Даирә
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
16 Ғинуар 2021, 09:55

Күрәҙәсегә ышанып... баламды юғалттым

"Ҡайҙа, бир ҡулыңды, яҙмышыңды һөйләп бирәм", – тип тәтелдәп, һауынсының һөйәлләнеп ҡатҡан ҡулын тотто ла ҡот осҡос хәбәр әйтте... Тулы яҙма сайтта:

Сиғандарҙың килеүе ауылға йәшен тиҙлегендәй таралды. Бала-сағаһы менән бергә ун тирәһе ине улар. Шулай ҙа ҙур көтөүҙән дә артыҡ ҡыланалар. Кемдер йәһәтләп ҡапҡаһын бикләне, икенселәр иһә ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай урамға сыҡты. Өй беренсә йөрөп теләнселәнеүҙәре, бигерәк тә итек башындай ғына бәләкәй балаларының әрһеҙлеге аптыратты. Беҙҙең халыҡ изге күңелле – картуфын, икмәген, май-йомортҡаһын артығы менән бирҙе. Төш етеүгә полиция килеп, тегеләрҙе будкалы машинаға тейәп ҡайҙалыр алып та китте. Саҡырылмаған ҡунаҡтарҙан елдәр осто, ә бына һауынсы Фәғилә үҙенә урын тапманы. “Ниңә ризалаштым икән, ниңә генә?..” тип бөтөрөндө. Бесән алдыртам тигән һуңғы аҡсаһын ҡырып-һепереп бер сиғандың ҡулына тотторғайны, яҡшы хәбәр ишетәйем тип. “Улыңдың әжәле һыуҙан...” тимәһенме уныһы күҙенә тура ҡарап. Етмәһә, ҡәҙерлегә генә ябынып йөрөгән шәлен таба алмай, шул сиған бисәһе генә сәлдерҙе инде... Эйе, уларҙың ауылға килгәнен ишеткәс, Фәғилә лә мәрәкә эҙләп урамға ашыҡҡайны. Күп тә үтмәне, оҙон күлдәкле, яулығын төшөрә биреберәк ябынған, һәр бармағына тиерлек балдаҡ кейгән, көлгәндә алтын тештәре ялтырап күренгән бер ҡатын алдында пәйҙә булды. "Ҡайҙа, бир ҡулыңды, яҙмышыңды һөйләп бирәм", – тип тәтелдәп, һауынсының һөйәлләнеп ҡатҡан ҡулын тотто. Фәғилә ҡыҙыҡһынып китте. Мәктәпте тамамлағас, колхозға эшкә урынлашҡан, ферма мөдиренән бала тапҡан ҡатын әллә ҡасандан бирле кейәүгә сығыу тураһында хыяллана ине. “Бәлки, яҙмышымды изгегә юрар...” Ә сиған ҡатыны: "Улыңдың әжәле һыуҙан..." - тине. Уйлап ҡараһаң, быға ышанырлыҡ түгел. Нисек инде, Байсәләмдә бер ниндәй ҙә йылға юҡ, Ташйырын шишмәһе лә ауылға етер-етмәҫтән ҡорой. Шулай ҙа тәүҙәрәк Фәғилә берҙән-берен ныҡ ҡурсаланы, эргәһенән бер тотам ебәрмәне. Унан инде “дилбегәне бушатты”. Бер мәл аҙна уртаһында кер йыуырға булды. Эргәһендә улы уйнай. Барыһы ла тәртиптә. Һыуһап киткәс, ҡатын сәй ҡуйыу өсөн өйөнә инеп китте, шырпы таба алмай йөрөнө, шуға оҙаҡланы. Сыҡһа, бәй, бәләкәсе ҡайҙа? Яңы ғына ошонда өйөрөлә ине бит. “Талип!” тип күпме генә ҡысҡырмаһын, яуап биреүсе булманы. Тапты, тик... Эй бахыр бала, яртылаш һыу ҡойолған күнәккә башын тыҡҡан да тонсоҡҡан... “Их, ниңә генә ышанып ҡулымды бирҙем шул шайтанға?.. - тип өҙгөләнде ҡатын. - Күрәҙәлеккә ышанһаң, ҡазаға тарырһың, тиҙәр ҙә. Бына бит, баламды юғалттым. Теләһә кемгә ышанғансы, улыма Аллаһ Тәғәләнән ғүмер һораған булһам...” Эйе, күрәҙәселәргә ышанмаҫҡа ҡуша динебеҙ. Ошо ҡанунды боҙған өсөн биргән язаһылыр был Аллаһ Тәғәләнең... Фото: shutterstock.com Автор: Ильдар Акьюлов
Читайте нас в