Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
20 Апрель 2021, 11:09

Шөкөр, игеҙәктәр иҫән-һау!

Яңыраҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһының Октябрь проспектындағы туғыҙ ҡатлы йортта сыҡҡан янғынды һүндерергә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре килә. Өҫкө ҡаттағы фатирҙарҙан 12 кешене, шул иҫәптән өс баланы ҡотҡаралар. Иң бәләкәс игеҙәктәр ни бары 18 көнлөк кенә була!

Сабыйҙар әсәләре менән 8-се ҡатта ут ҡамауында ҡалған була. Игеҙәк ҡыҙҙарҙың береһен подполковник Илнур Мәҡсүтов саф һауаға алып сыға. Ҡыҙҙарҙың икенсеһен 40-сы янғын-ҡотҡарыу часы начальнигы урынбаҫары, капитан Алексей Евстигнеев ҡотҡара. Сабыйҙарҙы сәләмәтлектәрен күҙәтеү өсөн табиптар ҡулына тапшыралар.
Ҡотҡарыусылар бәләкәстәрҙең һаулығы өсөн ныҡ борсола, бер аҙҙан уларҙың хәлен белешергә, икенсе тыуған көндәре менән ҡотлап, бүләк тапшырырға өйҙәренә килә. “Беҙ уларҙың хәлен белешмәй булдыра алманыҡ, яңы ғына донъяға килгән сабыйҙарҙың сәләмәтлеге өсөн ысын күңелдән борсолдоҡ. Хәҙер барыһы ла яҡшы, беҙ шат!” – ти хеҙмәткәрҙәр.

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас