Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
6 Ғинуар 2021, 18:35

Ни эшләттең һин ағайымды, еңгә?

...Һәм бына бөтәбеҙҙе лә шаңҡытҡан хәл булды. Ағайым бер ҡыҙҙы алып ҡайтты ла, өйләнәм, тине. Уныһының ниндәй икәнен шундуҡ аңланыҡ...

Ғаиләбеҙ шундай бәхетле һәм түңәрәк ине. “Ине” тиеүем шунан, еңгә килеп ҡыҫылып, бар донъябыҙҙы болғатты. Тәжрибәлерәк, донъя күргән апайҙар бәлки беҙгә кәңәш бирер тип яҙам быны. Тыңлағыҙ әле. Беҙ “тамырлы” өфөләр. Зыялы ғаилә: атайым – профессор, әсәйем – ҙур компанияла баш бухгалтер. Ағайым минән биш йәшкә өлкән. Мине, төпсөк ҡыҙҙы, атайым менән әсәйем дә, ағайым Рөстәм дә бик яратты. Ҡулдарында ғына күтәреп йөрөтөп үҫтерҙеләр. Иң матуры, иң яңыһы, иң тәмлеһе – барыһы ла миңә була торғайны. Мәктәптә уҡыған сағымда ағайым студент булып китте. Мине, бәләкәй ҡыҙыҡайҙы урамға артыҡ сығармайҙар, шуға ағайыма эйәреп йөрөй инем. Уның дуҫтары араһында үҫтем, йөрөгән ҡыҙҙарын да үҙем һайланым. Уларҙың холҡон, уйҙарын ҡайҙан белһен ул? Ағайым мине тыңланы, һүҙемдән сыҡманы. Һәр ваҡыт уның менән бергә йөрөү өсөн әхирәтем менән дуҫлаштырҙым, икәүләп матур ғына йөрөй башланылар кеүек ине. Дөрөҫөн әйткәндә, араларында бергә йөрөүемде әсәйем дә хуплай ине. Хуплай ғына түгел, тикшерергә, күҙәтергә үҙе ҡуша торғайны. – Әллә ниндәй беҙ белмәгән кәләш алып ҡайтһа, күрербеҙ әле. Ултырыр өйҙә хужабикә булып. Ана, Зөлфиә менән осрашһын, ул беҙҙең һүҙҙән сыҡмаҫ, ғаиләләре лә үҙебеҙгә тиң, – тиер ине әсәйем. Тик бынан ике йыл элек бөтәбеҙҙе лә шаңҡытҡан хәл булды. Ағайым бер ҡыҙҙы алып ҡайтып таныштырҙы ла, өйләнәм, тине. Үҙенең Айгөлөнә ғашиҡ булғаны йөҙөнә сыҡҡан: унан күҙен дә алмай, ауыҙына ғына ҡарап тора. Сумкаһын тотоп килеп инеүе үк оҡшамағайны, шигем дөрөҫ булып сыҡты. Ағай “батты”. Кистәрен һуң ҡайта, Айгөлө менән йөрөй. Ул саҡта саҡ эшләй башлағайны, аҡсаһын әсәйемә бирә, миңә бүләктәр алып ҡайта торғайны. Уныһы ла бөттө. Эйе, бер өлөшөн әсәйемә биреүен дауам итте, тик мине бөтөнләй онотто. Ә тегенеһе нимә теләй - шул була: аҙна һайын кино-кафеға алып бара, байрам һайын бүләктәр ала, хатта бер сәбәпһеҙ сәскәләр ҙә бүләк итә. Йөрөр-йөрөр ҙә онотор, тип көттөк әсәйем менән. Әммә ярты йыл да үтмәне, өйләнергә булдылар. Әсәйем ҡырҡа ҡаршы төштө, атайым “ҡыҫылмағыҙ, үҙе теләгәс, өйләнһен” тине. Туйҙарына бармаҫҡа ла уйлағайныҡ, ағайым ныҡ һорағас, барҙыҡ. Айгөл - ауыл ҡыҙы. Ата-әсәһе лә ябай ғына кешеләр. Ҡыҙҙың ағайыма ҡалала йәшәгеһе килгәне өсөн кейәүгә сыҡҡанын шунда уҡ аңланыҡ. Атаһы туйға тип бер баш һыйыр менән ике һарыҡ бүләк итте. Кеше алдында шул тиклем оят булды. Һөҙөмтәлә әсәйем туйҙа ҡоҙалар менән әрләшеп, байрамды боҙоп ҡайтып киттек. Был хәлдән һуң ағайым үҙенең кемгә өйләнгәнен белер, хаталанғанын аңлар һәм кире ҡайтыр тип уйланыҡ. Тик юҡ, туйҙан һуң үпкәләгән кеше булып, һөйләшмәй башланы хатта. – Айгөлөм, ҡайным менән ҡәйнәм - яҡшы кешеләр. Эйе, ауылдан, тик ғәҙел һәм эшсән ғаиләнән. Мин ҡатынымды яратам, уны ташламайым. Матур итеп аралашырға теләмәһәгеҙ, башҡа ҡайтмам, – тине ағайым. Бер көн икәүләп килеп, бар әйберҙәрен алып киттеләр. Баҡһаң, ябай ауыл ҡыҙы булған Айгөлдөң бер бүлмәле генә фатиры бар икән. Шунда күстеләр. Тағы бер йылдан ҡатындың ауырға ҡалғанын ишетеп ҡалдыҡ. Бала тыуһа, ҙур фатир кәрәк буласаҡ, тип ағайымдан ипотека алдырғанын да ишетеп ҡалдыҡ. Үҙенекен һатҡандар ҙа беренсе иғәнәгә һалғандар. Ҡалғаны - кредитҡа. Шулай хәйлә ҡороп, ағайымды үҙенә күп йылға бәйләргә булған инде. Әсәйем улының ҡатыны менән оҙаҡҡа ҡалырын аңланы. Ағайым менән генә булһа ла дуҫлашырға ҡарар иттек. Бер көн үҙен генә ҡунаҡҡа саҡырғайныҡ, икәүләп килеп инделәр. Күп итеп күстәнәс алған булғандар. Айгөлгә бала табырға ваҡыт етеп килә ине. Ағайым уның аяҡ кейемен үҙе систереп, кейҙергән була, ә быныһы әллә кем булып тора. Тағы низағ сыҡты. Шунан һуң бына бер йыл аралашҡан юҡ. Малайҙары тыуғанын, ағайымдың әллә кем булып атайлығына ғорурланып йөрөгәнен беләбеҙ. Әсәйем ағайымды быйыл яңғыҙын ғына Яңы йылға саҡырғайны, һөйләшербеҙ, тип уйланыҡ. Тик, бер үҙем йөрөмәйем, байрамды ғаиләм менән үткәрәм, тип ҡырт киҫте. Атайым, ҡыҫылмағыҙ, тип әрләй. Баҡһаң, уларға барып йөрөй, ейәне менән аралаша икән. Ә беҙҙең ул баланы күргән дә юҡ. Нисек ағайҙы айырып алырға икән? Ул Айгөл беҙҙең ғаиләгә тиң түгел. Зөлфиәгә өйләнһә, ғаиләләр менән дуҫлашыр инек, ҡоҙалар ҙа беҙгә тиң булыр ине бит... (Өфөлә йәшәгән ҡыҙҙың һөйләгәндәренән). Фото: shnyagi.net Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: