Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
12 Ғинуар 2021, 16:15

Үҙен генә һаҡлай алманы Айгөл...

Коронавирус менән көрәштә һәләк булған бөтә медицина хеҙмәткәрҙәре индерелгән “Хәтер исемлеге” тағы бер кешегә тулыланды.

Ул - 47 йәшлек шәфҡәт туташы Айгөл Черепанова һуңғы хеҙмәт көндәрен коронавирус инфекцияһын йоҡторған пациенттарға ярҙам итеүгә арнаны. Әммә үҙен генә һаҡлай алманы...

Айгөл Өфө ҡалаһындағы 18-се дауаханала эшләй, ауырыуҙарҙы һауыҡтырыуға ваҡытын да, күңел йылыһын да йәлләмәй. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәүефле сир бер кемде лә аямай. Хеҙмәттәштәре уны оҙаҡ юҡһынасаҡ әле...

“Хәтер исемлеге”нә коронавирустан һәләк булған 1033 медицина хеҙмәткәренең исеме индерелгән. Шул иҫәптән - Башҡортостандың 22 һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре. Тыныс йоҡлағыҙ, илебеҙҙең ҡыйыу, батыр ҡыҙҙары һәм улдары...

Фото: BashNews.
Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас: