Даирә
+22 °С
Ясно

УРЛАНҒАН БӘХЕТ

– Зөһрә һине һаман да ярата, Рәйес. Шул хәтлем һағынам, күргем килә, ти. Шылтырат әле!..

Хикәйә

Беренсе бүлек

Рәйес ҡабаланып ҡына сауҙа үҙәгенә килеп кергәйне, ҡаршыһына бер таныш ҡатын тура килде. Егет уның кем икәнлеген дә аңғарып өлгөрмәне, ҡатын: “О, Рәйес, ҡайһылай үҙгәргәнһең!” – тип ҡосаҡлап та алды. Класташы Рәхилә булып сыҡты. Уның менән бер урамда йәшәнеләр. Тик ул теге яҡта, йылға ярында, ә Рәйес был яҡта, мәктәп артында.

Унынсы класты Рәйес ҡала мәктәбендә уҡый башланы. Атаһын хакимиәткә эшкә саҡырҙылар, әсәһе лә иренән ҡалманы, әйберҙәрен тейәп, артынан ҡалаға күсенде.

Рәхилә кейәүҙә икән, ике балаһы бар, ире вахтала йөрөй.

– Һағындырмаймы? – тине Рәйес. – Ирең ҡайтып йөрөймө?

– Һағынып ҡына нимә эшләйһең инде? Эш күп, балалар ваҡытты күп ала.

– Класташтарҙан кемдәрҙе күргәнең бар? Бындағыларҙан кемде беләһең?

– Күбеһе ауылда, йә Себерҙә, – тине ҡатын. – Ә Зөһрәне күргәнең бармы?

– Зөһрә? Ул да бындамы ни?

– Эйе, гимназияла уҡыта икән. Ире, әлеге, вахтала. Үҙен күргәнем юҡ, иренән айырылып йөрөй, тинеләр.

– Балалары бармы?

– Бер малай үҫтерә шикелле.

Рәхилә Рәйескә шаян көлөп ҡараны:

– Беренсе мөхәббәтеңде онотмайһың икән.

– Нисек беренсе? Мин был хаҡта беренсе тапҡыр ишетәм.

– Йә, Рәйес, шаяртма. Уның миндә телефоны ла юҡ, тип әйтерһең әле.

– Ысынлап әйтәм, күргәнем дә юҡ, телефонын да белмәйем.

– Шулай инде, – тине ҡатын, – айырылышаһығыҙ ҙа, мәктәпте тамамлайһығыҙ ҙа, онотаһығыҙ ҙа ҡуяһығыҙ. Ә ауылда уҡығанда ул һине ярата ине. Зөһрәне беләһең бит инде, класта иң матуры ул, спортсмен – дзюдо менән шөғөлләнә, район чемпионы.

– Ҡуй әле, шаяртма, – тине Рәйес.

– Шаяртмайым, – тине Рәхилә, – ә ниңә уның телефонын һорамайһың?

– Әллә тағы, кәрәгерме икән? – тине Рәйес, ә үҙе эстән генә, телефонын бирерме икән, тип уйлай.

– Йә, зарыҡтырма Зөһрәне. Мә, телефонын яҙып ал, шылтырат, хәлен бел, – тип Рәхилә Зөһрәнең телефонын әйтте.

Рәйес битараф ҡына ҡиәфәт менән яҙып алған булды.

– Зөһрәнең фамилияһы нисек ине әле?

– Ғафарова ине, Ғафарова. Онотма! Зөһрә Ғафарова. Әле яңыраҡ иҫкә төшөрөп торҙом, Зөһрә: “Рәйес минеке, эргәһендә берегеҙҙе күрһәм, аяп тормаясаҡмын! Яҡын йөрөмәгеҙ! Ул минеке!” – тип киҫәтә торғайны.

Рәйес ҡыҙарынды-бүртенде, берәйһе килеп сыҡмаҫмы тигән һымаҡ, тирә-яғына ҡаранды:

– Ҡуй әле, Рәхилә, шаяртма.

– Шаяртмайым, – тип ныҡышты Рәхилә. – Ә һинең өсөн Зөһрә менән Вәзирәнең һуғышҡанын беләһеңме?

– Зөһрә менән Вәзирә минең өсөн һуғышты? Кит, булмаҫ!

– Ысын һуғыштылар. Зөһрә өҫкә сыҡты, Вәзирәнең сәсен йолҡоп бөттө, күлдәген йыртты.

– Кит, мажара булған икән. Ә мин бер нәмә лә белмәй йөрөйөм.

– Һин ҡайҙан беләһең, һин бит уҡының. Килеп керәһең дә уҡырға ултыраһың, ҡайтып китәһең дә уҡырға ултыраһың. Ә бында ҡыҙҙар һинең өсөн күлдәк йыртыша.

– Йә, етәр, ышанып ҡуйырмын, – тине һаман Рәйес.

– Йомоп ҡалдылар. Эйе, икеһе лә арыу кешеләрҙең ҡыҙҙары. Һинең атайыңды ла борсомайым, тигәндәрҙер.

– Ә мин барыбер ышанмайым, – тине Рәйес.

– Үҙең ҡара, – тип ҡул һелтәне Рәхилә. – Хәтерләйһеңме, 9-сы класта уҡығанда Почет таҡтаһындағы фотоң юғалды. Тәүге көндә үк.

Хәтерләй Рәйес. Ысынлап та, фотоһын урланылар. Бер көн таҡтаға элеп ҡуйҙылар, икенсе көн килһә, уның фотоһы юҡ.

– Йә, кем урлаған булып сыҡты инде?

– Зөһрә урлаған. Альбомында үҙем күрҙем.

– Ҡасан күрҙең?

– Өс-дүрт йыл буламы икән, урамда осраны ла, әйҙә, өйөмдө күрһәтәм, тип алып ҡайтты. Ауылды, мәктәпте иҫкә төшөрөп ултырҙыҡ. Шунда фото альбомын сығарҙы, үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Ҡараһам – һинең фото.

– Ысынлапмы? Ул фото әле һаман да ундамы?

– Сығарып ташламаһа, һаман ундалыр, тип уйлайым. Һинең хаҡта ла һөйләштек, – тине Рәхилә мәғәнәле генә итеп.

– Зөһрәне әйтәм, нимә тине минең турала?

– Һаман яратам, шул хәтле һағынам, күргем килә, тине. Шылтырат әле!..

– Һин мине, Рәхилә, енәйәткә этәрмә. Уның ире бар, минең – ҡатыным. Бер нәмә сығарып ҡуйырһың.

– Ә ниңә уны бәхетле итеүҙән ҡурҡаһың? Ул һәйбәт ҡыҙ. Уҡығанда ла ярҙамсыл, ябай булды, әле лә шулай. Шуны бел, Рәйес, һәр кешенең бәхеткә хаҡы бар. Һинең тормошоңдо ла мин бер аҙ беләм. Шулай булғас, бәлки, һеҙ бер-берегеҙҙе көтәһегеҙҙер?

– Ә минең хаҡта нимә беләһең, Рәхилә? – тип һораны Рәйес.

– Һине класташтар ярата. Яратмағандары ҡурҡалыр, йә хөрмәт итәлер.

Рәхилә менән Рәйес телефондарын алышты. Осрашыу ирҙең кәйефен күтәргән һымаҡ булды. Уға күңелле ине. Ҡара, белмәй ҙә йөрөгән. Уның өсөн сәс йолҡошҡандар икән. Ә ҡыҙҙарҙың егеттәр өсөн һуғышҡанын беренсе тапҡыр ишетә. Шулай ҙа буламы икән? Ә бына бит, фотоның да яҙмышы билдәле булды. Ҡыҙыҡ булыр ине, Зөһрәнең өйөнә барып сығып, альбомын ҡараған булып, үҙенең мәктәптә уҡығанда төшкән фотоһына барып юлыҡһа.

Сауҙа үҙәгенән үҙенә кәрәкле әйберҙе алғас, Рәйес шундағы кафеның бер мөйөшөнә барып ултырҙы. Кофе алды, алдына телефонын һалып ҡуйҙы. Шылтыратырғамы, юҡмы? Класташтары йомош менән йыш ҡына мөрәжәғәт итә, ҡулдан килгәнсә, ярҙам итергә тырыша. Берәүҙе лә мәхрүм иткәне юҡ.

Әле сәғәт өс тулып үтте, Зөһрәнең дәрестәре бөткәндер, ҡайтып барамы икән? Шылтыратыу кәрәкме? Ҡайҙан бынау Рәхиләһенең килеп сығыуын әйт. Быға тиклем бер нәмә белмәй йөрөүе яҡшы булманымы икән?

Туғыҙынсы кластамы икән, Яңы йылды ҡаршылағандары иҫенә төштө. Аҙаҡ класташтар менән Вәзирәләрҙең өйөнә барып ултырҙылар. Зөһрә шул кисәлә юҡ ине. Тимәк, Вәзирә көндәшен саҡырмаған. Ә ул шылтыратып тора. Әрһеҙ, әллә ниндәй мәшәҡәттәр уйлап таба үҙенә. Һуңғы ваҡыт Рәйес, Вәзирә шылтыратһа, телефонын алмай ҙа ҡуя. Смс-хәбәрҙәр ҙә ебәреп ҡараны: ул ҡатындың, үҙенә күрә, талаптары ла бигерәк юғары шул. Йә уға кемдеңдер балаһын балалар баҡсаһына урынлаштырырға, йә элиталы мәктәптә урын табырға кәрәк.

Рәйес, оҙаҡ ҡына уйлағандан һуң, Зөһрәнең телефон һандарын йыйып баҫты. Шуны ғына көтөп торғанмы ни, шат тауыш яңғыраны: “Һаумы, Рәйес!..”

(Дауамы бар).

Рәлиф Кинйәбаев.

Фото: "Бәйләнештә".

Автор: Дилбәр Ишморатова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Urlan-an-b-het-732489/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас