡан ҡатын янына бик оҙаҡ бер кем дә килмәне. Тик бер аҙҙан ғына уның хәле асыкланғас, операция бүлмәһенә алып кереп киттеләр. Үле балаһын ярып алғанда Илһөйәрҙең йөрәге туҡтаны. Тик күрәсәген күрмәй¸ гүргә кермәй, тигәндәй, ваҡыты етмәнеме, ҡатын теге донъянан боролоп ҡайтты. Фатима ҡарсыҡ, үлем түшәгендә ятҡан ҡыҙын яҡлап, тиргәшә-талаша дөрөҫлөктө эҙләп йөрөй башлағас, Илһөйәрҙең ауырыу тарихы юғалды. Илһөйәр шулай ғүмерлеккә балаһыҙ ҡалды. Әсәһе ҡыҙы өсөн көрәшһә, ире Әхмәт ҡатынының яҙмышын нисектер ситтән күҙәткәндәй генә күҙәтте. Һәр хәлдә, Илһөйәр иң яҡын кешеһенең ярҙамын, терәген үҙе өсөн бик ҡыйын был ваҡытта артыҡ тойманы. Бер яҡтан был хәлдәр үҙенә ҡағылмағандай ҡыланған Әхмәткә йәне көйһә, икенсенән шундай изге әсәһе барлығына Хоҙайга тағы бер ҡат рәхмәт уҡыны.
Әхмәте менән яратышып-һөйөшөп ҡауышҡандар ҙа ине, юғиһә. Әхмәт һигеҙ балалы ҙур ғына ғаиләнән. Эш күреп үҫкән ябай ауыл малайы. Эсмәй-тартмай. Инсафлы ғына күренгән йыуаш егет. Илһөйәр ҙә үҫмер сағында атаһының комбайнында иген йыйып, амбарҙа ашлыҡ киптереп, йортта әсәһенең бар йомошон башҡарып үҫкән ауыл ҡыҙы. Ҡара эштән сирҡанманы. Башта кибеттә йыйыштырыусы булып эшләне. Балаларҙы үлеп яратыусы ҡыҙ балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып та эшләп алды. Бер аҙҙан юғары уҡыу йортона уҡырга керҙе. Үҙе артынан Әхмәтте лә һөйрәне − ҡыҫтай-ҡыҫтай һөнәр училищеһына уҡырға керетте. Илһөйәр уҡыуын бетөрөр алдынан егет менән ҡыҙ, ҡауышып, бергә йәшәй башланылар. Ғүмере буйына нефтсе булып эшләгән Фатима кейәүенә яҡшы ғына эш тапты. Ҡыҫҡаһы, Илһөйәрҙең ғаиләһе бергәләп Әхмәтте кеше итте. Икәүләп тырыша торғас, фатирлы булдылар. Ике машина алыштырҙылар. Илһөйәр Әхмәтте тыныслыҡта ҡалдырманы, өгөтләй-өгөтләй техникумға уҡырға керетте. Хатта уның диплом эшен дә яҙышты. Башта ярайһы ғына йәшәп киттеләр кеүек. Илһөйәр донъя етеш булһын, тип, башҡа ҡатын-ҡыҙҙар кеүек өҫтөн-башын да ныҡлап ҡараманы. Башҡа уҡытыусылар һымаҡ ял итеү, дауаханаларға барып ҡайтыу ҡайҙа инде ул! Тегеһе кәрәк, быныһы кәрәк. Тик уның тырышлығын ире аңламаны. Йыуаштан йыуан сығыуы шулмы икән, китте аҡса йәшереүҙәр, китте алдашыуҙар. Аңлашмаған саҡтарында Әхмәт ҡатынының бәғерен ни менән яраларға яҡшы белә ине. Ул йыш ҡына, ҡатынының йөрәгенә ҡан һауҙырып, уны балаһыҙлыҡта, ҡыҫырлыҡта ғәйепләне. Илһөйәргә ҡатындар ире тураһында төрлө һүҙҙәр ишеттерә башланылар: “Ирең йөрөй бит, күрмәйһеңме ни?” Шулай ҙа үҙ күҙе менән күрмәйенсә, Илһөйәр был һүҙҙәргә ышанғыһы килмәне, ғәйбәт тип һананы. Тик, ҡара эште ҡараңғыла эшләһәң дә, бер ваҡыт яҡтыға сыға, тимәҫтәр ине. Илһөйәр йыш ҡына эшенән һуңлап ҡайтҡан, йәки ҡайҙалыр ҡунып йөрөгән иренең никахына тоғро булмауына торған һайын нығыраҡ ышана башланы.
Бер аҙҙан кешелекле күршеләренең ҙур ярҙамы менән Фатима ҡарсыҡ йыраҡтағы сирле улын үҙе янына ҡайтартты. “Ни булһа, шул булыр. Ғүмере булһа йәшәр. Унда рәхимһеҙ, эскесе мәрйә ҡатынының күҙенә тилмереп ятҡансы, үҙ ҡулыбыҙҙа булыр”, − иҫәпләне әсә кеше. Аталарына эйәреп, өләсәләренә Эдуард менән Марат та ҡайттылар.
...Өс йыл интеккәннән һуң, Фидаил һеңлеһенең ҡулдарында йән бирҙе. Ике бала яҙмышы Илһөйәр ҡулына күсте. Любала Эдуард менән Мараттың ҡайғыһы юҡ ине. Илһөйәр суд аша уны әсәлек хоҡуғынан яҙҙырҙы һәм ике малайҙы үҙе тәрбиәләй башланы. Тик ире Әхмәт кенә ҡатынын аңламаны. Ул сит балаларҙы ҡабул итмәне. Илһөйәргә, йә мин, йә улар тип шарт ҡуйҙы. Илһөйәр, әлбиттә, ике етем баланы һайланы.
Аҫтыртын эт өрмәй тешләр, тигәндәр шул.Фидаил ун дүрт йыл бергә ғүмер иткән ҡатынының алдында ла, артында ла яман һүҙҙәр һөйләне. Фатима ҡарсыҡ тураһында туҙға яҙмаған ғәйбәт таратты. Һүҙе ямандың үҙе яман, тимәҫтәр ине.
Илһөйәр ғорур башын юғары тотоп ҡала алды. Әхмәт түбәнлегенә төшмәне. Ул хәҙер генә аңланы – ун дүрт йыл ғүмерен әрәм генә иткән бит ул Әхмәткә. Ниндәй ауыр саҡтар булды, ә терәк булырға тейешле ире уға ун дүрт тапҡыр ҙа ярҙам итмәне. Киреһенсә, Илһөйәр донъяны күберәк үҙе тартты. Ә Әхмәт нисек теләһә, шулай йәшәне. Ир елкәһе таяныс булмағас, ниңә кәрәк һуң ул? Ғаилә тигән йөктө пар ат тарта. Ауырлыҡты ла, еңеллекте лә бергә һөйрәй. Береһе йығыла яҙып һөйрәп, икенсеһе эйәреп барыу – ғаилә түгел. Ҡырҡтан уҙған Әхмәттең бер-бер артлы алыштырған ҡатындарынан башҡа кеме бар? Ә Илһөйәрҙең ҡанаты аҫтында ике улы бар. Ул уларҙы, көндө төнгә ялғап ике эштә эшләй-эшләй, үҙ ауыҙынан өҙөп, тырышып яңғыҙы үҫтерҙе, кеше итте. Һәр маҡсатҡа сара бар, тигәндәр. Береһе Санкт-Петербургта институтта уҡый. Береһе хәрби хеҙмәттә. Эдуард хәрби хеҙмәткә киткәндә уны оҙатырға әсәләре Любаны ла саҡырҙылар. Ул үҫеп бөткән улдарын таныманы. Беренсе тапҡыр иренең ҡәберен күрҙе. Ә малайҙарҙың йөҙөндә эскесе ҡиәфәтле әсәләре өсөн ҡыйынһыныу, оялыу ғына сағыла ине.
Илһөйәрҙең хәҙер йәшәү мәғәнәһе бар. Ҡайсандыр баланан яҙҙырған аяныслы яҙмышы бөгөн уға рәхимле – уның ике улы бар. Улар аша ҡатын “әсәй” һүҙен ишетеү бәхетенә иреште. Уның аша ике үкһеҙ йөрәк әсәйле булдылар. Уларҙы ҡарынында йөрөтмәһә лә, Илһөйәр белә: бала − бәғер емеше. Нисек кенә йыраҡта булмаһын, уларҙы бәғерең менән тояһың, бәғерең менән һиҙәһең. Ә балалар ҡайҙалыр йыраҡта, әсәләре барлығын тойоп, уның доғаларына таянып йәшәйҙәр. Бөркөттөң ҡанаты осҡанда нығый, балаҡайҙар...