Даирә
+28 °С
Облачно
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
3 Апреля 2021, 11:24

Сәйер студент

Егет нимәлә ғәйепләнә?

Егет нимәлә ғәйепләнә? Ресторандарҙағы йыуыныу бүлмәләренән электр ҡул киптергестәрҙе урлап йөрөүҙә. Полицейскийҙар видео камера яҙмалары ярҙамында бурҙың шәхесен тиҙ асыҡлаған һәм эҙенә төшөп, уны ҡулға алған.
Ул юғары уҡыу йорттарының береһендә белем алған 19 йәшлек студент булып сыҡҡан. Егет яман ҡылығын танып, үкенеүен белдергән. Урланған техниканы нимә эшләттең тигән һорауға, уларҙы түләүһеҙ иғландар сайты аша һатыуын һөйләп биргән. Зыян күләме -240 меңдән һум ашыу.
Әлеге ваҡытҡа йәш кешенең шундай дүрт уғрылыҡта ҡатнашлығы барлығы иҫбат ителгән. Уарҙың һәр осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Урланғандың бер өлөшө тартып алынған.
Фото: Эске эштәр министрлығынан.
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/S-yer-student-746584/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас