Даирә
+16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

“Мөғжизә түгел был...”

"Бер генә минутҡа тотоп тор әле, бишенсе палаталағы ҡатынға укол яһарға кәрәк”, - тип сабыйҙы әсәнең ҡулына биреп, тиҙ генә сығып китте шәфҡәт туташы.Тулы текст сайтта:

Әлфиә тәҙрәгә төбәлгән килеш карауатында ултырыуын дауам итте, шәфҡәт туташының сабыйҙы уға һонғанын күрмәмешкә һалышты. ”Юҡ, тотоп та ҡарамайым, ни эшләйем мин уның менән? Йәшәргә урының, ҡулыңда эшең булмаһын, бер тин аҡсаң юҡ... “ - тип ҡабатланы ла ҡабатланы ул.
Миниса Мөхтәровна ғәҙәттәгесә ауыр һулап, яй ғына ҡаршы төштө: “Эш табылыр ул, ата-әсәйең менән бер аҙ йәшәп торорһоң, аҡсаһы ла булыр. Уйлап ҡара әле, Әлфиә, бына һин уны беҙҙә ҡалдырып киттең, ти. Ҡыҙыңды балалар йортона оҙатырҙар, кемдер уны тәрбиәгә алыр. Балалар тиҙ үҫә бит, тәүге аҙымдарын күрә алмаҫһың, тәүге һүҙҙәрен ишетмәҫһең. Сит-ят ҡатынды “әсәй” тип әйткәнен нисек кисерерһең? “
Тәжрибәле шәфҡәт туташы Әлфиәнең ауыр итеп тын алғанын ишеткәс, бер аҙ туҡтап торҙо ла өгөтләүен дауам итте: “Ярай ҙа яҡшы кешеләр ҡулына эләкһә... Әгәр уны яратмаһалар, рәнйетһәләр?” “Мин дә уны яратмайым, бер ниндәй айырма ла юҡ,” - тип ҡаршылашты тегенеһе. “Һөйөү тойғоһо кинәт кенә килмәй шул, быны мин яҡшы беләм. Аҙаҡ сабыйыңды үҙеңдән дә артығыраҡ яратырһың әле,” - тине яғымлы тауыш менән Миниса Мөхтәровна.
Ҡапыл ғына йәш әсәгә боролоп: “Бер генә минутҡа тотоп тор әле, бишенсе палаталағы ҡатынға укол яһарға кәрәк”, - тип сабыйҙы ҡатындың ҡулына биреп, тиҙ генә сығып китте.
Бер нисә минуттан Миниса Мөхтәровна коллегаһы менән палатаға һиҙҙермәй генә күҙ һалды. Әлфиә ҡыҙын ҡулына тотоп, аҡрын ғына бәүетә, күҙҙәрен дә алмай иғтибар менән күҙәтә. ”Тағы ла ун минутҡа ҡалдырайыҡ әле үҙҙәрен, - тип шыбырланы хеҙмәттәшенә өлкән шәфҡәт туташы. - Әйҙә, сәй эсеп алайыҡ”.
“Миниса апай, ҡайҙан һиндә шундай талант? Нисек күндерәһең һин был “кәкүк”тәрҙе? Бына нисәнсе тапҡыр инде тылсымлы һүҙҙәрең менән уларҙы арбап, сабыйҙарын ҡулдарына алырға мәжбүр итәһең?” - тип һоҡланды хеҙмәттәше ординаторҙар бүлмәһендә. .
“Кәкүк” тип атамайыҡ уларҙы, Алина. Кәмһетмәйек. Ауыр тормош хәлендә ҡалып, бер аҙ аҙашҡан тәжрибәһеҙ әсәләр бит улар”, - тине Миниса Мөхтәровна. Һүҙгә бығаса шым ғына ултырған табип Федор Алексеевич та ҡушылды: “ Һеҙ, ысынлап та, ябай һүҙҙәр менән мөғжизә тыуҙырыусы ҡатынһығыҙ!”
“Бер ниндәй мөғжизә лә юҡ бында, Федор Алексеевич. Уларҙың һәр береһе балаһын һөйөргә яратылған әсә. Тик, үкенескә ҡаршы, күптәре быны һуңлап аңлай,” - тине кинәйәле генә шәфҡәт туташы. “Бына егерме йыл элек берәйһе минең менән шундай мөғжизә тыуҙырған булһа!“- тип әсенде эсенән генә Миниса Мөхтәровна һәм хеҙмәттәштәренә һиҙҙермәҫкә тырышып, көтөлмәгән күҙ йәштәрен һөрткөләне...
Фото: Pressite.ru
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/M-giz-t-gel-bil-789530/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас в