Даирә
-1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
4 Ғинуар 2021, 12:56

Үҙ өйөнә лә ҡайта алмай...

"Уңмаған юлды ҡыума" тигән булалар. Бына бит, миңә лә бәхет йылмайҙы, эсмәгән ир табылды, тип шатланды ҡатын. Тик күрәһеләре алда булған икән шул...

Тәүге ике ирен юғалтҡан Зәкирә үҙенә ныҡлы терәк-таяныс, ышаныслы иптәш булырҙай өсөнсөһө тураһында уйлай башлай. Алдағы ике йәмәғәте лә йомшаҡ холоҡло ине, бер рәхәтлек күрмәй, бүтәндәрҙе лә бәхетле итә алмай, эскелектән харап булды бахырҡайҙар.


Өсөнсөһө - Радик исемлеһе менән интернет аша таныша ҡатын. Фотолағы ҡара мыйыҡлы, ҡара күҙле урта йәштәрҙәге ир күңеленә тиҙ үк ятып, яҙышып алып китәләр. Радик тураһында алдан шуларҙы белә: Афғанда хеҙмәт иткән, өйләнгән, әммә холоҡтары тап килмәгәс, айырылышҡандар, балалары булмаған, бөтөнләй эсмәй, тартмай, арыу ғына пенсия ала. Аңлашылалыр, "эсмәй" тигән пункты бигерәк ныҡ ҡыҙыҡтыра ике иренең эскелеге үҙәгенә үткән Зәкирәне. Үҫмер ҡорона ингән улына ла яман ғәҙәте булмаған ҡаты ҡуллы ирҙең ыңғай йоғонтоһо булмай ҡалмаҫ, тип уйлай.
Ҙур өмөттәр бағлап, Зәкирә осрашыу ойоштора. Һөйләшеп килешелгәс, ипле, етди күренгән ирҙе үҙенә йәшәргә саҡыра. Радик, оҙаҡ уйлап тормаҫтан, күсеп килергә ризалығын белдерә. Тәүге ярты йыл матур, татыу йәшәй улар. Ир пенсияһынан фатирға түләргә аҡса биреп тора, улы менән дә уртаҡ тел тапҡандай тойола, ҡала ситендәге баҡса эштәрендә ярҙамлаша. "Уңмаған юлды ҡыума" тигән булалар, ана бит, миңә лә бәхет йылмайҙы, тип уйлай күңеле күтәрелгән ҡатын. Тик күрәһеләре алда булған икән...
Бер көн Афғанда булғандарҙың осрашыу кисәһе ойошторола. Шунда асыла ла инде ирҙең ысын йөҙө. Тап шул көндән алып айнымай бер айға яҡын эсә лә ҡуя ул. Баҡтиһәң, ир наркологик дауа алған, эсеүе сәбәпле ғаиләһенән ҡолаҡ ҡаҡҡан, ике балаһы бар. Эсһә, ни ҡыланғанын белмәй. Һөҙөмтәлә балаһының һәм үҙенең ғүмере өсөн хәүефләнгән әсәнең улы менән йә туғандарында, йә таныштарында ҡуныуы йышая. Кешелә үткәргән төндәре хәтһеҙ хәҙер уларҙың.
Гел генә ҡасып кешелә лә йөрөп булмай бит инде. Ахырҙа Зәкирә төнгө ҡарауылсы булып эшкә урынлаша, ә улын уҡыған техникумының ятағына һөйләшеп урынлаштыра. Ирҙе иһә фатирҙан ҡыуып сығарырлыҡ түгел: тәүге бәхетле мәлдәрендә уның таҫмалай теленә ышанып, мөнәсәбәттәрен законлаштырып, пропискаға ла ҡуйғайны, шуға арҡаһын ныҡҡа терәгән. Полицияға яҙып бирергә лә ҡурҡа ҡатын, ундай осраҡта улын да, үҙен дә үлтереү менән киҫәтеп ҡуйған. Йәй баҡсаһына барып йоҡларға була әле, ә бына ҡыш көндәре хәҙер өсөнсө йыл ошолай үтә. Айыҡ сағында һәйбәт тә булып китә ире, бүләк, сәскә алып ҡайта, театрҙарға алып йөрөй, ваҡ-төйәк эштәрҙә бергәләшә. Ә эсһә... иң ҡурҡыныс фильмдағы шикелле мәхшәр башлана. Әлегә был хәлдән бер ниндәй ҡотолоу сараһын да күрмәй ҡатын, ҡурҡа-ҡурҡа көн күреүен дауам итә...

Фото: wday.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: