Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
16 Ғинуар 2021, 10:04

Әгәр шул ваҡытта ҡәйнәм булмаһа...

Ошондай хәл иткес мәлдә ирем дә, әсәйем дә түгел, ә ҡәйнәм яныма оса-ҡуна килеп етте! Бөтә табиптарҙы аяҡҡа баҫтырып...

Төрлө һүҙҙәр ишетеп, ҡәйнәләрҙең бөтәһенең дә бер иш икәнлегенә инанғайным. Шуға ла Таһирға кейәүгә сыҡҡас, әсәһенең бөтә ғаиләне ус төбөндә тотҡанына аптыраманым. Моғайын, ул буласаҡ киленен бөтөнләй башҡаса күҙ алдына килтергәндер. Бәлки, улының үҫеп етеп, инде кәләш алырлыҡ булыуын һиҙмәгәндер, сөнки ул мине һалҡын, битараф ҡараш менән ҡаршы алды. Барыһы ла көтмәгәндә, ут сыҡҡандай, ашығыс хәл ителде. Минең сабый көткәнемде белгәс, Ғәлиә Әмировна туй, никах мәсьәләләрен тиҙләтте. Ғөмүмән, мин бындай ҙур тантаналарға, туй күлдәге, биҙәүестәр һайлауға иҫем китеп бармай. Артыҡ ҡыҙыл тиҙ уңа тигәндәй, алда мине ниндәй ҡатмарлыҡтар көткәнен һиҙемләп, бер аҙ һыуына төштөм, “эйфорияны баҫырға кәрәк”, тип уйлайым. Миңә хатта Таһир әлегә атай булырға әҙер түгел һымаҡ тойола башланы. Буласаҡ ҡәйнәм алдыма тауҙай өйөп бер ҡосаҡ мода журналдарын һалды, ”мә, һайла”, йәнәһе. Минең һайлаған күлдәккә ҡарап, танауын сирҙы. Үҙе алғы яғы ҡайып эшләнгән күлдәкте тәҡдим иткәс, ризалаштым. Алғараҡ китеп, шуныһын да әйтәйем: бик килешле, матур булды. Туй үтте лә китте. Ә мин үҙемдең яңылышҡанымды аңлай башланым. Ирем туйға төшкән аҡсаны кеҫәһенә һалып ҡуйҙы ла машина аласағы хаҡында белдерҙе. Мин бала көтәм, уға әллә күпме нәмә алырға кәрәк, ә ирҙең ул хаҡта уйлағыһы ла килмәй - үҙенә яңы уйынсыҡ теләй! Дауаханаға ятҡас, йәнә һүҙгә килештек. Әсәйем миңә кейем алырға тип ебәргән аҡсаны Таһир ҡулға төшөрөп, үҙ мәнфәғәттәренә тотонған... Быныһы әле сүп кенә булған. Стационарҙа табиптар күҙәтеүендә оҙаҡ ятырға тура килде. Хәл яҡшынан түгел, операция яһарға тәҡдим итәләр. Кем менән кәңәшләшергә? Ир дуҫ-ише менән “төшөрөп” йөрөй, әсәйем алыҫта. Әхирәтем иһә бындай мөһим ҡарарҙы үҙе генә хәл итә алмаҫын әйтте. Ул тотҡан да барыһы тураһында ҡәйнәмә энәһенән ебенә тиклем телефондан һөйләгән. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, ҡәйнәм ун минуттан яныма оса-ҡуна килеп етте! Бөтә табиптарҙы аяҡҡа баҫтырҙы, ҡиммәтле дарыуҙарға аҡса түләне. Операция ауыр үтте. Ҡәйнәм донорҙар тапты, мине ҡарарға ярҙамсы ялланы. Таһир гөлләмәләрен ҡалдырғандан һуң күренгәне лә юҡ, улы тыуғанын һаман "йыуып” бөтә алмай, күрәһең. Бер аҙ хәл рәтләнгәндән һуң ҡәйнәм беҙҙе өйөнә алып ҡайтты, балаға нимә кәрәк, барыһын да ул алды. Карауат, коляска, кейем-һалым... Үҙем дә һиҙмәҫтән, уға ҡарашым йылынғандан-йылына барҙы, кәрәкһә, аҡсаһын да тапты ҡәйнәм, проблемаларҙы хәл итте, улына ла йоғонто яһауы һиҙелә. Ир ҙә атай статусына яйлап күнегә төштө, хатта төндә тороп баланы ҡараша, кис урамда йөрөтә. Эргәмдә ҡәйнәм кеүек ихтыярлы, тәжрибәле, донъя тотҡаһы булырҙай кеше булмаһа, беҙ күптән айырылышып, ярым-ярты йәшәгән булыр инек... (Өфө районында йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән). Фото: 7я.ру. Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: