- Мотаһар, тим, Мотаһар! Йөҙ тапҡыр әйттем бит инде, тыңлауһыҙ, ҡаты ҡолаҡ! Шулай йыйыштыралармы ни карауатты? Тағы һул яғы менән япҡанһың минең матур покрывалды! - тип һуҡранды Рәсимә иренә. - Ниңә ашты һыуытҡыстың уртаһына ҡуйҙың? Мин кәстрүлде һәр саҡ аҫҡа ҡуям, хәтереңә һалып ҡуй, күпме әйтергә кәрәк һиңә! - ҡатын тағы ла ярһыны. - Мотаһар, мин һиңә ниндәй икмәк алырға ҡушҡайным? Был бит мин әйткән “рижский” түгел, аҡ менән ҡараны ла айыра белмәйһең ошо йәшкә еткәнсе! - Рәсимәнең көнө-төнө тигәндәй мыжыуына күнеккән ир тәмәке тартыу һылтауы менән ишек алдына сыҡты. Бына шулай утыҙ йыл буйы йәшәй был икәү. Йәшәү өсөн бөтәһе лә бар, иркен йорт, баҡса, машина... тик Хоҙай бала бәхетен генә бирмәне. Мотаһар күпме генә тәрбиәгә сабый алырға тип ялынмаһын, Рәсимә яҡын да килмәне. Ир ғаиләлә бала үҫһә, ҡатыны ла йомшарыр, иғтибарын ошо бәләкәй генә йән эйәһенә туплар ине, тип хыялланды. Тик йәштән әсе теле, үҙһүҙлелеге менән башҡаларҙан айырылып торған ҡатын өлкәнәйгән һайын мыжыҡлығы, яһиллығы менән ирҙең йәненә нығыраҡ тейҙе. Рәсимәнең яйына тороп ҡына ярап булмаясағын ир тора-бара төшөндө. Ярай әле, заводта бергә эшләгән хеҙмәттәштәренән уңды, олоһо ла. кесеһе лә хөрмәт итә, яңыраҡ тыуған көнө менән ҡотлап, ҡулына Почет грамотаһы, матур бүләктәр тотторҙолар. Ә бит барыһы ла яҡшы башланғайны! Үткер, сибәр Рәсимә менән осрашҡас, бер күреүҙән ғашиҡ булған егеттең күңеле нисек ҡанатланғайны, хатта бығаса дуҫлашып йөрөгән шым, баҫалҡы ауылдашы Зиләне лә онотторҙо... - Мотаһар, был ниндәй сумаҙан тағы? Нишләп ята ул бында? Ҡайҙа барырға йыйындың тағы? Йәнә шул эшкинмәгән ағайың эргәһенәме? - тип ғәжәпләнде Рәсимә, иренең кейемдәрен тәҫләп сумаҙанға һалыуын күреп. - Рәсимә, мин китәм, башҡаса былай йәшәп булмай. Исмаһам, ҡартлыҡта тыныс йәшәргә яҙыр. Етте, түҙемлек ҡалманы! - тине Мотаһар ҡәтғи генә. Ирҙең ҡыйыулығынан шаңҡып ҡалған ҡатын был хәлгә әҙер булмай сыҡты. “Ужым быҙауы” кеүек күренгән Мотаһарҙан шундай һүҙ сыҡһын әле... Булмаҫ, ҡайҙа китһен ти ул... Тик ир һүҙенән ҡайтманы. Ул ғына ла түгел, айырылышыу тураһында ғариза ла биргән. Һуңғы ваҡытта тәүге мөхәббәте гел төшөнә инеп ыҙалата, уның алдындағы ғәйеп тойғоһо көсәйгәндән-көсәйә. Зилә менән өйләнешергә йөрөгәндә ошо ҡыйыу, ут бөрсәһе кеүек Рәсимә араға төшмәгәндә, нисек һәйбәт йәшәр ине бөгөн Мотаһар. “Юҡ, үҙем генә ғәйепле, Рәсимәнең ниндәй ғәйебе булһын,”тип үҙен өҙгөсләй бөгөн ир. Ата-әсәһенең йортонда донъя көткән ағаһы ҡустыһының көтмәгәндә килеп төшөүенә иҫе китмәне. “Күптән кәрәк ине,” тигән кеүек, Мотаһарҙы көрәктәй ҡулдары менән ҡосаҡлап, арҡаһынан ҡаҡты. Һүҙһеҙ генә ҡулына бынан бер йыл злек килгән хатты тотторҙо. “Ғәфү ит, ғаиләгеҙҙе боҙғом килмәгәйне,” - тине ағаһы Ғәзим. Хатты бынан бер йыл элек Зилә яҙған һәм Мотаһарҙың ата-әсәһе йәшәгән йорт адресына ебәргән. Матур почерк менән теҙелеп киткән хат юлдарын күреп, ирҙең теҙҙәре ҡалтыранды, тулҡынланыуҙан йөҙҙәре алланып китте. Зилә ҡыҫҡаса ғына ҡайҙа йәшәүен, ни өсөн алыҫҡа сығып китеүен, ҡыҙы тыуыуын яҙған. “Һиңә ҡыҙың барлығын әйтергә ҡыйыулығым етмәне, тик һин ул хаҡта белергә тейешһең. Атай булырға теләйһеңме, теләмәйһеңме – уныһын үҙең хәл ит. Хәйер, ҡыҙың ҙур үҫкән инде, үҙе ике сабыйға әсәй,” - тигән Зилә. Был юлдарҙы ир тыныс ҡына уҡый алманы, күҙ йәштәре ирекһеҙҙән аҡты ла аҡты. Ғүмер ҡояшы һүнә-һүрелә барғанда бындай көтөлмәгән шатлыҡлы хәбәрҙең юғалтылған өмөттәрҙе ҡабындырыуы бик мөмкин. Мотаһар иртәгә кисекмәҫтән юлға сығасаҡ, сумаҙан әҙер бит инде... Фото:Saha-kundu.ru Автор: Дина Арсланова