- Татыу ғаилә - бәхетле ғаилә,- ти уҙамандар бер һүҙҙән.
- Ғаилә тормошонда бер-береңде хөрмәт итеү, бер-береңә юл ҡуйып йәшәү, сабырлыҡ һәм түҙемлек оло юлдан алып бара ла инде.
Рәфил Мансур улы 1937 йылдың 17 декабрендә Архангел районының Көмәрле ауылында донъяға килә. Шул осорҙоң барлыҡ ауырлыҡтарын, етемлекте бик иртә татырға тура килә уға. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән атаһы илде һаҡларға китә һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәбәрһеҙ юғала. “Уның бер генә хаты килә”- ти Рәфил ағай. Шулай яҡындары ҡайтыуына ышанып йәшәйҙәр. Әсәһенә балалары менән яңғыҙ донъя көтөүе еңел булмай, Иҫке Шәрәй ауылында йәшәгән туғандары бында күсереп алып ҡайта. Рәфил Мансур улы урындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, колхозға эшкә сыға. Оло ағайҙары менән урман киҫергә йөрөй. Армия хеҙмәтендә лә һынатмай. Булдыҡлы егет Венгрияла өс йыл тыуған ил алдында бурысын үтәп ҡайта. Намыҫлы хеҙмәте өсөн етәкселек исеменән Рәхмәт хаттары ла килә. Хеҙмәте - ундағы солғаныштың тамамланған сағына тура килә. Хәрби хеҙмәт ваҡытында ул радиотелеграфист һөнәрен үҙләштерә. “Беҙҙе полк интеллигенттары тип йөрөттөләр”,- ти Рәфил Мансур улы. Ундағы хеҙмәт иткән йылдарын әле булһа көнө-сәғәтенә тиклем онотмай һағынып иҫкә ала уҙаман.
Ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас та, тыуған колхозына эшкә урынлаша. Механизатор һөнәрен үҙләштереп, ДТ-54, ДТ-75, Т-4 кеүек сылбырлы, МТЗ-50 тракторҙарында эшләй. “Тимер ат”ты йүгәнләп колхоз баҫыуҙарын иңләй. Тыуған ерендәге тырыш хеҙмәтен дә район етәкселәре һәм яҡташтары юғары баһалай. 40 йылдан ашыу стажға эйә булған Рәфил Мансур улы колхоздың алдынғы, алыштырғыһыҙ механизаторы була, тынғыһыҙ хеҙмәте бихисап наградалар менән билдәләнгән. Бер нисә тапҡыр шифаханаларға юллама менән бүләкләнә, “В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл”, “Хеҙмәттә айырылып торғаны өсөн”, ВДНХ миҙалдарына эйә була. Хеҙмәт алдынғыһы булараҡ, төрлө ярыштарҙа ҡатнаша. Фотоһы һәр ваҡыт Почет таҡтаһында эленеп тора, бынан тыш, Рәфил Мансур улы ауыл Советы депутаты итеп һайлана. Хеҙмәт – үҙе бәхет ул, тип әйткәненсә, тормошон колхоз менән бәйләп, “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ булып, хаҡлы ялға сыға.
Ғүмер юлдашы Тәғзимә апай ошо уҡ ауылда йәшәүсе Мәғүзә һәм Мансур Мөлөковтарҙың туғыҙ балалы ғаиләһендә тыуып үҫә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туғыҙ баланың дүртәүһе генә үҫә, ҡалғандары бәләкәй саҡта вафат булалар. Өлкән ағаһы Зәкәриә Бөйөк Ватан һуғышында булып, Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтырға үҙ өлөшөн индерә, Исмәғилдең дә хеҙмәте ете йылға һуҙыла. Ул Алыҫ Көнсығышта Японияға ҡаршы көрәштә ҡатнаша (улар хәҙер мәрхүм инде). Апаһы Факия бөгөнгө көндә Силәбе өлкәһенең Минйәр ҡалаһында йәшәй.
Тәғзимә апай Иҫке Шәрәй ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Прибельский ауылындағы рус мәктәбенә уҡырға килә. Әсәһе ауырып китеп, дауаханаға эләгеү сәбәпле, уҡыуын дауам итә алмай, ташларға мәжбүр була. Шунлыҡтан бөтә йорт мәшәҡәттәре уның ҡарамағына ҡала. Йәш саҡтан ырҙын табағында, сөгөлдөр баҫыуында тир түгә. Тормошонда ниндәй генә ауыр мәлдәргә тарымаһын, һәр саҡ сабыр, түҙемле, хәстәрлекле кеше булып ҡала белә һәм ғүмер юлын лайыҡлы үтә.
Тәғзимә апай менән Рәфил ағай бер-береһен мәктәп эскәмйәһенән танып беләләр. Әйткәндәй, уларҙың ғаиләһе туғанлашып та алалар. Рәфилдең әсәһе Тәғзимә апайҙың бабаһына кейәүгә сыға. Рәфил мәктәпкә уҡырға килгәс тә ҡара сәсле, һомғол буйлы ҡыҙға шунда уҡ ғашиҡ була.
- Ул ваҡытта кәләште урлау йолаһы була торғайны. Ләкин мин ундай юл менән тормош башларға теләмәнем. Ҡыҙҙың ризалығынан башҡа булдыра алмайым, тинем, - ти Рәфил ағай.
Бер-береһенә ғашиҡ булған йәштәр 1960 йылдың 21 ноябрендә сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр.
- Тарантасҡа иң шәп аттарҙың береһен – бригадирҙыҡын ектек тә, Һарт-Наурыз ауылында урынлашҡан ЗАГС-ҡа барып, мөхәббәт тойғоларыбыҙҙы тамға менән нығытып ҡайттыҡ. Ул йылда ла, быйылғы кеүек, ҡар һуң, ноябрь аҙағында ғына яуған ине,- ти Рәфил ағай.
Йолаға тура килтереп, үҙҙәре эшләгән аҡсаға туй үткәрә йәштәр. 1963 йылда ер алып, ҙур, күркәм йорт һалып сығалар. Колхоз эше менән берлектә йорт мәшәҡәттәре лә күбәйә. Ул ваҡытта утынды ла үҙҙәре әҙерләй.
- Велосипедҡа балта-бысҡыларҙы бәйләп, икәүләп ултырабыҙ ҙа, Бәллекүл урманына утынға китәбеҙ. Кискә генә ҡайтып инәбеҙ. Беҙ өйҙә булмағанда йорттағы барлыҡ эште балалар башҡара ине. Бөгөн дә уларҙың ярҙамы бик ҙур. Яңыраҡ ҡына балалар йортҡа һыу, канализация үткәрҙеләр. Хәҙер һыуға ла алыҫҡа барырға түгел, үҙебеҙҙең ихатала ҡаҙыттыҡ,- тип шатлығы менән бүлеште Рәфил ағай.
Эйе, бәләкәйҙән хеҙмәттең тәмен белеп, үҙ иңдәрендә татып үҫкән Яманһаровтар балаларында ла хеҙмәткә һөйөү уятҡан. Оҙаҡ йылдар дауамында бер-береһенә ихтирам хистәрен һаҡлап, тормош юлын ҡылған ғәмәлдәре, эштәре менән матур итеүсе пар дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә. Уларҙың барыһына ла лайыҡлы белем һәм тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығаралар. Бөгөн уларҙың барыһы ла үҙ тормоштары менән йәшәй, ата-әсәләренә ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә-бүләсәрҙәр бүләк иткәндәр.
Яманһаровтарҙың тормош юлына һоҡланмау мөмкин түгел. Матур донъя көтөү, татыу ғаилә ҡороу, тәүфиҡлы балалар үҫтереү – был бит мөхәббәт емеше. Уларҙың бер-береһенә булған мөнәсәбәтен күреп, яратышып өйләнешкәндәр генә шулай олоғайғансы йәшлек хистәрен һүрелтмәй йәшәйҙер, тип уйлап ҡуйҙым.
Бөгөнгө көндә лә улар тормоштарынан ҡәнәғәт булып йәшәйҙәр. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ең һыҙғанып донъя көтәләр. Ҡура тултырып ҡош-ҡорт аҫрайҙар, йылы йәй көндәрендә баҡсала йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Гәзит-журналдар уҡып рухи көс алалар. Рәфил Мансур улы урындағы мәсеткә йома намаҙҙарына йөрөй.
Күптән түгел Яманһаровтар бергә ғүмер итеүҙәренең 60 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Был матур ғаилә байрамы уңайынан уларҙы ауыл биләмәһе хакимиәте вәкилдәре ихлас күңелдән ҡотлап, республика Башлығы Радий Хәбиров һәм урындағы хакимиәт исеменән ҡотлау открыткаһын һәм бүләк тапшыра. Уларҙың ҡотлауҙарына юбилярҙарҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре, туғандары ла ҡушыла. Оло йәштәгеләргә күп тә кәрәк түгел – күңелдәре булһын өсөн ихтирам һәм иғтибар ҙа етә. Матур тормош һәм хеҙмәт юлын үткән уҙамандар быға лайыҡ.
60 йыл бергә-бергә ғүмер кисереү – оло бәхет, Хоҙай бүләге. Һеҙҙең ғаилә тормошоғоҙ күптәргә өлгө булырлыҡ. Балаларығыҙға лайыҡлы тәрбиә, белем биргәнһегеҙ, әле лә уларға бар яҡлап терәк-таяныс булып матур донъя көтәһегеҙ. Хеҙмәт йылдарығыҙҙы намыҫлы эш менән уҙғарғанһығыҙ, ауырлыҡтарға бирешмәгәнһегеҙ. Артабан да яҡындарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, тыныс ҡартлыҡ кисерергә яҙһын.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Эльвира ЯМАЛЕТДИНОВА фотоһы.