Ул – Радик Әсфәндийәров. Ирекмәнгә 36 ғына йәш булған.
- Беҙ уның ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Бар яҡлап ярҙам итегеҙ, ҡатнашығыҙ. Ата-әсәһенә һәм ғаиләһенә лә булышлыҡ итергә кәрәк, - тине Радий Фәрит улы.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, халыҡ коронавирусҡа ҡаршы көрәш сараларынан арып бөтһә лә, уяулыҡты юғалтырға ярамай, сөнки ул әле һаман бар. Шуға күрә ул яҡын арала йәнә социаль учреждениелар, дауаханалар һәм транспортта тикшереүҙәрҙе яңыртырға ҡушты.
Асыҡланыуынса, Радик Зубово ауылы янындағы ковид-госпиталдә дауаланған. Уның йөрәге 17 мартта тибеүҙән туҡтаған. Уға коронавирус февраль башында йоҡҡан булған.
Радик Шишмә РЭС-ында диспетчер булып эшләгән һәм ярты ставкаға райондың спорт комплексында электрик булып хеҙмәт итергә лә өлгөргән. Пандемия башланыу менән ирекмәндәр рәтенә яҙылған, өлкәндәргә һәм мохтаждарға аҙыҡ-түлек алып барған. Шул уҡ ваҡытта юл ыңғайы башҡа ярҙам да күрһәтеп йөрөгән.
Билдәле булыуынса, уның ғаиләһе ерләү өсөн матди ярҙамдан баш тартҡан. Тик Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры ҡарары менән, ковидтан үлгән ирекмәндең ғаиләһе 250 мең һумлыҡ компенсация алырға хоҡуҡлы. Әлеге ваҡытта райондың ирекмәндәр үҙәге документтар йыя.
Радик Әсфәндийәровтың ҡатыны һәм ике балаһы ҡалған. Уларға алты һәм 15 йәш. Беҙҙең баҫма уның ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
Фото: Башинформ.
Автор: Альфия Мингалиева.