“Алтын ситлек”кә эләккән ҡатын-ҡыҙҙы йыш күрергә була. Күпселек осраҡта ҡатын-ҡыҙ, айыҡ аҡыл менән мулыраҡ тормош, ҡалыныраҡ кеҫәле ир һайлап, “алтын ситлеккә” эләгә. Йәмғиәт тә, ҡатындың туған-тыумасаһы ла быны аңлап ҡабул итә. Ә бына “алтын ситлеккә” эләккән ир-егетте тәүгә күреүем.
Йәйгеһен ирем менән район үҙәктәренең береһендә баҙарҙа йөрөй инек, таныш тауыш туҡтатты: “Танымай ҙа үтеп бараһығыҙ! Беҙҙең яҡтарға нисек килеп сыҡтығыҙ?”
Күптәнге танышыбыҙ Ринат ағай тора ҡаршыла. Танымаҫлыҡ булып үҙгәргән шул. Сөм-ҡара сәстәре салланған, һыҙылып киткән ҡара мыйығы ҡырылған, тулы ғына кәүҙәле ир ҡаҡсаланып ҡалған. Ябығыуҙан ҙурайған күҙҙәренә йәш тулды: “Һағындырғанһығыҙ!”
Ай-вайыбыҙға ҡарамайынса, Ринат ағай беҙҙе ҡунаҡҡа алып ҡайтты. Бынан бер нисә йыл элек тәүге ғаиләһен ҡалдырып, ғашиҡ булып, йәш кәләшкә сығып киткәйне ағай. Район үҙәгендә йәшәп ятыуҙары. Шартлап торған татар һылыуы Римма – эшҡыуар. Үҙенең кибете бар. Донъяны типтереп көтә. Нимәһе бар икәнен һанағанға ҡарағанда, нимәһе юҡ икәнен һанауы еңелерәктер. Ринат ағай өй алдында ял итеү өсөн уңайлы урын эшләгән, шунда сәй әҙерләй башланы. Уңған килендәрең ары торһон: өҫтәлгә ризыҡ ултыртты, уныһын-быныһын әҙерләне. Теле телгә йоҡмай, хәбәрен теҙә генә.
– Мин һәйбәт кенә йәшәп ятам. Бер минут та ваҡытым юҡ. Ул баҡсаны ҡарайым, ул малдарҙы ашатам. Барыбер өйҙә ултыраһың, тип Римма йөҙ бройлер алып бирҙе. Шуларҙы үҫтерәм. Кәләшемдең тыуған ауылында ер һатып алдыҡ, өй һалабыҙ. Төҙөлөшкә лә йөрөп өлгөрөргә кәрәк. Кис етһә, балалар ҡайта, уларға ашарға әҙерләп торам. Бына ҡыяр тоҙларға өйрәндем әле, – тип Ринат ағай өс литрлы банка менән тоҙланған ҡыяр сығарҙы ла турай башланы.
Ул арала эштән Римма ла ҡайтып инде.
– Беҙгә ҡунаҡ килгән икән, ниңә иҫкәртмәнең, йәнем? (Был осраҡта “йәнем” һүҙе “хәҙер атам” кеүегерәк яңғыраны – авт.)
– Минең алыҫ туғандарым. Баҙарҙа осратып, сәйгә алып индем. Күптән күрешкән юҡ бит, – тип аҡланды ағайыбыҙ.
– Сәйегеҙ оҙаҡҡа һуҙылмаһын, эш күп әле. Төштән һуң тауар алып киләләр, ташып ҡуйырһың. Төҙөлөшкә лә кәрәк-ярағын алып, ауылға алып бараһы бар. Мул тормош уңғандарға ғына бирелә ул, – тип Римма һүҙен йөпләп ҡуйҙы. Беҙ иһә бындай һүҙҙәрҙән һуң үҙебеҙҙе эшһеҙ кеше кеүек хис итеп, хушлашырға ашыҡтыҡ.
Ринат ағай беҙҙе ҡапҡаға тиклем оҙатып ҡуйҙы ла аҙаҡта ғына бышылдап ғаиләһен һорашты.
– Бында күскәне бирле күрешкән юҡ. Балалар үпкәләне. Ейәндәрҙе һағындым. Үҙем ҡорған донъяның ҡәҙерен белмәгәнмен, хәҙер минең ҡәҙерҙе белеүсе юҡ. Алтын ситлектәге ҡол кеүек йәшәйем. Барыһына ла ярарға кәрәк, – тип оҙатып ҡалды Ринат ағай.
Машинаға ултырғас, ирем менән оҙаҡ өндәшмәй килдек. Һәр кем был осрашыуҙы күңеленән кисерҙе. Ринат ағай тәүге ҡатыны менән өс бала үҫтерҙе. Өлгөлө ғаилә булдылар. Тик ир хаҡлы ялғас сыҡҡас, тыныс ҡына барған тормоштары селпәрәмә килде: аңлашылмаусанлыҡ, ризаһыҙлыҡ артҡандан-артты, һүҙ артынан һүҙ сыҡты. Һөҙөмтәлә шифаханаға ял итергә киткән Ринат ағай, Римманың таҫма теленә уралып, өйөнә кире ҡайтманы...
Кемдең хаҡлы һәм кемдең ғәйепле икәнлеген дә әйтеүе ҡыйын, хөкөм ҡарары сығарырға хаҡлы түгелмен, әммә алтын ситлектә йәшәүе лә рәхәт түгел икән. Хәйер, Ринат ағай үҙе һайлаған яҙмыш...