Даирә
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

"Ә мин һине ғүмер буйы яраттым..."

- Кемгә кәрәк һин, әбейгә әйләнгәс? Өйөмдән типкеләп сығарып ебәрмәгәнемә рәхмәт әйт!Иренең ошолай рәнйетеүҙәре Асияны һуңғы сиккә еткерер ине, әгәр ауылға ҡайтҡанда осраҡлы осрашыу булмаһа...Тулы текст сайтта:

Бер мәжлестә осраттым был матур парҙы. Икеһе лә илленән уҙған апай менән ағай йәштәр кеүек етәкләшеп кенә йөрөй, бер-береһенән күҙҙәрен алмай, аралашыуҙары ла үтә йомшаҡ. Былар әллә яңы ҡауышҡан, әллә мөхәббәттәре шул тиклем көслө булып, уны ғүмер буйына еткерә алдылармы икән?

Мәжлестән һуң хужаларҙа ҡунырға ҡалып, апай менән яҡындан таныштыҡ. Ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, мөхәббәт тарихын һорамай түҙә алманым. Ихлас йылмайып һөйләп бирҙе ул.

...Асияның атаһы бик уҫал була. Әсәһе бер ҡасан да уның һүҙенән сыға алмай, балаларын да шулай итеп тәрбиәләй. Һөҙөмтәлә ҡыҙ шымыҡай, тыйнаҡ, сабыр булып үҫә. Егеттәр менән дә дуҫлашмай. Мәктәпте тамамлап, ҡалаға уҡырға киткәндә, уның тормош тәжрибәһе бөтөнләй булмай.

Ятаҡта үҙе кеүек ҡыҙҙар менән йәшәй башлағас, батырлығы арта: шәмбе яҡындағы клубҡа бейеүгә йөрөй башлай. Уның артынан бер егет тә йөрөргә тотонғас, аптырап ҡала. Ул ир-ат менән йүнләп аралаша ла белмәй бит. Холоҡтарын, ҡылыҡтарын бөтөнләй аңламай. Был егет - Илдар — хәрби институтта уҡый. Үҙен әленән хәрбиҙәр кеүек тота: артығын һөйләмәй, ҡырыҫыраҡ. Увольнениеға йыш сыҡмағас, әллә ни күрешә лә алмай улар. Шулай ҙа Илдар дилбегәне ҡыҫҡа тота: Асия аңына килеп өлгөргәнсе, өйләнергә тәҡдим итеп тә ҡуя.

Улар, ысынлап та, ҡырыҫ холоҡло булып сыға. Тик уҫал атай тәрбиәһендә үҫкән Асия күнә, шым ғына донъя ҡорорға керешеп китә. Ире уҡып бөткәс, уларҙы хәрби ҡаласыҡҡа ебәрәләр. Былай ҙа бәләкәй һәм ябыҡ ҡалала йәшәгеһе килмәһә лә, түҙә ҡатын. Унда мәктәп булһа ла, ире эшкә ебәрмәй. Өйҙә ултырырға ҡуша. Тик аҡса менән дә шаштырмай. Донъя көтөргә, аҙыҡ-түлеккә тип бирә лә, һәр тине өсөн отчет таптыра башлай. Саҡ ҡына етмәһә лә, янъял ҡуптара. Юҡ, Илдар туҡмамай уны. Тик әхлаҡи яҡтан ныҡ баҫа.

Өс йылға етә Асияның түҙемлеге. Бер мәл тыуған йортона ялға ҡайтҡас, барыһын да әсәһенә һөйләп бирә. Айырылам, түҙә алмайым, ти. Әсәһенең ярҙамына өмөтләнә. Тик үҙе ғүмер буйы иҙелеп йәшәгән әсәһе уның һүҙен иғтибарға ла алмай. “Нәҫелдә булмағанды, айырылам тип ауыҙыңды ла асма”, - ти.

Ҡыҙ кешенең атаһы ниндәй – ире шундай була, тигәндәре дөрөҫмө?.. Тағы ҡайтып китә Асия ире янына. Ә бына ауырға ҡалғас, тормошо бөтөнләй тамуҡҡа әүерелә. Ире асыҡтан-асыҡ типтерә башлай. Шулай уҡ иҙеп, мыҫҡыл итеп йәшәтеүен дауам итә. Аҡса бирмәй, һалдаттар кеүек отчет ала. Игеҙәк малайҙар тапҡас, ҡатындың тормошо йәнә ауырлаша: тынғыһыҙ малайҙар, тиран ир. Асия һимереп киткәс, ире уға бөтөнләй ҡарамай башлай. Баҫыла ҡатын, тәҡдиренә күнә. “Башҡалар минән дә насарыраҡ йәшәй” тип түҙә. Бәхет, яратыу һәм яратылыу кеүек төшөнсәләр тураһында онота.

Малайҙар мәктәпте тамамлап институтҡа уҡырға ингәс, Асия йәнә айырылышыу тураһында һүҙ ҡуҙғата. Был ваҡытта ҙур вазифалы хәрби булған иренә түҙерлек әмәле ҡалмай. Уныһы көпә-көндөҙ типтерһә лә, таҙа, ашарға әҙер йортона ҡайтырға күнеккән. “Һиңә тағы айырылышыу: кемгә кәрәк һин, әбейгә әйләнгәс? Өйөмдән типкеләп сығарып ебәрмәгәнемә рәхмәт әйт”, - ти.

Бер осраҡ булмаһа, Асия, моғайын, шулай ҡартайып үлер ине. Бер төндә әсәһе шылтырата: “Атайың ауыр хәлдә, ҡайт”. Илдар, әлбиттә, бармай ҡала, Асия яңғыҙы тыуған йортона ҡайтып китә. Ике көндән атаһы донъя ҡуя. Уны ерләп, бар эштәрҙе теүәлләгәс, Асия тыуған ерҙәре буйлап йөрөп килергә сыға һәм институтта саҡтағы курсташы Динарҙы осрата. Йылдар үтһә лә, ул һис тә үҙгәрмәгән кеүек. Улар кафеға инеп, үткән саҡтарҙы иҫкә төшөрөп ултыра. Динар Асияны тәүге курстан алып һәм ғүмер буйы яратҡанын, көткәнен белдерә. Ирҙең ғаиләһе бәхетһеҙ, балалары булмаған. Ҡатыны менән айырылышҡандар. Ул Асияға бергә булырға тәҡдим итә. Иренән шул тиклем ялҡҡан ҡатын ризалаша ла үҙенең ҡыйыулығына үҙе аптырап ҡуя.

"Был айырылышыу ғүмеремдәге иң дөрөҫ аҙым булды. Шунан һуң ғына бәхетле көндәрем башланды. Динар менән беҙ тиҙ уртаҡ тел таптыҡ, йәштәр кеүек яратышып туя алмайбыҙ. Бер-береһенә тап килмәйҙәр икән, кеше һүҙенән ҡурҡып, айырылышмай түҙеп йәшәмәһен ине йәштәр", - тип кәңәшен еткерҙе апай.

Фото: motionarray.com

Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/min-ine--mer-buyi-yarattim-794787/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас в