Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй
Ир-егеткәй менән ат башы.
Эйе, йырҙа йырланғанса, беҙҙең ир-егеттәребеҙ ҡайҙа ғына булмай ҙа ниҙәр генә күрмәй. Уларҙы рудниктарға, шахталарға, урман киҫергә, “ҡыҙыу нөктәләр”гә тыныслыҡ урынлаштырырға ебәрәләр. Ирҙәр яҡты киләсәгебеҙ, халҡыбыҙҙың бәхете өсөн, тыуған илебеҙ хаҡына утҡа, һыуға инә, күп ауырлыҡ күрә, яралана, хатта ғәзиз башын һала.
Ҡайҙа ғына алышманы илебеҙ егеттәре! Һыбай килеш Парижғаса еткәндәр, Порт-Артурҙы яулағандар, япон самурайҙарын ҡыйратҡандар, Гитлерҙы өңөнә тиклем ҡыуып алып барғандар. Әле лә егеттәребеҙ үҙҙәрен һынатмай.
Ишетелә быуат төпкөлөнән
Атайҙарҙың йөрәк ҡағышы.
Тыуған илкәйенән айырғыһыҙ
Ир-егеткәйҙәрҙең яҙмышы.
Бөйөк Ватан, Афған һуғыштары,
Чечня, Ҡарабах һәм Дағстан.
Еңеү яулап яуҙан урап ҡайтты,
Әйтерһең дә, улар ҡоростан.
Утлы нөктәлә бирешмәйенсә, ил алдындағы бурысын үтәгәндәр беҙҙең иғтибарға, һөйөүгә сарсап ҡайта. Егеттәрҙең сафы кәмей, ә бит улар ҡыҙҙарға ҡарағанда күберәк тыуа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ирҙәр “ҡыҙыу нөктәләр”ҙә генә түгел, юл-транспорт фажиғәләрендә, ситтә аҡса эшләгәндә төрлө хәлгә юлығып, вафат булып ҡуя.
Өләсәйем: “Алтын башлы ҡатындан баҡа башлы ир артыҡ”, — ти торғайны. Ул ваҡытта был мәҡәлдең асылын аңламай аптырай инем. Ә бит ысынында шулай: ҡатын-ҡыҙ нисек кенә шәп булмаһын, ир-егеттән башҡа донъя көтөүе бик ауыр. Хәҙер, әлбиттә, бөтөн уңайлығы булған торлаҡ ҡатын-ҡыҙға ир көсөнән башҡа йәшәргә лә мөмкинлек бирә. Шунлыҡтан ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ шашып та киткеләй. Ирҙәре уңышһыҙлыҡҡа осраһа, “һинән башҡа ла үлмәм әле”, тип араларын өҙөргә ашыға. Бындай осраҡта ир-егеттәребеҙ урамда тороп ҡала. Был ғәҙел булмаған алышта еңелеп, күптәре ҡайғыһын араҡы менән йыуа, эшен юғалта. Ата-әсәһе булғандар улар янына һыйына. Шунлыҡтан хәҙер ҡатынынан айырылып, ҡаланы ташлап ауылға ҡайтҡан ирҙәр бар. Ҡатындар, хатаһын аңлап, терһәген тешләрҙәй була ла бит, әммә һуң шул. Шуның өсөн ғаиләне һуңғы сиккә еткермәҫкә, һаҡларға кәрәк. Бында, әлбиттә, ирҙәрҙең дә ғәйебе етерлек.
Ҡатын-ҡыҙ ғына түгел, көслө зат та яҡлауға, һаҡлауға мохтаж. Үрҙә әйтелгәнсә, ауыр, “ҡыҙыу нөктәләр”ҙә ир-егеттәребеҙ һыр бирмәй, утты-һыуҙы кисеп ҡайта. Тик шундай батырҙарыбыҙҙың башын тыныс тормошта бәләкәй генә шешә эйҙерә, еңеүселәребеҙҙе юҡҡа сығара. Сәбәбе нимәлә?
Минең уйымса, төп сәбәбе — тәрбиәлә. Ир-егеттәрҙе тәрбиәләүгә иғтибарҙы йүнәлтеү мотлаҡ. Юғиһә улар ҡатын-ҡыҙҙан да наҙлыраҡ, күндәм... Ысын ир-егет үҫтерер өсөн улар менән ир педагогтар шөғөлләнергә йәки табынырлыҡ лайыҡлы кумиры булырға тейеш.
Тулы булмаған ғаиләләр ҙә байтаҡ. Ҡайһы саҡта малайҙарҙы хатта тулы ғаиләләрҙә лә ҡатындар тәрбиәләй, ә атайҙарҙың ваҡыты юҡ. Әсәләр иһә нескә күңелле, балаларҙы ҡырын эше өсөн шелтәләргә лә йәлләй. Мәктәптә лә ир-егетте күбеһенсә ҡатын-ҡыҙ уҡытыусылар тәрбиәләй. Һөҙөмтәлә малайҙарҙың донъяға ҡарашы, үҙ-үҙен тотошо — тик ҡатын-ҡыҙ өлгөһөндә.
Иң тәүҙә холоҡ тәрбиәләү фарыз. Бының өсөн айырым уҡытыуҙар ҙа ярҙам итер, тип уйлайым. Милли ғорурлыҡ, намыҫ, ихтыяр көсө, ғаиләһе өсөн яуаплылыҡ, балаларына яҡшы атай, көслө рух, ҡыйыулыҡ — ир-егеттәрҙә ошо сифаттарҙы үҫтереү кәрәк. Уларға ауырлыҡтар бала саҡтан уҡ күберәк төшә. Көсһөҙлөк күрһәтергә ярамай. Ысынында иһә ҡайһы саҡта малайҙарҙы ла ҡыҙҙарҙан яҡларға кәрәк. Һин ир-егет, илама, ҡыҙҙарҙы яҡла, ошаҡлашма... Ҡыҙҙарға бала саҡтан уҡ өҫтөнлөк бирелә, закон да улар яғында. Ир кеше тырышып-тырмашып та үҙ һүҙен иҫбатлай алмаһа, дөрөҫлөктө таба алмауынан төңөлә, янында аңлаған кеше булмаһа, шешә менән дуҫлашыуы ла ихтимал.
Малайҙар менән ҡыҙҙарҙы айырым уҡытҡан хәлдә, уларҙың бер-береһенә ихтирамы көсәйә, береһе “егет”, икенсеһе “ҡыҙ” тип ҡарай башлай. Малайҙар ҡыҙҙар алдында ҡыйын хәлдә ҡалыуҙы бигерәк тә ауыр кисерә. Ҡыҙҙар иһә “бешмәгән” тип йәнен үртәй. Был, әлбиттә, малайҙарҙың холҡонда сағылмай ҡалмай. Ә айырым уҡығанда, ошоноң ише хәлдәр булмаясаҡ. Минең уйымса, бындай мәктәптәр бик кәрәк, сөнки балалар үҙҙәренең бөтөн иғтибарын ҡаршы енескә түгел, ә уҡыуға йүнәлтәсәк.
Элек батша заманында Рәсәйҙә, шул иҫәптән Өфөлә лә айырым мәктәптәр күп булған. Мәҫәлән, Мариинка мәктәптәрендә ҡыҙҙар ғына уҡыған. Малайҙарҙан айырмалы, унда өй эштәренә, бала бағыу һәм ир ҡатыны булыу нескәлектәренә өйрәткәндәр.
Малайҙар өсөн дә төрлө уҡытыу-тәрбиәләү мәктәптәре булған. Шуларҙың береһе — “Ғәлиә” мәҙрәсәһе. Унда бирелгән белемде юғары уҡыу йорто кимәленә тиңләйҙәр.
Үҙ тамырҙарыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе оноттоҡ. Ҡыҙҙар салбар кейә, ир-егеттәр алҡа таға, енестәр араһында иғлан ителмәгән “һалҡын һуғыш” башланды. Тик, нисек кенә булмаһын, ҡатын-ҡыҙ ҙа, ир-егет тә үҙ урынында ҡалырға тейеш!
Баланың шәхес булып формалашыуына ғаилә генә түгел, тирә-яҡ мөхит тә тәьҫир итә. Шуныһы шатлыҡлы: хәҙер айыҡ тормошҡа ынтылыусы йәштәребеҙ бихисап. Мәжлестәрҙә элекке шикелле ҡыҫтап эсереү бөтөп бара, күп байрамдар иҫерткес эсемлекһеҙ уҙа.
Ир-егет алдында торған тағы бер һынау — эшһеҙлек. Эшләгән хәлдә лә ҡайһы саҡта шәхси эшҡыуарҙар аҡсаһын түләмәй, алдай. Ә шулай ҙа алдына маҡсат ҡуйған ирмен тигән ир-егет үҙенә шөғөл табып тора. Уларға бөгөн төрлө юл асыҡ. Ҡушҡанды этеп-төртөп эшләп, барыһын да Хөкүмәттән көтөп йәшәгән иҫке ҡарашлы кешеләр өсөн көн бөттө хәҙер.
Егеттәр! Һеҙҙең иңдә — ил, ҡатындар, балалар яҙмышы! Алдан юл күрһәтеп, яҡлап-һаҡлап барған ҡалҡаныбыҙ ҙа һеҙ. Бер үк тормош йөгө дилбегәһен ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ, зәһәр йылан алдында башығыҙҙы эймәгеҙ! Һеҙ ҡатындарығыҙ, балаларығыҙ, тыуған ерегеҙ өсөн кәрәк!
Беҙҙең күршелә бер ғаилә йәшәй. Уларҙың ике балаһы бар. Үҙҙәренең эсеп иҫереп йөрөгәнен күрмәһәм дә, йыш ҡына тауыш ҡуптара, дөбөр-шатыр килә, ҡысҡырыша инеләр. Бындай күренештән башта ҡурҡа торғайныҡ, һуңынан өйрәнеп киттек.
Бер көндө ҡатындың үҙенә ҡул һалғанын ишеттек. Аралашып йәшәмәгәс, сәбәбен белмәйем, тик ҡатыны үлгәс, бында эскеселәр йыйылыр инде, тип ҡурҡып ҡалдым. Тик киреһенсә килеп сыҡты. Күршем фатирын йыйыштырып, ремонт яһап алды, төн уртаһындағы ҡысҡырыштар бөттө, балалары менән тыныс ҡына йәшәп алып китте. Балалары хәҙер сәғәттәр буйы ишек шаҡып тормай, бөхтә итеп кейенә, тәрбиәле. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтып, өйләнделәр. Ғаиләләре менән атайҙары янына килеп йөрөйҙәр.
Тағы бер таныш ғаиләлә ир менән ҡатын уртаҡ тел таба алмай. Ҡатын кеше бер ҡайҙа ла эшләмәй: “Бөтә әйберебеҙ ҙә бар, беҙгә башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй”, — тип өйҙә ята. Ир кеше ғаиләһен тәьмин итер өсөн тырыша, эштән һуң да ҡалып тир түгә. Балаларын яҡшы итеп кейендерә, машина алды, тик ҡатыны менән икеһе ике бүлмәлә йәшәй, хатта ашарға ла айырым бешерәләр. Ир кеше ял көндәрен гел балалары менән үткәрә. Бер мәл киске сменанан ҡайтышлай күршеләренә ингән:
— Ҡатындың бүлмәһендә ут яна, ул ятҡансы ғына һеҙҙә ултырып торайым, йөҙөн дә күргем килмәй, биҙҙерҙе, — тигән.
— Улай булғас, ниңә айырылышмайһығыҙ? — тигән һорауға:
— Балалар йәл! Айырылышҡан хәлдә закон буйынса балалар ҡатын менән ҡаласаҡ! Уларҙы кем тәрбиәләр? 18 йәштәре тулғас, үҙҙәре хәл итер, — тигән.
Һуңынан айырылыштылар. Ир кеше ҡыҙын университетҡа индерҙе, улын Өфөгә ебәреп уҡытыр өсөн машинаһын һатты. Әле балалары уҡып сығып, эшләп йөрөй. Ә ҡатыны айырым йәшәй.
Балаларын атайҙарына ташлап киткән ҡатындар ҙа күбәйҙе хәҙер. Фатир ремонтларға Сабир исемле егет килгәйне, ҡатыны менән айырылышҡан. Ҡыҙын күрәйем тип барһа, өс йәшлек бала яңғыҙ, ас килеш ултыра, әсәһе өйҙә юҡ икән. Ир ҡыҙын алып, әсәләренә ҡайтып киткән. Хәҙер сабый уның ата-әсәһе менән йәшәй. Ә әсә кеше килеп тә урамай.
Тағы бер миҫал. Танышымдың улы Алик, типһә тимер өҙөрлөк сибәр егет, армиянан ҡайтҡас, өйләнәм тип дәртләнеп йөрөнө. Башта ата-әсәһе ҡаршы килеп ҡараған, тик егет үҙ һүҙенән кире ҡайтмаған: “Риза булмаһағыҙ, Чечняға китәм”, — тип ҡурҡытҡан. Халыҡта “Әсәһенә ҡарап ҡыҙын һөй” тигән мәҡәл бар. Шуға күрә Аликтың ата-әсәһе риза булмай, сөнки ҡыҙҙың әсәһенең яманаты сыҡҡан. Ауылға күсеп ҡайтып, бер нисә ирҙе аҙҙырып, ғаиләләренә күп ҡайғы килтергән. Был егет һүҙен һүҙ иткән, өйләнгән, шул ауылдан өй һатып алып, матур ғына йәшәп киткәндәр. Беренсе малайҙары ауырыу булып тыуған. Икенсе балалары сәләмәт. Ғаиләһен ярата Алик, улар мохтаж булмаһын тип, бер эштән дә ҡурҡмай, донъяһын да матур итеп тота.
Бер осрашыуҙа күршеләре:
— Мин Аликты еңел ҡарашлы егет тип уйлағайным, ул донъя көтмәле, тырыш малай булып сыҡты, эшен дә эшләй, ғаиләһен дә ҡарай, — тип маҡтап торғайны. Шунан һуң улар тураһында һүҙ ишетмәнем. Былтыр август айында йомош менән уның олатаһы йәшәгән урамға барып сыҡтыҡ. Кереп хәлдәрен белештем. Һәҙиә апай менән Ярулла ағайҙың өлөшөнә бик күп ҡайғы төшкән икән. Бер нисә йыл элек кесе улының малайына армияла хеҙмәт итергә ике ай ҡалғас, юғалыуын ишетеп, йыл ярым билдәһеҙлектә йәшәгәндәр. Ҡайҙан ғына эҙләмәнеләр уны! Өләсәһе Һәҙиә апайҙың: “Эй, Хоҙайым! Ниңә миңә шул саҡлы ғүмер бирҙең! Бындай ҡайғыларҙы күрмәгән булыр инем!” — тип әсенеп әйткәне әле лә хәтеремдә. Һаубуллашырға торғанда ул тағы ла тетрәндергес хәбәр әйтеп һалды.
— Марина килен аҙғынға әйләнде бит. Алик командировкала ваҡытта эсеп, теләһә кем менән сыуалып, балаларҙы ҡарамай, шағараҡ ҡороп ята. Алик ҡайтып кергәндә лә балалар үҙҙәре генә өйҙә, әсәһе ҡунырға ла ҡайтмай. Туғыҙ йәшлек малайҙары йөрөй алмай, түшәктә ята, икенсеһенә — өс йәш. Көндәр буйы бер кем ҡарамай, ашатмай. Алик, балаларын алып, Мәләүез районына ата-әсәһенә киткән. Балаларҙы үҙенә ҡалдырыр өсөн судҡа биргәйне, оҙаҡламай хәл ителәсәк, — тине ул.
Береһе аяҡһыҙ, икенсеһе ҡулһыҙ тигәндәй: өлкәне түшәктә ята, икенсеһе бөтөнләй бәләкәй. Хоҙай Тәғәлә Аликка, уның ата-әсәһенә был ауырлыҡты еңеп сығырға һаулыҡ, сабырлыҡ бирһен инде, тип уйлап ауыр тәьҫораттар менән ҡайтып киттем.
Бер-ике ай самаһы үткәс, юлым Мәләүез яҡтарына төштө. Аликтың, ата-әсәһенең, балаларының хәлен белешәйек тип уларға инеп сығырға булдыҡ. Беҙҙе уның әсәһе ҡаршы алды. Өйҙәре йылы, бөхтә итеп йыйыштырылған. Өс йәшлек малай йүгереп килеп сыҡты, икенсеһе ултырған килеш шыуышып, ҡыҙыҡһыныуын еңә алмайынса залдан ишек яғына күҙ һалды. Балалар шат, өлкәне йөрөй алмаһа ла, матур итеп һөйләшә, кәйефтәре яҡшы. Түшәктә ятҡан бала менән буш ваҡытында ҡартатаһы шөғөлләнә башлаған икән. Бала ултыра башлаған, тотоноп тора, яйлап ҡына аяғын да алыштырып баҫа, ҡулына ҡалаҡ тотоп ашай. Хатта уны уҡыта башлағандар. Уҡытыусы өйгә килеп йөрөй, тик бер аҙ һуңлаған, ете йәштән башларға кәрәк булған икән, ти. Шулай ҙа барыһына ла төшөнә. Эштән ҡартатаһы менән атаһы ҡайтып кергәс, балалар уғата йәнләнә төштө. Өй күңел күтәренкелеге, шат тауыш менән тулды. Тормоштары иркен, балалар өсөн һәйбәт шарттар тыуҙырылған. Ауырлыҡтарға зарланып, бирешеп ята торған кешеләр түгел шул Яҡуповтар.
Был осраҡта балаларҙың яҙмышы ыңғай хәл ителде, сөнки Аликтың ата-әсәһе, улына оло терәк булып, ҙур ярҙам күрһәтте, ауырлыҡтың күп өлөшөн үҙҙәренә алды, тиһәм дә яңылышмам. Хәҙер мин Аликтың ошо балаларҙы кеше итеү хаҡына бөтөн көсөн биреп эшләренә, юлындағы ауырлыҡтарҙы емереп үтеренә иманым камил, сөнки уның ҡайтырын дүрт күҙ менән көтөп торған балалары бар.
Ошо миҫалдарҙан сығып, шуны әйтергә теләйем. Ирҙәрҙә балалары өсөн яуаплылыҡ тойғоһо бар ғына түгел, хатта ҡайһы бер ҡатындарҙыҡына ҡарағанда күпкә юғарыраҡ. Шуның өсөн ирҙәр балаларын яуапһыҙ ҡатындарҙа ҡалдырғансы, етем итмәйенсә, үҙҙәре алып тәрбиәләһә, уларҙың йәшәү мәғәнәһе уғата артасаҡ. Ғаилә тарҡалған хәлдә закон ирҙәр мәнфәғәтен дә ҡайғыртһын ине.
Рәйлә НАЗАРҒОЛОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы