"Аһ, ҡыҙым, нимәгә шул тиклем осонаһың?" "Эй ошо өләсәйемде! Ҡыҫылмаһа, һорашмаһа, аҡыл өйрәтмәһә, исеме юғала инде. Һаман элеккеләй тормоштоң үҙәгендә, хәл-ваҡиғаның уртаһында ҡайнарға ярата. Бер нәмәгә битараф түгел, кәйефеңде әллә ҡайҙан һиҙеп-күреп тора". Шулай тип уйлап, үҙем күптән ғашиҡ булып йөрөгән егеттең миңә иғтибар итә башлауы тураһында әлегә һөйләмәҫкә булдым, тик шулай ҡыланыуым өсөн аҙаҡ үкенергә тура килерен ул ваҡытта белмәй инем әле. Былай ҙа дуҫтарымды иләктән үткәреп ултыра, һәр береһен исемләп белә. Иң ғәжәпләндергәне - ул кешегә дөрөҫ кенә баһа бирә лә ҡуя. Йәшәй-йәшәй ер аҫтында йылан көйшәгәнен дә белергә өйрәнеп бөткәндер тиһәң, үҙенең һөйләүе буйынса, йәштән шундай булған. 90-ға етһә лә, һаман төҙ кәүҙәле, көслө тауышлы, үткер күҙле өләсәйемде тыңламайынса ла булмай, дөрөҫөрәге, ул үҙен тыңлаттыра белә. ...Өләсәйемдең үҫмер, йәш сағы һуғыш йылдарына тура килгәнгә, бик иртә әсәһенә генә түгел, ил эштәрендә лә алмаштырғыһыҙ ярҙамсыға әйләнә. Бәләкәйҙән тилбер, ҡаҡты, уңған өләсәйемдең ҡулынан килмәгән эше булмай. Ете класс белеме менән балалар ҙа уҡыта, колхоздың төрлө эштәрендә лә йөрөй, икмәк тә бешерә, һатыусы, келәт мөдире... Сыҙамлылығы ла, ихтыяр көсө лә артығы менән шул үҙенең. Юҡ та юҡ тип зарланып ултырмай, бөтә нәмәне үҙе таба, үҙе булдыра. Күрше ауылдағы урыҫтар менән алыш-биреш итергә лә өйрәнә. Кейәүгә сығыу ваҡиғаһы - үҙе бер тарих. "Ирегеҙ һуғышта хәбәрһеҙ юғалды" тигән хәбәр килеп, күпмелер ваҡыт үткәс, уның әсәһе икенсе ауылға кейәүгә сығып китә, ә өләсәйем ата йортон һаҡлап ҡалып, аҙаҡ ҡустыларына биреү өсөн, унан бер ҡайҙа ла китмәҫкә була. Икенсе ауылдарҙан килеп, еткән ҡыҙҙы һоратыусылар күп була, ә өләсәйем үҙ ауылындағы һуғыштан ҡайтҡан йә ҡайтасаҡ ир заттарын эстән генә барлай һәм арғы урамдағы олатайымда туҡтала. Быны һөйләгәс, "Ай-һай, өләсәй, олатайымдың фотоһына ҡарағанда, бик сибәр егет булған бит, моғайын, бында аҡыл ғына түгел, хис тә үҙенекен иткәндер", тим. Фотонан ҡараған һалдат кейемендәге ҡара бөҙрә сәсле, үткер күҙле йәш егетте оҡшатмайынса ла булмағандыр. Тик бына ҡустылары ғына апайҙарын уйламай: армиянан һуң ҡайһыһы ҡайҙа төпләнә - ояларын ситтә ҡоралар. Ә өләсәйем менән олатайым атай йортонда бер-бер артлы тыуған балаларын үҫтерә, һуңғараҡ, донъялар яҡшырғас, эргәһенә үҙ өйҙәрен күтәрәләр. Тәү ҡарамаҡҡа өләсәйем уҫал кеүек күренә. Ысынлап та, ул тура һүҙле, етешһеҙлекте күҙгә ҡарап әйтә ала, алдашҡан, ике йөҙлөләнгәндәрҙе йәне һөймәй, үҙе лә һәр саҡ дөрөҫөн һөйләй. Ошондай кешенең эсендә һәр балаһына, ейәненә ҡарата хәстәрлек, һөйөү һалынғанын, йомшаҡ, изге күңелле кеше икәнлеген эргәһендә күберәк булғанда ғына төшөнәһең... ...Бер аҙна элек кенә ул кинәйәле йылмайып шул һорауҙы биргәйне, ә мин уны яуапһыҙ ҡалдырғайным, хәҙер "ине" тип һөйләргә генә ҡалды. Өләсәйем һаулығына зарланмаһа ла, йәше апаруҡ ине бит инде. Минең бәхеттән осорҙай булып йөрөгәндең икенсе көнөндә бер ҙә уйламағанда ул ҡапыл түшәккә ятты һәм шунан ҡабат торманы. Оҙаҡ та ауырыманы ул - бер аҙна тирәһе, тик күҙ алдында үлем менән алышып, ҡара тиргә төшөп ятҡаны һаман күҙ алдында. Бөтә эштәрен теүәлләп, әйтәһе һүҙен әйтеп, ҡәнәғәт һәм тыныс ҡиәфәттә үтте ул яҡты донъянан. Ә бына минең уға һөйләнмәгән серем ҡалды - күңелде шул әрнетә, үкендертә. Ул булмағас, ниндәй яҡын кешемде, кәңәшсемде, серҙәшемде юғалтҡанымды аңланым. Ә әсәйең һуң, тиерһегеҙ. Уның мине тыңларға бер ҙә ваҡыты юҡ, гел ашыға, кис арып ҡайта ла, һөйләшеп тә тормай, үҙ бүлмәһенә сума... Миңә шул тиклем һинең аҡыллы күҙҙәрең, урынлы һүҙҙәрең етмәй, ҡәҙерле өләсәйем... (Бер ейәнсәрҙең монологы). Фото: mitropolia74.ru Автор: Аклима Гизатуллина