Даирә
-7 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
29 Апрель 2021, 11:41
Инде уны күрҙек, тимәҫтәрме?
Гүзәл Уразова талантын үҙ итеүселәргә бик ныҡ арығанлығын белдергән. Асыҡланыуынса...
Быйыл 14 февралдә билдәле йырсы, сәхнә йондоҙо Гүзәл Уразова һәм уның ире, йырсы Илдар Хәкимов тормоштағы иң бәхетле көндәренең береһен кисерҙе: ғаиләлә дүртенсе сабыйҙары тыуҙы. Ҡыҙға Ариана тигән яңғырауыҡлы исем биргәндәре лә хәбәр ителде.
Мәғлүм булыуынса, йырсы социаль селтәрҙәрҙә әүҙем һәм популяр, Инстаграмда тормошо хаҡында көн дә тиерлек төрлө яҙмалар ҡалдыра, фотолар, видеолар ҡуя. Уның яңылыҡтарын 600 меңгә яҡын кеше уҡып бара.
Әле иһә популяр йырсы социаль селтәрҙә бик матур яңы фотолар ҡуйып шатландырған. Баҡһаң, ул дүртенсегә бәпесе тыуғандан һуң 2,5 ай ваҡыт үткәс, беренсе тапҡыр профессиональ фотосессияға барған икән.
Йырсының ижадын үҙ итеүселәр уның сибәрлеген, зауыҡлы ҡиәфәтен бик ыңғай баһалаған, бик күп йылы һүҙҙәр яҙған.
- Был - минең декреттағы тәүге фотосессиям. Дөрөҫөн әйтәм: күлдәк эҙләп арыным. Ул бит матур ҙа, уңайлы ла булырға, үлсәме тура килергә, ҡәнәғәтләндереү тыуҙырырға тейеш. Эҙләй башлағас, тура килгәндәр бик аҙ икәнлеген аңланым. Ниһәйәт, таптым? – тип яҙған Гүзәл ханым шәхси сәхифәһендә.
Унан ул талантын үҙ итеүселәрҙән һорай ҡуйған: әгәр ҙә был күлдәген концертҡа ла кейһә, инде уны күрҙек бит, тимәҫтәрме? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дуҫтар?
Фото геройҙың шәхси сәхифәһенән.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Inde-uni-k-r-ek-tim-t-rme-778814/
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!