Бала саҡтан яраттым Яңы йылды. Бәләкәй ваҡытта аңлашыла – ғәмһеҙ ваҡытта һәр байрам мөғжизәгә тиң, ә Яңы йыл бөтөнләй тылсымлы тойола ине. Ҡыш бабайға ышанаһың, бүләк көтәһең, изгегә өмөт итәһең... Үҫеп буй еткергәс тә төп байрамдың мөғжизәһе күңелдә һаҡланды. Тик бер ваҡиға бар тормошомдоң аҫтын өҫкә килтерҙе, ә уның 31 декабргә тура килеүе байрамға ытырғаныс уятты. Илһамға иҫем китеп яратып кейәүгә сыҡтым. Мәктәпте тамамлап, ҡалаға килгән 18 генә йәшлек ауыл ҡыҙы инем. Ҡала егете Илһам ауылдағылар менән сағыштырғанда сибәрерәк, ҡыйыуыраҡ, аҡыллыраҡ кеүек күренде. Ә инде миңә, ябай ҡыҙға, иғтибар итеп, артымдан йөрөй башлағас, түбәм күккә тейҙе. Әхирәттәремдең ул һиңә тиң түгел тигәнен ишетмәнем дә, ишетһәм дә, көнләшеүҙәренән әйтәләрҙер тип уйланым. Ауылға алып ҡайтып таныштырғас, әсәйем дә артыҡ ҡыуанманы кеүек, тик, сабыр холоҡло кеше булараҡ, өндәшмәне. Әле әллә нисә йыл ваҡыт үткәс кенә Илһамдың ни тиклем тәкәббер, үҙ һүҙле, хатта уҫал икәнен күрәм дә ул саҡтағы һуҡырлығыма иҫем китә. Йәш булһа ла, эсергә лә ярата ине бит, быға ла иғтибар итмәнем. Мөхәббәт тигәне шулдыр инде. Ярты йыл да осрашманыҡ, мин ауырға ҡалдым һәм өйләнештек. Уның быға ауырһынып, теләмәй генә ризалашҡанын да һиҙмәнем бит... Илһам мине яратманы. Өйләнеү менән уҫаллығын күрһәтә башланы. Фатирында үҙенең хужа булыуына һәр ваҡыт ишараланы, “һин бында бер кем түгел” тине. Тәүге көндәрҙән үк һуң ҡайта башланы, өйҙә бөтөнләй ҡунмаған саҡтары ла булды. Ә мин, иҫәр, эше күптер тинем, өй йыйыштырып, ашарға бешереп уны көттөм. Иремдең әллә ниндәй ҡатындар менән сыуалыуы тураһында еткереп торһалар ҙа, ышанғым килмәне. Бәпес тыуғас, бигерәк көн күрһәтмәй башланы. Эсеп ҡайта ла мине битәрләй. Ҡаршы әйтһәм, төрткөләп тә ала ине. Тап шул ваҡытта әсәйем сирләп үлеп китте. Бер үҙем үҫкән бала булараҡ, бөтөнләй яңғыҙ ҡалдым. Ә үҙемдең атайым булмағас, улымды атайлы итеп үҫтергем килде. ...Насар ғына йәшәһәк тә, сираттағы Яңы йылды ашҡынып көтөп алдым. Күңел нимәлер көтә, мөғжизәгә өмөт итә бит. Ике йәшлек улымдың күңеле булһын тип шыршы алып ҡайтып биҙәнем, барлы-юҡлы аҡсаға байрам табыны ҡорҙом. Ваҡыт төнгә ҡарай китте, ә Илһам юҡ. Кәйефем ҡырыла башланы, бала ла мыжый. Шул саҡта иҫерек ирем ҡайтып инде. Көйө юҡлығын күреп, шым булырға тырыштым, өҫтәл янына әйҙәнем. Ә ул юҡтан ҡыҙып китте. Аҡыра башланы, ҡысҡырыуына ҡурҡҡан бала илап ебәрҙе. Илһам уны һуғып осорҙо, сабыйым карауат аҫтына инеп китте лә шымды. Шул саҡта ҡапыл ҡыҙып китеп, ҡулымдағы тәрилкә менән ирҙең башына тондорҙом. Иҫерек кешегә был оҡшаманы, мине үлтерә яҙғансы туҡманы. Беҙҙең тауышҡа килеп ингән күршеләр полиция саҡырмаһа, бөгөн иҫән булмаҫ инем... Иҫһеҙ килеш дауаханаға алып киткәндәр. Унда өс көн ятҡанмын. Инде үлде тигәндә, ниндәйҙер мөғжизә менән аңыма килгәнмен. Янымда бер кем юҡ. Шул саҡ ҡапыл балам иҫкә төштө, асырғынып торорға маташа, ҡысҡыра башланым, укол яһап саҡ тынысландырҙылар. Тағы ике тәүлек иҫһеҙ ятҡанмын... Дауаханала бер ай самаһы булдым. Ирем минән инвалид яһаны: бер бөйөрөмдө ҡырҡтылар, бер күҙем күрмәй ине. Ә сабыйым... Ул иҫән ҡалған, тик минең һымаҡ уҡ инвалид, атламай, тинеләр. Дауаханала. Илһамды иһә исмаһам төрмәгә лә ултыртманылар. Артабан да яҙмыш мине ныҡ һынаны. Эшһеҙ, белемһеҙ көйө, сирле бала менән, үҙем инвалид килеш ауылға әсәйемдең иҫке йортона ҡайтып, бар тормошомдо яңынан башланым. Ауыр булды, һүҙ ҙә юҡ. Тик балам хаҡына бирешмәнем, уны аяҡҡа баҫтырыу өсөн бар көсөмдө һалдым. Шөкөр, бөгөн ул һау, үҙем дә кешесә йәшәргә өйрәндем. Биш йыл элек яҡшы кешегә кейәүгә сығып, тағы бала таптым. Матур, татыу йәшәйбеҙ. Әммә бына Яңы йыл байрамын яратмайым. Декабрь айы етеү менән күңелем болоҡһой башлай, кәйефем ҡырыла. Улым да яратмай байрамды, хәлемде аңлай. Тик ирем һәм ҡыҙым өсөн йылмаям, табын ҡорам, балаларға байрам кәйефе өләшергә тырышам. Ә үҙем сәғәт 12-не һуҡҡас йәшенеп кенә илайым да, яҙмышыма рәхмәт әйтеп, яңынан йәшәй башлайым... Фото: us.zen.yandex.com Автор: Альфия Мингалиева