Даирә
+34 °С
Ясно
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
8 Апреля 2021, 06:17
Туғыҙ йәшлек баланы үкһеҙ етем ҡалдырып...
Әсәһе, уның артынан атаһы вафат була. Ҡатындың үлеменең төп сәбәбен танымаҫҡа тырышалар...
Республикала табип Елена Ғәйнуллованың коронавирустан вафат булыу факты буйынса "Роспотребнадзор" ҡабаттан тикшереү үткәрҙе. Документтар Социаль страховкалау фондына тапшырылды, тип хәбәр итә Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһы етәксеһе Аяз Камалов.
Билдәле булыуынса, табип ғинуар айында яңы коронавирус инфекцияһы эҙемтәләренән вафат булды. Күп тә үтмәй, ҡатындың ире лә мәкерле сирҙән мәңгелеккә китте. Туғыҙ йәшлек улдары үкһеҙ етем ҡалды.
Медицина хеҙмәткәренең вирусты тап эш урынында йоҡторғанын раҫлау ауырға тура килгән. ”Мин, өлкән фельдшер булараҡ, үлем осрағын тикшереү буйынса эштә ҡатнаштым, Социаль страховка фондына документтар әҙерләнем. Республика профсоюз комитеты фажиғәнең бөтә ҡатмарлыҡтарын асыҡларға ярҙам итте”, - тине Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһының профсоюз ойошмаһы рәйесе Илзирә Усманова.
"Беҙҙең профсоюз сирҙе йоҡтороу осраҡтарын тикшереүҙә ярҙам күрһәтә, - ти ошо ойошма рәйесе Рауил Хәлфин. - Вирусты йоҡторған һигеҙ меңгә яҡын медицина хеҙмәткәре Фонд түләүҙәрен алды. Барыһы ла - профсоюз белгестәренең һәм уның тәүге ойошмалары рәйестәренең тырышлығы арҡаһында".
Был фажиғәле хәлде һәм Елена Ғәйнуллованың туғандарына страховка түләүҙәрен билдәләүҙе Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитетҡа ҡушты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Роспотребнадзор" идаралығы тәүге тикшереү барышында табиптың сирҙе йоҡтороуының һөнәри эшмәкәрлеге менән бәйле түгеллеген иҫбатларға тырышҡайны.
Фото: ”Башинформ”.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Tu-i-y-shlek-balani-k-e-etem-aldirip-751599/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!