Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
12 Ғинуар 2021, 17:55

"Әсәйем илай-илай үтенгәйне бит..."

Ҡатын-ҡыҙ араһында рәнйетелеп йәшәүе хаҡында бөтөнләй өндәшмәй, теш ҡыҫып түҙгәндәр күпме?! Бындай осраҡтарҙы һанай китһәң...

Айырыуса беҙҙең мосолман ҡатын-ҡыҙҙары өйҙән “сүп” сығармауҙы хуп күрә. Бәпәй тыуҙырған саҡта ла ҡысҡырырға уңайһыҙланып, теш ҡыҫып әҙәп һаҡлайбыҙ бит. Борон-борондан шундай тәрбиә алғанбыҙ, сыҙамлылыҡ ҡаныбыҙға һеңгән. Шул уҡ ваҡытта ғаилә беҙҙең өсөн – иң ҙур ҡиммәт, уны бер нигә ҡарамай һаҡларға тырышабыҙ, ирҙең холҡо үҙгәреренә ышанабыҙ.

Мин үҙем дә шулай булдым. Кейәүгә сығып, бер аҙна тирәһе йәшәп өлгөрҙөкмө-юҡмы, ирем, эсеп ҡайтып, ҡул күтәрҙе. Ғаиләлә ундай тәрбиә күрмәгәс, тәүҙә ауыртыныуҙан да бигерәк аптырап ҡалдым, ҙур күңел көсөргәнеше кисерҙем. Тәндең түгел, йәндең яраһы нығыраҡ һыҙлай, бөтәшмәй, тиҙәр бит. Нисек кенә ҡыйын булһа ла, ғәфү иттем, оноторға тырыштым. Әммә өлкәндәрҙең әйтеүе дөрөҫ икән: бер күтәрелгән ҡул кире төшмәй. Ирем тора-бара хатта эсмәгән килеш тә һуға башланы. Кистәрҙе дер ҡалтырап көтөр инем, хатта “ҡайтмаһын да ҡуйһын ине” тигән уй ҙа килмәне түгел. Шулай ҙа хәлем тураһында берәүгә лә һиҙҙермәнем, өндәшмәнем, туҡмалғанда тауыш сығарманым. Ирем үҙе лә ҡысҡырмайынса, яман эшен вәхшиҙәрсә аҫтыртын башҡара ине шул. Күңеле һау булманы. Шуны ла әйтергә кәрәк: уға кейәүгә сығыуыма алдан ата-әсәйем ныҡ ҡаршы булғайны. “Балам, күңелем һиҙә: яңылышаһың бит... Кире уйлаһаңсы”, - тип әсәйем хатта илай-илай үтенеп һорағайны.

Эйе, үткән заманда һөйләйем, сөнки атай-әсәйем дә, ирем дә яҡты донъяла юҡ инде хәҙер. Йәмәғәтем бергә йәшәүебеҙгә дүрт йыл тигәндә юл фажиғәһенә осрап ғүмере өҙөлдө. Был хәлгә байтаҡ ваҡыт үҙемде ғәйепләп йөрөнөм, әле лә тыныслыҡ тапмайым. “Ҡайтмаһын да ҡуйһын ине” ти торғайным бит... Был теләгем ишетелгәндер Аллаһ Тәғәләгә. “Буштан рәнйетелгән кешенең доғаһы мотлаҡ ҡабул ҡылыныр”, тиелгән бит хәҙистә.

Йәберһетелеп йәшәүемдең иң ҙур ҡазаһы – әсәйлек бәхетенән мәхрүм ҡалдым. Ауырлы сағымда һөйрәп йөрөп туҡмап, сабыйымдың йәнен ҡыйҙы атаһы. Ә мин ғүмерлеккә “ҡыу ағас” булып ҡалдым.

Ошолар хаҡында уйлайым да ғаиләлә көс ҡулланыуға бәйле закондың шул ҡәҙәр йомшаҡ булыуына йөрәгем әрней. Исем өсөн генә сығаралар кеүек. Проблеманың ни тиклем ауыр, ҡатмарлы, ҡот осҡос икәнен уны үҙ башынан үткәргәндәр генә беләлер. Шул уҡ ваҡытта, эйе, законға төҙәтмәләр индереп кенә яйға һалырлыҡ мәсьәлә түгел был. Һис һүҙһеҙ, уны хәл итеүҙең юлы – ҡатын-ҡыҙҙы, ғаилә ҡиммәттәрен юғарыға күтәргән, ирҙең төп бурыстарын төшөндөргән иман тәрбиәһе.

(Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).

Читайте нас: