Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
14 Ғинуар 2021, 16:16

Һәр яҡлап та уңған инәй

Ҡарлыманбаш ауылында йәшәүсе Хәлиҙә Ҡотлоярова - әүҙем тормош алып барыусы инәйҙәрҙең береһе. Етмеш өс йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул клубта уҙғарылған бар сараларҙың уртаһында ҡайнай, скетчтарҙа ҡатнаша, концерттарҙа сығыш яһай, ниндәй йомош менән мөрәжәғәт итһәләр ҙә, баш тартмай. Ул теккән башҡорт милли күлдәктәр, түшелдеректәр клубта уҙған сараларҙа ла ҡулланыла. Бер нисә тапҡыр “Сыңла, салғы” бесән сабыу байрамында ҡатнашып, урындар ҙа яулаған әүҙем уҙаман. Хәлиҙә апай менән танышып, уның ысынлап та, ихлас, аралашыусан кеше икәнлеген аңланыҡ.

Хәлиҙә Харис ҡыҙы йәшләй генә Прибельский ауылына Әнәс Ҡотлояров исемле егеткә кейәүгә сыға. Флүр һәм Фәнис исемле улдары тыуа. Хәлиҙә апай Өфө аграр заводы филиалының мебель цехында отделочник эшен башҡарһа, тормош иптәше шәкәр заводында эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул инфаркт кисереп, 43 йәшендә генә вафат була. Тормоштоң әсе һынауы алдында бирешмәҫкә тырыша әсә кеше, килен булып төшкән ерендә тормош көтөүен һәм эшләүен дауам итә.
Артабан яҙмыш уны Прибельский ауылында эшләп йөрөгән Ҡарлыманбаш ауылы егете Ринат Хөсәйенов менән ҡауыштыра. Ғаиләне йәмләп, ҡыҙҙары Регина тыуа. 2000 йылда Ринаттың әсәһе ауылға ҡайтырға саҡырғас, Ҡарлыманбаш ауылына күсеп ҡайталар. Улы Фәнис ғаиләһе менән Прибельскиҙа ҡала.
Ҡарлыманбашҡа күсеп килгәс, икеһе лә колхозда эшләйҙәр. Хәлиҙә апай фермала ла, келәттә лә эшләй, өс йыл фермала мөдир ҙә була. Күпләп мал-тыуар, йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала ҡайғыһын да кисерергә тура килә уға. Улы Флүр 43 йәшендә генә эшендә фажиғәле һәләк булып ҡала. Килене дүрт бала менән тороп ҡала. Иң өлкәне - 16, игеҙәк ҡыҙҙары – 14-әр, иң кесе сабыйы алты айлыҡ ҡына булып ҡала. Балаҡатай районында йәшәүсе улының ғаиләһе менән аралашып тора ул. Уҙған йыл игеҙәк ейәнсәрҙәренең береһенең туйына барһа, яңы йыл алдынан икенсеһен кейәүгә бирҙеләр.
Тормош иптәше Ринат Сабит улы ла ун йыл элек баҡыйлыҡҡа күскән. Хәлиҙә инәй бергәләп һалған ҙур, иркен йорттарында яңғыҙы донъя көтә. Ҡыҙы Регина Мәскәүҙә эшләй һәм йәшәй. Ялдарында әсәһе эргәһенә ҡайтып йөрөй. Хәлиҙә Харис ҡыҙының күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыты юҡ, ул үҙенә һәр ваҡыт шөғөл таба. Оҙон ҡыштарҙа кистәрен телевизорға, йә компьютерға ғына текләп ултырмай, теген машинаһын сығарып, күлдәктәр, альяпҡыстар, ҡорамалар, япмалар тегә, түшелдеректәр эшләй, шәлдәр, ойоҡбаш-бейәләйҙәр бәйләй, сигеү сигә. Уның күҙ нурҙары түгелгән, төрлө биҙәктәр менән эшләнгән сағыу ҡул эштәре өй эсен биҙәй, яҡындарының да күңелен йылыта. Өлгөр әсәй һәм өләсәй балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ҡайтыуын көтөп алып, тәмле-татлы ризыҡтар ҙа бешереп тора. Донъялар именлегенә, яҡындарының сәләмәтлегенә доғалар уҡып йәшәүсе Хәлиҙә Ҡотлоярованың теләктәре ҡабул булһын.
Гөлсәсәк Аласова.
Роза ТАЖЕТДИНОВА фотоһы.
Читайте нас: