Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
22 Февраль 2021, 11:52

Пулемет уты аҫтына ташлана...

Александр Бочкаревтың батырлығы тыуған республикаһында лайыҡлы баһаланды.

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан ҡаһарманлыҡ күрһәткән ете яҡташыбыҙға Шайморатов ордены тапшырылды. Был исемлектә Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгән ике яугир-интернационалист та бар ине.
Уларҙың береһе - Салауат ҡалаһынан СССР Хәрби Көстәре 103-сө гвардия кавалерия дивизияһы Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Суворов полкы 350-се парашют-десант батальонының 1-се рота бүлексәһе командиры Александр Петрович Бочкарев.
Ҡаһарман йөрәкле яҡташыбыҙ Афғанстан Демократик Республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә дошмандарҙың ҙур калибрлы пулеметы уты аҫтына ташлана һәм, үҙенең ғүмерен ҡорбан итеп, иптәштәрен ҡотҡара, ә батальон үҙенең хәрби заданиеһын үтәүгә өлгәшә. Александр Бочкарев үлгәндән һуң орденға тәҡдим ителгән.
Бер туғаны Михаил иҫләүенсә, Александр һуңғы хатын 3 августа ебәргән, ә инде бер айҙан – 3 сентябрҙә һәләк була.
Батырҙы яҡташтары онотмай, әле Салауат ҡалаһындағы бер урам уның исемен йөрөтә, ҡала музейында һәм яугир-интернационалист уҡыған мәктәптә таҡтаташтар ҡуйылған, экспонаттар һаҡлана. Мәктәптәрҙә уҙған батырлыҡ дәрестәрендә үҫеп килгән йәш быуынға Александр Бочкаревтың батырлығы хаҡында һөйләйҙәр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Генерал Шайморатов ордены Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән булдырылды. Награда ғүмер өсөн хәүефле шарттарҙа хәрби, гражданлыҡ йәки хеҙмәт бурысын үтәгәндә, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кешеләрҙе ҡотҡарғанда, йәмәғәт тәртибен һаҡлағанда күрһәткән фиҙакәрлек һәм батырлыҡ өсөн тапшырыла.
Фото: скриншот.
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/geroy-ar-d-ere/Pulemet-uti-a-tina-tashlana-687841/
Читайте нас: