Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
30 Декабрь 2020, 12:05

Өләсәй түгел, ә енәйәтсе!

Өйҙә ир заты эсһә - ярты бәлә, ғаилә ҡотон һаҡларға бурыслы ҡатын-ҡыҙ эсһә инде, афәт булырын көт тә тор. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпселектә ғаиләләге ыҙғыш-талаш-һуғыш-үлтереш иҫеректәр араһында килеп сыға. Тик эскәндәр һаман эсеүен дауам итә, ғәзиздәре хаҡына үҙгәрергә, айыҡ тормошта йәшәргә теләгәндәр һирәк.

Өфөнөң Орджоникидзе районында булған фажиғәле ваҡиға ла шуны тағы берҙе раҫлай: рухи терәк булырға тейешле 69 йәшлек өләсәй шайтан һыуы тәьҫирендә төҙәтеп булмаҫлыҡ хата яһай - ейәнен сәнсеп үлтерә.
Ваҡиға урынында өләсәй генә түгел, баланың әсәһе лә була, эске байрамын икәүләп ойоштора улар. Ә был ваҡытта бәлиғ булған егет икенсе бүлмәлә компьютерҙа уйын уйнай. Бер аҙҙан аш бүлмәһенә инеп, яҡындарының эсеп ултырыуына ҡаршылығын һүгенеү һүҙҙәре менән белдерә.
Өләсәй ейәне артынан сығып, әрләшмәҫкә, ҡысҡырмаҫҡа өндәй һәм, ни ҡылғанын аңламаймы, кухнянан бысаҡ алып, диванда ятҡан улына ҡаҙай. Бысаҡ уның түше тәңгәленә тура килә.
Артабан ҡатын ҡоралын раковинаға ташлай ҙа, фатирынан сығып, күршеһенә нимә ҡылғаны тураһында һөйләй. Тиҙ ярҙамды ирекһеҙҙән шаһит булған ошо күршеһе саҡырта ла инде.
Ҡанлы бысаҡты ни өсөн йыуғанын аҙаҡ тәфтишселәргә аңлата алмай ҡатын, ни өсөн сәнскән, һуңынан ни булған - быларын да. Бахыр егет, уға ни бары 20 йәш кенә булған, күп ҡан юғалтыуҙан ятҡан урынында уҡ йән бирә.
Яҙ булған был ҡанлы ваҡиғаға суд яза төрөн билдәләгән: ҡатын ауыр енәйәте өсөн алты йыл ярым ғүмерен дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында үткәрәсәк.

Фото: vk.com
Автор: Аклима Гизатуллина.
Читайте нас: