Даирә
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
12 Ғинуар 2021, 12:20

Ҡараңғылыҡ эсенә сумды ла... ҡайтманы

Нәбирә апайҙың "сырмалсыҡлы" күңел торошон, ниндәй хәсрәт һаҙлығына батҡанын беҙҙән дә тәрән аңлаған кеше юҡтыр. Тик бына нисек тынысландырырға ла белмәйбеҙ. Беҙ - ут күршеләр, татыу йәшәнек, төрлө йомош менән бер-беребеҙгә йөрөштөк. Ҡояштай балҡыған, күҙҙәре янып торған ҡатын бер нисә көн эсендә ҡырау һуҡҡан сәскә кеүек булды...

– Улай уҡ ныҡ бөтөрөнмә, бүтән балаларың өсөн йәшәргә тейешһең, уларға һин генә кәрәк, – тип йыуатты уны өлкәндәр.

– Ни өсөн нәҡ минең ғәзизем, ни өсөн тап Әхсәнем?.. – тип түгелеп-түгелеп илағаны кисәгеләй күҙ алдымда...

...Үҫмер саҡта тиҫтерҙәрең менән ниндәй генә төрлө уйынға бирелмәйһең! Ни өсөндөр, йәйге оҙон төндә, дөрөҫөрәге, көтөүҙе ҡаршы алып, һыйыр, кәзә-һарыҡты кәртәгә бикләгәс, яңғыҙ көн иткән Ғәйникамал әбейҙең эскәмйәһенә йыйылабыҙ. Беҙҙә йәй булһа ла, төндәр һалҡынса, шуға күрә кемдер свитерҙа килгән, икенселәр куртка йәки плащ кейгән. Ә инде эңер төшөүгә башлана уйындар! Бөгөн класташым Маликтың сираты – ул уйынды ойошторорға тейеш. Ух, тапҡан бит: берәү зыяратҡа барып, аҫҡы бүрәнәгә ҡаҙау ҡағырға тейеш. Бер ай элек армиянан ҡайтҡан Аҫылгәрәй ағай фажиғәле үлгәйне, үҙенең тракторы тапаны, ана шул яңы ҡәберҙе һайлаған.

"Бына – сүкеш, бына – ҡаҙау, – тип беҙҙең алға килеп баҫты Малик ҡуҡырайып. – "Ҡәбер" уйыны булыр был. Аҫылгәрәй ағай мәрхүм ерләнгән урынды беләһегеҙ бит, ундағы бүрәнәләр яңы. Йә, кем арыҫлан йөрәкле?!"

Әҙгә генә һуҙылған тынлыҡ йылдай тойолдо. Беҙ, малайҙар, ғәҙәттә, мәрәкә күреп, гел ябыҡ Әхсәндән көлә башлайбыҙ. Имеш, ул шөрләй, әсәһе менән генә йоҡлай. Әле лә уға төртмәле һүҙҙәр яуҙырырға тотондоҡ. Шау-шыуҙы көтөп тә тормайынса, бөтәбеҙҙе лә аптыратып, ул “бир ҡаҙау менән сүкеште!” тимәһенме. Шулай итеп, Әхсән ҡараңғылыҡ эсенә сумды... һәм шул китеүенән ҡайтманы. Көтөп-көтөп тә кире килмәгәс, өйөнә ҡайтып әсәһенең ҡосағына сумғандыр тип уйлап, таралыштыҡ.

Ә иртәгәһенә ҡәбер ситендә ҡулына сүкеш тотҡан Әхсәндең үле кәүҙәһен таптылар... Эйе, ул зыяратҡа барырға батырсылыҡ иткән, имәнгә ҡаҙауҙы яртылаш ҡатҡан, тик оҙон курткаһын бергә эләктергән шул. Аңлатыуҙарынса, кире китәйем тигән, ләкин, курткаһы ҡуша ҡағылған булғас, ҡәберҙәге мәйет малайҙы үҙенә тартҡандай тойолған. Әхсән ҡурҡышынан йөрәге ярылып үлгән...

Фото: ostrovets.by
Автор: Илдар Акьюлов.
Читайте нас: