Мәҡәләм геройы Әнүр Әшрәф улы Абдуллин да ул дәһшәтле көндәрҙең шаһиты була. Күп йылдар үтһә лә, ул ерҙәрҙә булған ваҡиғалар бөгөнгәсә ағайымдың йөрәгендә ауыр яра булып һаҡлана һәм һаулығын да ныҡлы ҡаҡшата.
Ағайым 1961 йылда Иҫке Бәпес ауылында донъяға килә. Ауыл мәктәбендә 8 класты тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ һөнәрселек училищеһында тракторсы- машинислыҡҡа уҡып сыға. Хәрби хеҙмәткә алынғансы тыуған колхозында ла эшләргә өлгөрә. 1980 йылдың көҙөндә хеҙмәткә саҡырыла. Ашхабадта алты ай учебкала булғандан һуң уларҙы Термез ҡалаһына ебәрәләр. Термездан – тура Афғанстанға. Утлы һуғыш эсендә 1,5 йыл рядовой дәрәжәһендә механик-водитель булып хеҙмәт итә ағайым. 1982 йылда мина ярсығы эләгеп, Ташкент ҡалаһындағы беренсе ярҙам госпиталенә оҙатыла. Һуңынан уны Латвияның Рига ҡалаһындағы госпиталгә күсерәләр.
Ағайым аҙ һүҙле, бик баҫалҡы, шуға ла күргәндәре хаҡында бәйән итергә яратмай. Баштараҡ ярамай тип, бөтөнләй бер нимә лә һөйләмәй торғайны. Бер ваҡыт улар ҡамауҙа ҡалалар. Дошмандар һыбай булалар. Шул ваҡыт һалдаттарға командирҙары аттарға атырға бойора. Ауылда үҫкән, мал йәнле ағайым, аттарға атмайым, ти.
- Бойороҡто үтәмәһәң, нимә булырын үҙең беләһең, тигәс, атырға тура килде. Үлгән малҡайҙар оҙаҡ ваҡыт күҙ алдымдан китмәне. Ә аттарға атмаһаң, дошмандар атланып ҡасырҙар ине, - тип иҫкә ала ағайым.
Уның һаҡта торғанда афған малайҙарының таш бәреп ҡалырға тырышыуҙарын, эҫелә бер йотом һыуға сарсап йөрөгәндәре тураһында ла һөйләгәне бар.
Мөҡсин ауылынан иптәше Мәҡсүт Әбсәләмов алдан барған танкта минаға шартлап, үлемесле яралана. Яҡташын оҙатып ҡайтырға, тиһәләр ҙә, ата-әсәһе, туғандары алдында ауыр булыр, тип ҡайтмай ҡалдым, тип иҫкә ала яугир ағайым.
Элек ауылда егеттәрҙе әрме хеҙмәтенә оҙатҡанда икмәк телемен тешләтеп оҙаталар ине. Ҡалған киҫәген үҙе ҡайтҡансы, ҡульяулыҡҡа төрөп билдәле урынға алып ҡуя торған йола була торғайны. Беҙ бәләкәй булғас, шул икмәк киҫәген гел алып ҡарап, кире урынына һалып ҡуя инек.
Ағайым, Афған еренә индерҙеләр, тип хат яҙғас, әсәйемдең түгелеп-түгелеп илағаны, яҙ көнө һап-һары бәпкәләрҙе тартманан берәм-берәм йәшел үләнгә төшөрөп, улыҡайым иҫән-һау ғына әйләнеп ҡайтһын инде, тип теләгәндәре әле булһа күҙ алдымда тора. Ә шул теләктәрҙең тормошҡа ашыуы үҙе бер мөғжизә.
Армиянан ҡайтҡандан һуң Әнүр Әшрәф улы автомәктәпте тамамлай. Себер тарафтарында өс йыл тирәһе эшләп ҡайтҡандан һуң баш ҡалала нефть эшкәртеү заводына эшкә урынлаша. Артабан Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы химия заводында эшләй. Күрше Алайғыр ауылы ҡыҙы Әлиә Абдрахманова менән бергә тормош ҡороп, бер ҡыҙ һәм улға ғүмер бирәләр. Улдары Руслан башта техникумда уҡып, һуңынан юғары белем алып, инженер булып эшләһә, ҡыҙҙары Ғәлиә тәрбиәсе һөнәренә эйә булды. Ағайым менән еңгәм уларға туйҙар үткәреп, икеһен дә башлы-күҙле итте. Бөгөнгө көндә өс ейән-ейәнсәргә бәхетле олатай менән өләсәй ҙә улар.
Еңгәбеҙ Әлиә Әхмәт ҡыҙы оҙаҡ йылдар шәфҡәт туташы булып эшләне. Уға ағайыбыҙҙың һаулығы өсөн күп көс һалыуына бик рәхмәтлебеҙ.
Хәҙерге көндә ағайым ғаиләһе менән Алайғыр ауылына ҡайтып төпләнде. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп, бәхетле тормошта йәшәйҙәр. Илдәребеҙ тыныс, күк йөҙө аяҙ, бер-беребеҙгә яҡшы мөнәсәбәттә, ныҡлы һаулыҡта, тыныс күңел менән йәшәргә яҙһын барыбыҙға ла.
Эльвира Хәмиҙуллина.
Яңы Бишауыл ауылы.