Даирә
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
12 Ғинуар 2021, 18:30

"Мин - эскесе. Атайым шундай булғас..."

Журналист юлында төрлө кешеләр осрай. Бер шулай урта йәштәрҙәге олпат ир менән эш буйынса аралашырға тура килгәйне. Әммә һөйләшеү бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа боролоп китте. Уның һөйләгәндәре башҡаларға фәһем булһын.

“Эскелек – сир, ул “йоҡһа”, дауалау ҡатмарлы, ҡотолоу юлы юҡ тиһәң дә була. Был хаҡта үҙемдән сығып әйтәм, сөнки мин – алкоголик. Бар тормошом эскелеккә бәйле һәм һәр көнөм үҙ-үҙем менән көрәш. Әлеге ваҡытта ҡәҙимге тормош алып барһам да, мейем барыбер эскесенеке, эскеселәрсә фекер йөрөтәм. Әлбиттә, шараплы стаканға үрелмәү, көндө айыҡ үткәреү өсөн иҫ киткес ихтыяр көсө, әҙәмсә итеп матур тормошта йәшәргә теләк менән бергә тирә-йүндәгеләрҙең аңлап ҡабул итеүе лә кәрәк.

Ҡыҫҡаса әйткәндә, тарихым шулай. Етеш ғаиләлә үҫтем, атайым етәксе булды, әммә ныҡ эсә ине. Мин дә әле төшөп ҡалғандарҙан түгел: ике юғары белемем бар, сит телдәрҙә иркен аралашам, заманында юғары вазифа ла биләнем. Тик эскелекте еңә алманым, “йәшел йылан” һаҙлығының иң төбөнә төштөм, күрмәгәнемде күрҙем, күпме яҡындарымды, дуҫтарымды юғалттым... Ғаиләһеҙ ҡалдым, ҡатынымдың, балаларымдың миңә күҙ йәштәре аша ҡурҡып ҡарауы, ҡалтыраныуы әле лә күҙ алдымда.

Һуңғы туғыҙ йылда иһә бөтөнләй эсмәйем. “Ысҡынғаның” булманымы, тиерһегеҙ. Булды, бынан өс йыл элек тағы рюмкаға үрелгәйнем, туҡтарлыҡ көс тапманым. Тағы ла тәртипһеҙ тормошҡа, көн менән төн алмашынғанын аңламаҫлыҡ хәлгә ҡайттым. Араҡыға бик тә ҡарамаҫ инем, булмай, был теләк минән күпкә көслө булып сыҡты. Ғәмәлдә аноним алкоголиктар ойошмаһына рәхмәт – бәләләш дуҫтарым тағы бер тапҡыр һаҙлыҡтан сығырға ярҙам итте, ҡотҡарыу ҡулын һуҙҙы. Ғөмүмән, ҡәҙимге тормошҡа ҡайтыуымды фәҡәт ошо ойошма менән бәйләйем.

Тарихын һөйләһәң оҙаҡ, әммә шуныһы мәғлүм – бөгөн ойошма донъяның бар төбәктәрендә лә уңышлы эшләй, эскелек сиренә дусар булған, әммә унан ҡотолорға теләгән кешеләргә ярҙам итә. Дөрөҫөн генә әйткәндә, бында бер кем дә медицина юлы менән дауалау, аҡыл өйрәтеү менән шөғөлләнмәй, асылда унда уртаҡ бәлә берләштергән кешеләр йыйылған. Эскеселәр араһында иҙән йыуыусы һәм профессорҙар; юғары етәксе вазифаһын биләгәндәр һәм эшһеҙҙәр, ирҙәр һәм ҡатындар – һәммәһе лә бар. Йәмғиәттә улар социаль статусы, йәшәү мөхите һәм башҡа сифаттар буйынса айырылһа, беҙҙең ойошмала барыһы ла тиң һәм уларҙы фәҡәт бер маҡсат берләштерә – алкоголгә бәйлелектән ҡотолорға тырышыу, айыҡ тормош алып барыу.

Эскелеккә ынтылыш, минеңсә, нәҫелдән дә килә. Ата-әсәһе алкоголь менән мауыҡҡан кешеләрҙең балалары ла “йәшел йылан”ға тиҙ бирешә. Быны үҙемдән алып та әйтәм. Был һылтау ғынамы, әллә?..

Эскелектән ҡаҡшаған организмдың эшен көйләү өсөн дә медицина ярҙамы кәрәк, әлбиттә. Әммә наркология бүлегендә ятып сығып ҡына бер генә эскесе лә һауыҡмай, был мөмкин дә түгел, сөнки артабан айыҡ тормошта йәшәү өсөн ихтыяр көсө, этәргес, ярҙам кәрәк. Ә беҙҙә нисек? Ғәҙәттә, кеше дауаланыу үткәндән һуң ҡәҙимге мөхитенә ҡайта, шул уҡ дуҫ-ише менән аралаша, хәмер эскән компанияларҙа булырға тура килә. Бәғеләр “Нимә, хөрмәт итмәйһеңме ни?” тип рюмка һуҙырға ла тартынмай... Ошонан һуң эскесе тағы ла “ысҡына”, күнеккән тормош рәүешенә ҡайта. Тимәк, эсеүҙән арынырға теләгән кеше өсөн иң мөһиме – башҡаларҙың уны аңлауы, сәләмәтләнеүгә булышлыҡ ҡылыуы”.

Ағайҙың һөйләгәндәренән фәһем алып, эскелеккә ҡаршы бергәләп көрәшһәк ине.

Фото: pravmir.ru

Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в