Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
3 Ғинуар 2021, 06:22

"Әсәйем янына ашығып ҡайтып барам..."

Йәш кенә, машина йөрөтөргә тәжрибәһе етерлекме был егеттең, армияға барғанмы, тип уйлағайным тәүҙә. Бер аҙҙан уның кем икәнлеген белеп, хайран ҡалдым...

Байрамдан һуң тыуған яҡҡа ҡайтырға хәл ителгәс, юл ыңғайы бара торған машина белешә башланыҡ. Беҙҙең һорауға тиҙ үк бер егет яуап та бирҙе. Күп кеше алмай, ваҡытында сығасаҡ, хаҡы ғәҙәттәге таксиҙан күпкә осһоҙораҡ - бар яҡлап та күңелгә хуш килде тәҡдиме. Һәм оҙаҡламай әйткән минутында килеп туҡтаған өр-яңы сит ил автомобиленә ултырып оҙон юлға сыҡтыҡ. Йыйнаҡлығы, тәртип яратыуы өҫтөнә бик илгәҙәк тә булып сыҡты водителебеҙ. Йәш кенә, машина йөрөтөргә тәжрибәһе етерлекме, армияға барғанмы, тип уйлағайным тәүге минуттарҙа. Һөйләшеп бара торғас, уның контракт буйынса хәрби хеҙмәттә йөрөгәнемә ун йыл тигәнен ишетеп бер ғәжәпләнһәм, өс бала атаһы икәнлеген белеп, тағы бер хайран ҡалдым. "Әсәйемдең тыуған көнө, шуға ашығып ҡына юлға сыҡтым. Бер туғандар йыйылышып автомат кер йыуыу машинаһы алғайныҡ, шуны ла алып ҡайтып барам. Ә ҡатыным балалар менән өйҙә ҡалды, бәләкәсенә ни бары өс кенә ай, һыуыҡта ыҙалап йөрөмәһендәр тинем, үҙем дә оҙаҡ тора алмайым, иртәнән һуңға кире юлға сығам". Һүҙ артынан һүҙ сығып, осраҡлы таныштың әле күп тә үтелмәгән, әммә тиҫтерҙәренә фәһем булырҙай тормош юлы хаҡында ҡыҫҡаса ошоларҙы белдем. "...Армиянан һуң килешеү нигеҙендә хеҙмәт итергә тороп ҡалдым. Бер өйрәнгәс, ҡыйынлығы юҡ, тик тәртипкә күнергә, бойороҡтарҙы теүәл үтәргә кәрәк. Хәҙер үҙем һалдаттарҙы өйрәтәм. Эш хаҡына зарланмайым, етә. Фатир тип аптыраманыҡ, өйләнгәс тә, ваҡытлыса йәшәп торорға биреп ҡуйҙылар. Әле быйыл үҙебеҙҙекен алырға субсидия бүленде. Өс бала өсөн бушлай ергә хоҡуғыбыҙҙы ҡулланып ауылдан ер алдыҡ, төҙөлөш башланыҡ. Былтыр йәй һуғыш барған ергә өс айға командировкаға ебәргәйнеләр. Алдаманылар, вәғәҙә иткәнсә, яҡшы ғына түләнеләр. Күпме тип ни, бына ошо машинаға эйә булдым, өй төҙөргә алған кредитты ҡаплауға тотондом, ваҡ-төйәккә лә артып ҡалды. Ә балаларға сыҡҡан аҡсаны үҙ маҡсаттарында тотонорбоҙ тибеҙ. Таныш егеттәрҙе лә үҙ яныма эшкә саҡырғаным бар, килгәндәре лә булды, тик беренсе айҙан уҡ психологик баҫымды күтәрә алмай, ҡайтып китәләр, күрәһең, эшһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ үҙәктәренә үтмәгән. Һәр урында түҙемлек кәрәк, ныҡышлыҡ, тырышлыҡ һалмайынса ла булмайҙыр ул". "Атай-әсәйең бик яҡшы тәрбиә биргән икән", тигәс, бер аҙ моңһоуланып килде лә, "Әсәйемә рәхмәт рухи яҡтан көслө итеп үҫтергәненә, ә атайымдың зыяны күберәк булмаһа әле: уның айыҡ сағын беҙ, балалары, һирәк күрҙек, әле лә шул холҡон ташлай алмай", тип тынып ҡалды танышыбыҙ. Оҙон юл был юлы ҡыҫҡа тойолдо миңә. Һәр яҡтан булдыҡлы, эшһөйәр, башҡаларға өлгө булырҙай, ауырлыҡтан ҡурҡмаған йәштәребеҙ барлығына ҡыуанып килдем. Әле уның алдына ҡуйған маҡсаттары күп, уларын да яйлап, эҙмә-эҙлекле үтәй барырына бер ниндәй ҙә шик юҡ. Һаулығы булһын да алдына алғанынан ситкә тайпылдырырлыҡ сәбәптәр сыҡмаһын ғына... Фото: vremyan.ru Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас в