Даирә
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
3 Ғинуар 2021, 06:25

Яратам шул... Яҙмышыма күндем

"Ҡатыным бер ҡасан да әсәй була алмай. Ләкин мин уны ташларға йыйынмайым. Ә һин, әгәр ауырлы икәнһең..."

Хәҙерге илебеҙҙә ошондай ғаиләләр барлығына күптәр аптырай. Тик улар ысынлап бар. Иғтибарығыҙға икенсе ҡатын булып йәшәгән Зөлфиә исемле ҡатындың тарихын тәҡдим итәбеҙ. Ильяс менән улар театрҙа таныша. Үҙе бай, үҙе йомарт, аҡыллы һәм сибәр ир Зөлфиәгә тәүге ҡараштан оҡшай. Уртаҡ дуҫтары булып, уларҙы таныштырғас, араларында тиҙ арала йылы мөнәсәбәт барлыҡҡа килә. Ильяс бик матур итеп йөрөй уның артынан. Ҡиммәтле машинала килеп ала, ресторан йәки театрға алып барып күңелен аса. Бүләктәр, сәйәхәттәр менән күңелен күтәреп тора. Ҡыҫҡаһы, башын юғалтып ғашиҡ була ҡыҙ. Әммә Зөлфиә ахмаҡ түгел: бының кеүек ирҙең яңғыҙ булыуына ышанмай. Нисектер паспорты ҡулына эләгеп, уны ҡарағас, өйләнмәгәнлеген күреп ҡыуана. Тик кемелер барлығын да һиҙә, сөнки ир унда аҙнаһына бер йәки ике тапҡыр ғына ҡуна ҡала, телефоны шылтыраһа, сығып китеп оҙаҡ ҡына һөйләшеп керә. Тик мөнәсәбәттәр йыраҡҡараҡ ингән һайын, ҡатын нығыраҡ ғашиҡ була бара. Ә бер көн үҙенең ауырға ҡалғанын белә. Ильяс был яңылыҡҡа ныҡ шатлана. Ҡыуанысынан нимә эшләргә лә белмәй. Тик ирҙең бер аҙ моңһоуланғанын да тоя Зөлфиә һәм асыҡтан-асыҡ һөйләшергә тәҡдим итә. Ошонда барыһы ла асыла ла инде. Ильястың ҡатыны бар. Ул уны бик ярата, әсәһе менән өсәүһе ҙур йортта торалар, тик балалары ғына юҡ. Ҡатыны бер ҡасан да әсәй була алмай икән. Әммә ир уны ташларға йыйынмай. Зөлфиәне лә яратыуын әйтә, балаһын тик үҙе үҫтерәсәген белдерә, үҙенең вариҫы итәсәген әйтә. Был мәғлүмәтте ауыр кисерһә лә, Зөлфиә нисектер эстән быға әҙер булып сыға. Ильяс уны өйөнә алып ҡайтып, ҡатыны Рита һәм әсәһе менән таныштыра. Тегеләре Зөлфиәне ихлас ҡабул итә кеүек. Беренсенән, ул Ильясҡа ныҡ ғашиҡ булһа, икенсенән, сабыйын етем иткеһе килмәй. Бәләкәй балалы килеш бай, һәйбәт ир табыуы ауырлығын да яҡшы аңлай. Ҡыҫҡаһы, Зөлфиәне артыҡ күндерергә лә кәрәк булмай, ул ризалашып Ильястың ғаиләһе менән йәшәй башлай. Ваҡыты еткәс, ул таба. Өс ҡатын баланы көнө-төнө бергәләп ҡарай, бергә үҫтерә. Был бик уңайлы ла булып сыға. Сабыйынан арып китһә, ире менән берәй ергә барып ял итеп ҡайта, малай ҙа ҡараулы. Аҡса яғынан да проблема юҡ, кем нимә теләй, Ильястары алып биреп тора. Һәр хәлдә, Зөлфиә икенсе ҡатын булыуына күнеп, үҙенсә бәхетле генә йәшәп ята. Өсөнсө ҡатын ғына алып ҡайтмаһа инде ирҙәре... Фото: banyanchicago.com Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: