Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
14 Ғинуар 2021, 16:35

Башҡорт батырының йөрәге тибеүҙән туҡтаны...

57-се йәшендә халыҡ-ара класс спорт мастеры, пауэрлифтинг буйынса Европа чемпионы һәм донъя рекордсмены Риф Һаҙыевтың (Гадиевтың) йөрәге тибеүҙән туҡтаны... Әлегә үлем сәбәбе асыҡланмаған.

Һуңғы йылдарҙа спортсы “Нефтсе” стадионында пауэрлифтинг менән шөғөлләнгәндәрҙе күнектергән. Уның ҡулы аҫтында тәрбиәләнеүселәрҙең береһе спортсы Рәсим Минниәхмәтовты күптәр белә торғандыр. Башҡорт пауэрлифтингы легендаһы менән хушлашыу иртәгә, 15 ғинуарҙа, көндөҙгө 12 сәғәттә тренажер залына инеү урынында үткәрелә. Батырҙы Өфөнөң Төньяҡ зыяратында ерләйәсәктәр.
Уның тормош юлы фәһемле, күптәр өсөн һабаҡ булырлыҡ. Бала сағында полиомиелит менән сирләгән Риф 16 операция үткәрә. Бер нимәгә лә ҡарамай, спорт менән шөғөлләнә башлай, тәүҙә дзюдо һәм еңел атлетикаға өҫтөнлөк бирә. 17 йәшендә заводта һул ҡулының ике бармағын өҙҙөрә. Эш урынында тағы бер бәлә һағалап тора - өҫтөнә тимер өрлөк ауып төшә. Һөҙөмтәлә бер күҙе күрмәй башлай. Спортсыға дзюдоны ташларға һәм пауэрлифтинг менән шөғөлләнергә тура килә.
Уны “бөйөк спортсы”, “легенда”, ”үҙ эшенең оҫтаһы” тип атайҙар. Риф Рифҡәт улы Һаҙыевтың тәрбиәләнеүселәре, дуҫтары яҙған йылы һүҙҙәрҙән тулҡынланмау мөмкин түгел. Ниндәй оло шәхесте юғалттыҡ!
Фото:NewsBash.
Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас: