Даирә
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
18 Апрель 2021, 13:07
“Ҡатыныма ышанмайым...”
"Яратам мин үҙен, тик бына..."
“Хәләл ефетеңә ышана алмаһаң, бик ҡыйын икән”, - тип башланы һүҙен ҡасандыр бер мәктәптә уҡыған танышым. “Ҡатынға берәй хәбәр әйтәм икән, был хаҡта барыһы ла беләсәк. Иң башта – ҡәйнәм менән ҡайынбикәм, унан һуң ҡатынымдың әхирәттәре, хатта хеҙмәттәштәре лә ситтә ҡалмаясаҡ. Ҡатыным менән ғаиләнән бар хәбәрҙе сығармау хаҡында ла һөйләшеп тә, хатта әрләшеп тә ҡарағаным бар. Юҡ, барыбер аңламай”, - тине лә Рәмил, артабан нимә эшләргә икәнлеген белмәгәнлеге хаҡында әйтте.
Хәҙер Рәмил аҙаҡ үпкәләп ултырғансы, ҡатынына бер нимәне лә һөйләмәүҙе хуп күрә икән. Ә һөйгәне иренең үҙенә ышанмағанлығына үпкәләп ыҙалата, имеш. “Әлбиттә, ышанмайым. Нимәлер хаҡында ҡатыныма әйтәм икән, социаль селтәрҙә статусымды алмаштырған кеүек була был хәл”, - ти ир. “Үҙе – бик һәйбәт әсәй. Уңған, барыһына ла өлгөрә, ашарға ла бына тигән итеп бешерә. Яратам мин үҙен, тик бына шул телсәнлеге, сер тота белмәүе генә йәнде өтә...”
Бер ваҡыт Рәмил ҡатынына машина алырға теләүе хаҡында әйткән, күп тә үмәй, уның етәксеһе уның ниндәй автомобиль алырға теләүе хаҡында һорашҡан. Баҡтиһәң, Рәмил – ҡатынына, уныһы – әхирәтенә, тегенеһе туғанына әйткән. Ә уныһы, ҡатын, Рәмилдең етәксеһе булған иренә ошо хәбәрҙе еткергән...
Фото:
mariya-mironova.ru
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/atinima-ishanmayim-766327/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!