Даирә
+17 °С
Ясно

"Мине ғәфү итмәҫтәрен аңлайым..."

Ике аҙна самаһы элек Өфөлә бар республиканы тетрәндергән ҡырағай енәйәт ҡылынғайны. Судтан һуң ике ир араһында талаш сыға, һөҙөмтәлә береһе икенсеһенә урам уртаһында һунар бысағы менән сәнсә. Был ирҙең үлем хәлендә икәнлеген күргәс, енәйәтсе ҡаса һәм күрше урамда үҙенә ҡул һалырға маташа – үҙенә ата. Тик уны күреп ҡалалар һәм тиҙ арала дауаханаға алып барып, операция эшләйҙәр. Ул иҫән ҡала һәм, һауыҡҡандан һуң, бөгөн дауахананан сыға.

Бөгөн Киров районы суды С. Яшинға ҡарата ҡарар ҡабул итте. Уны суд залында ҡулға алдылар. Ул 18 майға тиклем Тәфтиш изоляторында ултырасаҡ.
Суд ултырышы башланыр алдынан ғәйепләнгән ир үлгән әсәһе тураһында һөйләгән. Үҙенең һаулығы торошо тураһындағы һорауға "насар" тип яуап биргән. Фажиғә булған көндәге хәлдәрҙе йүнләп хәтерләмәүе тураһында ла әйткән. Ул үлгән ирҙең ғаиләһе алдында ғәфү үтенгән һәм ғәфү итмәҫтәрен аңлауы тураһында ла әйткән. Әйткәндәй, фажиғәле һәләк булған адвокат Елисеевтың ауырлы ҡатыны һәм ике балаһы ҡалды.
Яшиндың адвокаты белдереүенсә, уның клиенты, ысынлап та, ул көндә нимә булғанын иҫләмәй. Имеш, ул аңына килгән саҡта үҙе алдында ҡанға батҡан Елисеевты күреп ҡала. Бынан тыш, ир үҙен насар тоя, уны артабан язаны тормошҡа ашырыу хеҙмәте медицина учреждениеһында дауалаясаҡтар, сөнки был хәлдә уны СИЗО-ға ҡабул итмәйәсәктәр. Яшинды суд-медицина экспертизаһы көтә. Эксперттар уның енәйәт ҡылған саҡта үҙ аңында булғанмы, юҡмы икәнлеген асыҡларға тейеш.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, был ике ир судта ҡаршы яҡтар булған. Бында һүҙ компанияның бөлгөнлөккә төшөүен таныу һәм күп миллионлы бурыс тураһында бара. Юрист Елисеев судта эшҡыуар Сергей Веремеенконы яҡлаған, Яшин уға ҡаршы сыҡҡан.
Фото: Башинформ.
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас