Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
16 Ғинуар 2021, 10:00

“Уҡаһы ҡойолған бит егеттең. Йәл...”

Мөхәббәт яңыртҡанын, яңы эшкә килгән ҡыҙға үлеп ғашиҡ булғанын асыҡтан-асыҡ һөйләп бирҙе. Инәлеүемде ҡолағына ла элмәне...

“Уҡаһы ҡойолған бит егеттең. Йәл...” Беҙ Камил менән бер йыл самаһы дуҫлашып йөрөгәндән һуң өйләнештек. Был ҡыйыу ҡарашлы, кәрәк саҡта бик мөләйем була белгән, күп ҡыҙҙарҙы төнгө йоҡоһоҙ ҡалдырған егеттең тап мине һайлауына ғәжәпләнгәндәр аҙ булманы. Ул ут-ялҡын булһа, мин - боҙло һыу, тигәндәй. Һәйбәт кенә йәшәп алып киттек, әрләшеп бер-беребеҙҙең йәнен ҡыйманыҡ, мин уның көндән-көн яңы матур сифаттарын табып, һоҡланыуымды йәшермәнем. Мин уға мөкиббән киткән һайын, уның минән алыҫлаша барғанын тойоу бик ауыр булды. Алдаштырмай, төрлө хәйләләр ҡороп тормай, мөхәббәт яңыртҡанын, яңы эшкә килгән ҡыҙға үлеп ғашиҡ булғанын асыҡтан-асыҡ һөйләүе өсөн рәхмәтле булһам да, айырылышыуҙы ауыр кисерҙем. “Тотҡан урындан һындырмайыҡ, Камил. Бәлки, тәүҙә бер аҙ айырым йәшәп ҡарарбыҙ?” - тип инәлеүемде ҡолағына ла элмәне. ...Бына ун ай инде мин һоҡланып туймаған, йәнемдәй күргән Камилымдан башҡа йәшәйем. Һөйөү ялҡыны һүнгән-һүрелгән булһа ла, ҡайһы саҡта тойғоларға биреләм, бергә үткәргән күңелле мәлдәрҙе иҫкә төшөрәм. Көтмәгәндә, бынан бер ай элек, социаль селтәрҙә мине эҙләп табып, хәлемде белеште. Өйләнгән. Элекке урында эшләп йөрөй. Һиҙҙермәҫкә тырышһам да, тулҡынланыуҙан үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәнем, ҡан баҫымым күтәрелде, күҙҙәргә йәш тулды... Мин уға аҙаҡ яуап яҙманым. Яҙмыштыр инде, бер аҙҙан һис бер уйламаған ерҙә, поликлиника биләмәһендә, осраштыҡ. Камилдың йөҙ-ҡиәфәте ныҡ үҙгәргәненә, йонсоп, һурылып киткәненә иғтибар иттем. “Уҡаһы ҡойолған егеттең, ауырып киттеме икән әллә?” тигән уй үтте баштан. Ҡайҙа булған мин һоҡланып туймаған Камил? Һөйләшеүе лә баҙнатһыҙ, фекерҙәре сыуалсыҡ, өҫтөндәге кейеме таушалған, үҙе тиҙ генә тоҡанып бара, социаль селтәрҙә аралашыуҙы өҙгәнем өсөн үпкәләй. Айырылышҡан мәлдә ҡайғынан урын таба алмағанымда, яңы йәренән уңмаһын, минән киткәненә үкенһен, тип бик ныҡ теләгәнем иҫемә төштө. Уны бөтөрөп ташлағым килгәйне. Хәҙер иһә шундай йәмһеҙ ҡылығыма үҙем үкенәм. Алдымдағы ҡойолоп төшкән баҙнатһыҙ ирҙе ысын күңелдән йәлләйем... Баҡһаң, күңелемдә уға ҡарата башҡа тойғо ҡалмаған да икән... Фото: knigarazuma.ru Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: