Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
9 Ғинуар 2021, 21:28

Рөстәм Нәбиев – Америка Ҡушма Штаттарында

Яҡташыбыҙ унда нимә эшләй икән?

Көслө рухлы, ауырлыҡтарға бирешмәҫ яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиевтың тормошон күптәр Инстаграм аша күҙәтеп бара. Казарма емерелгән саҡта ике аяғын да юғалтҡан йәш егет бирешмәй генә ҡалмай, ә һау кешеләргә ҡарағанда ла әүҙемерәк тормош алып бара һәм үҙе кеүектәргә лә, башҡаларға ла өлгө булып тора.
Күптән түгел генә ул ҡулдары менән Рәсәйҙең иң бейек нөктәһе Эльбрусҡа менде, аҙаҡ тура бәйләнеш аша ил Президенты Владимир Путин менән аралашты һәм Яңы йыл алдынан ғына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашты. Әле иһә өлгөлө ғаилә башлығы һәм ике ҡыҙ атаһы Америка Ҡушма Штаттарында.
Рөстәм хәбәр итеүе буйынса, был илгә ингән саҡта уның бер ни тиклем проблемалары ла барлыҡҡа килгән. Американың таможня хеҙмәткәрҙәре уны индермәү өсөн бик күп һорауҙар биргән. Мәҫәлән, уларҙы егеттең ниндәй ҡыҙыу нөктәлә аяҡтарын юғалтыуы ҡыҙыҡһындырған. Афғанстанмы, Чечнямы, әллә Донбастамы, тип һорағандар.
– Улар, һин хәрбигә оҡшағанһың, тинеләр. Аяҡтарымды ҡайҙа юғалтыуым тураһында, ниндәй ил менән низағтарым барлығы тураһында ла белештеләр. Ахмаҡ һорауҙары ла күп булды. Мәҫәлән, мине оҙатып килгән дуҫым Әмир менән бәҙрәфкә бергә йөрөйһөгөҙмө тип һоранылар хатта, – тине ул Инстаграм аша.
Шулай ҙа егеттәр илгә инә алған. Уның визаһы ярты йыл ғәмәлдә.
Әле улар Нью-Йорк ҡалаһында. Рөстәм бында иң популяр туристик урындарҙы ҡарап сыҡты, ҡиммәтле магазиндан ҡатынына яҡшы бүләктәр һайланы. Бында йәшәгән Өфө кешеләре менән осрашып аралашты. Бер нисә көндән һуң Майами ҡалаһына, йылыға китәбеҙ тине.
Америкаға ни өсөн килгәнен Рөстәм аныҡ әйтмәй. Ә бына коронавирус пандемияһы башланғансы, ул тап виза алып йөрөгәнендә бында килеп, протезда йөрөргә өйрәнергә теләүе тураһында белдергәйне. Бәлки, ул әле ошо хыялын тормошҡа ашырырға килгәндер. Нисек кенә блмаһын, Рөстәмгә хәйерле сәфәр теләйек!
Фото: Инстаграм.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: