Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
29 Ғинуар 2021, 12:22

Ныҡлы быуын кешеһе

Алайғыр ауылында йәшәүсе тыл эшсәне Фирҙәүсә Байымова яңы йылға аяҡ баҫырҙан алда ғына 93 йәшен билдәләгән. Һуғыш осоро балаларының ошо көндәрҙе күрә алыуы, оҙон ғүмерле булып, яҡындарын ҡыуандырып йәшәүе барыһы өсөн дә ҡыуаныслы.

Фирҙәүсә Сөләймән ҡы­ҙының бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Бөйөк Ватан һуғышы баш­ланғанда уға ни бары 14 йәш була. Үҫмер генә булыуына ҡара­маҫтан, башҡа ҡатын-ҡыҙҙар менән бер рәттән колхозда тир түгә ул. Ураҡ уралар, көлтә бәйләйҙәр, утау утайҙар. Ул ваҡытта ашарға йүнләп бул­мағанлыҡтан, ри­зыҡ­тары балтырған, йыуа, һа­рына, ҡаҡы, ат ҡуҙғалағы, ке­серт­кән, алабута, серек бәрәңге була. Атаһын һуғышҡа алғас, әсәйҙәре биш бала - ике малай һәм өс ҡыҙ менән тороп ҡала.
Бер ҡустыһы менән колхоз быҙауҙарын көтөп баҫыуҙа йөрөгәндә Зәки исемле ҡус­тылары тары күмәсе ашап, танауы ҡанап үлә. Ул ваҡытта еңгәләренең бер юлы дүрт балаһы шул күмәсте ашап вафат булып ҡала.
- Ике баланы бер ҡәбергә күмгәндәр. Яландағы бы­ҙау­ҙарҙы ташлап, уларҙы күмергә лә ҡайта алманыҡ, - тип хә­тирәләре менән уртаҡлашты Фирҙәүсә инәй.
Һуғыш йылдарында йәш үҫмерҙәрҙең башҡармаған эш­тәре ҡалмай. Иртә яҙҙан бат­ҡаҡ йырып, бер төркөм ҡыҙҙар Ҡарлыман станцияһынан аяҡ­тарына сабата кейеп, сана һөйрәп орлоҡ ташыйҙар.
Ҡай­һы саҡта ауылға ҡайтып етә алмай, Антоновка ауы­лын­да ҡунып ҡалалар.
Башҡалар 16 ки­лог­рамм күтәргәндә, миңә, һин мыҡтыраҡ күре­нә­һең тип, 20-шәр кило күтәр­тәләр ине, ти ул.
Ауылдан 3-4 кешене Пяти­леткаға урман киҫергә ебә­рәләр. Улар араһында Фир­ҙәүсә Ба­йымова ла була.
- Унда фатирҙа йәшәнек, урман киҫеп ҡайтыуыбыҙға икмәккә сират һуҙыла ине. Нормаларҙы тултырыу өсөн иртәнән кискә тиклем эшләнек. Көнөнә 200 грамм, норманы тултырһаҡ, 400 грамм икмәк бирҙеләр. Ҡустым менән сабатаны үҙебеҙ үреп кейә инек. Нәнәйебеҙ ҙә бик уңған булды, өйҙә септә һуға ине, кейемде үҙе тегеп кейҙерҙе, - тип хәтерләй уҙаман.
Атайҙары һуғыштан хаттар яҙып тора. Бер ваҡыт хатта посылка ла ебәрә, унда ул ҡыҙҙарына күлдәк һала. Ғаиләһенә яҙған хатында немецтар ҡаты һуғыша, көслө атышалар, тип яҙа. Байтаҡ ваҡыт хаттары туҡталып тора. Атайҙарын үлтерҙеләрме икән, тип илашып та бөтәләр.
Ул ваҡытта Сөләймән Ирмәков һыңар күҙе яраланып, госпиталдә ятҡан була. Байтаҡ ваҡыттан һуң бер күҙе һуҡырайып фронттан ҡайтып төшә. Ҡайтҡас та, ял да итеп тормай, колхоз эшенә сума. Бик оҙаҡ йылдар умарталыҡта эшләй. Әйткәндәй, ул ауылда иң тәүгеләрҙән булып үҙенең аты, һыйырҙары менән колхозға инеүселәр рәтендә булған.
- Һуғыш тамамланғанда тары тырмата инек. Һуғыш бөттө, беҙ еңдек, тип килеп әйткәс, беҙҙе ҡайтарып ебәрҙеләр, - ти Фирҙәүсә инәй.
Һуғыш тамамланғас та, иң ауыр эштәрҙе башҡарыу ҡатын-ҡыҙҙар иңдә­ренә төшә. Көндө төнгә ялғап, баҫыу­ҙа иген, сөгөлдөр үҫтерә, фермала малдар ҡарай Фирҙәүсә Сөләймән ҡыҙы.
Мөрсәк ауылы егете Тимерйән Баһа­уетдин улына тормошҡа сығып, дүрт малай һәм ике ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. Улар­ҙың һәр береһе тормошта үҙ урындарын тапһын өсөн бар тырышлыҡтарын һалалар.
- Ғүмерем фермала һыйырҙар һауып үтте. Унда ял да, байрамдар ҙа юҡ бит инде. Хаҡлы ялға сыҡҡас та тиҫтә йылдан ашыу эшләнем әле. Күп итеп мал-тыуар аҫра­ныҡ, йәшелсә-емеш үҫтерҙек. Кешенән ҡалышмайынса донъя көттөк, - тип һөйләүен дауам итә Фирҙәүсә инәй. Әлеге көндә лә, тынғыһыҙ инәй ҡул ҡаушырып ултырмай. Ауылда йәшәгән улы Мөнир һалып биргән өйҙә ҡыҙы Эльвина менән йәшәй. Һыйыр, һарыҡтар аҫрайҙар. Ҡай­маҡ айырта, ҡорот, ҡатыҡ яһай, ашарға ла үҙе бешерә, икмәк тә һала. Телевизор ҡарап, гәзит уҡып илдә барған хәл-ваҡиғалар менән танышып бара, иртән тороп тиҫбе тартып, доғаларын да уҡый.
Ошо ауылда йәшәгән ҡыҙы Райхана, кейәүе Әхәт, улы Венер, килене Зөһрә көн һайын килеп хәл белешеп, ярҙам итеп йөрөйҙәр. Тик улдары Ти­мербәк менән Юнирҙың ғына яҡты донъя­нан иртәрәк китеүҙәренә һис ышанғыһы килмәй инәйҙең. Балала­рың­ды алдан ерләүе бигерәк ауыр, бер кемгә лә бала ҡайғылары күрһәтмәһен, ти ул.
Фирҙәүсә Сөләймән ҡыҙы ейән-ейәнсәрҙәргә һәм бүлә-бүләсәрҙәргә лә бик бай. Ул яратҡан һәм хәстәрлекле өләсәй. Балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре уны тыуған көнө, байрамдар, Еңеү көнө менән ҡотларға йыйылалар. Еңеү көнө уңайынан бирелгән юбилей миҙалдарын, бүләктәрҙе ҡәҙерләп һаҡлай тыл эшсәне. Ейәндәре менән үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлаша, өгөт-нәсихәттәрен бирә.
Туҡһан өс йәш - күп ғүмер. Оҙон ғүмерлелектең сере гел хәрәкәттә булыуҙа һәм тамырҙарҙан да киләлер. Фирҙәүсә инәйҙең атаһы 80 йәшкә, әсәһе 92-гә, апаһы Флүрә 95 йәшкә етеп донъя ҡуйғандар. Әле 87 йәшлек һеңлеһе Әлмира иҫән-һау йәшәп ята.
- Аллаға шөкөр, әсәйебеҙ бер ҙә тик тормай. Икмәк һалма инде, тиһәң дә, тыңламай. Йәй көндәрендә сәскәләр ҙә үҫтерә. Күҙ теймәһен үҙенә. Яҡыныбыҙға ныҡлы һаулыҡ, зиһен, именлек бирһен Хоҙайым, - ти ҡыҙы Райхана Тимерйән ҡыҙы.
Эйе, иң ҡәҙерле кешеләреңдең иҫән-имен, һау-сәләмәт булыуынан да ҙур бәхет юҡ. Беҙ ҙә уға ҡушы­лабыҙ.
Гөлсәсәк БИКҠУЖИНА.
Роза Тажетдинова фотоһы.
Читайте нас: