Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яратам тип яңылышҡанмын икән...

Ҡыҫҡаһы, ҡатынымдың ҡыҙығы бөтә башланы. Тап шул саҡта ҡул аҫтымда эшләгән бухгалтер ҡыҙ башымды әйләндерҙе. Ғашиҡ булғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым...Тулы текст сайтта:

Миңә 55 йәш, яңғыҙмын. Әле күпмелер ай элек кенә бер түгел ике ғаиләм бар ине. Хәҙер бер кемгә лә кәрәгем ҡалманы...
Ентекләберәк һөйләйем әле хәлемде. Минең, ысынлап та, ике ғаиләм бар ине. Тәүгеһе – йәшлек мөхәббәтем, рәсми никахта торған ҡатыным. Уның менән студент саҡта таныштыҡ. Үлә яҙып яратышып өйләнештек. Студент ятағында башлаған тормошобоҙ тора-бара нығына башланы. Тәүге улыбыҙ тыуыуға бер бүлмәле фатирыбыҙ бар ине. Икебеҙ ҙә тырышып эшләп донъя тупланыҡ. Фатирыбыҙ киңәйҙе, икебеҙгә лә машина алдыҡ, ҡала янындағы ауылда ҙур йортобоҙ бар. Аҡсалы урында эшләйбеҙ.
Улым өйләнеп башҡа сығырға өлгөрҙө, ә унынсы класта уҡыған ҡыҙыбыҙ яныбыҙҙа. Ҡатын менән егерме йыл самаһы йәшәгәс, ғаилә тормошо ялҡыта башланы. Көн дә ул, холҡон да, үҙен дә тулыһынса беләм. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡатынымдың ҡыҙығы бөтә башланы. Шул саҡта ҡул аҫтымда эшләгән бухгалтер ҡыҙ башымды әйләндерҙе. Йәш, сибәр, күҙ-ҡашы уйнап тора. Күп тә үтмәне, уның менән осраша башланыҡ. Ғашиҡ булғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Бер йыл самаһы осрашҡас, ул ауырға ҡалды. Сабыйҙы ҡалдырырға булдыҡ. Тағы бер ҡыҙым тыуҙы. Уларға ике бүлмәле фатир алып бирҙем һәм ҡунаҡ ир менән атайға әйләндем.
Ҡатыным икенсе ғаиләм тураһында бер ни белмәне лә, һиҙмәне лә. Ә бына икенсеһе белә, көнләшә, уның менән айырырға маташа башланы. Үҙем дә рәсми ҡатынымды яратмағас, уның менән айырылышып, йәш ғаилә менән йәшәргә уйлай инем. Тик нимәлер һәр ваҡыт туҡтатты.
Инде ни эшләргә белмәй йөрөгәндә ваҡиға үҙенән-үҙе хәл ителде. Ҡатыным һөйәркәм һәм ҡыҙым менән ресторанда ултырғанды күреп ҡалып, ғауға күтәрҙе. Уға барыһы тураһында ла һөйләргә тура килде. Тауышландыҡ-тауышландыҡ та, ул мине өйҙән ҡыуып сығарҙы. Күңелемдең бер мөйөшөндә рәхәт тә булып ҡалды кеүек. Әйберемде йыйҙым да һөйәркәмә киттем.
Тик уға күсеп килеү менән проблемалар башланды. Быға тиклем мин уларға аҙнаһына бер нисә тапҡыр киләм, бик һирәк ҡунып ҡала инем. Ә хәҙер гел бергә булғас, тауышланыу артты. Баҡһаң, беҙҙең холоҡтар тура килмәй икән. Миңә эштән һуң ял итергә, тыныс ҡына диванда ятырға кәрәк. Ә һөйгәнем ен кеүек. Тик ятырға бер форсат бирмәй. Йә берәй ергә барайыҡ ти, йә өй буйынса йомоштар табып ҡына тора. Ашарға бешергәне ябай ғына, өй йыйыштырырға ла яратмай икән. Биш йәшлек балабыҙ ҙа минең көнө-төнө яндарында булыуҙы оҡшатманы. Мыжый, мине тыңламай, йыш көйһөҙләнә.
Ҡыҫҡаһы, тыныс тормош бөттө. Өс ай улар менән йәшәп ҡараным да, түҙә алмай башлағас, китергә булдым. Әллә ни мөхәббәт тә булмаған, яратам тип яңылышҡанмын икән. Ни бары ҡатынымдан йәшеренеп йөрөү оҡшағандыр ҙа йәшлеге менән алдырғандыр. Тыныс ҡына холоҡло ҡатынымды һағына башланым. Уның аштары ла тәмле, донъяһы ла ҡараулы. Балалар ҙа үҫеп бөткән. Тик ул мине кире ҡабул итмәне. Баҡһаң, айырылышыуға документтар ҙа биргән икән.
Бәхет миңә арты менән боролдо. Тегендә лә кәрәкмәйем, бында ла һыйҙырмайҙар. Бер бүлмәле фатирҙы ҡуртымға алып, яңғыҙ йәшәп ятам. Нимә генә эшләргә икән? Аяғына йығылып ҡатынымдан ғәфү үтенергәме, әллә һөйәркәнең холҡона күнергәме? Яңғыҙ йәшәй алмайым бит инде...
(Өфөлә йәшәгән ирҙең һөйләгәндәренән).
Фото: stihi.ru
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Yaratam-tip-ya-ilish-anmin-ik-n-786598/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас: