Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
24 Декабрь 2020, 13:00

Ире уны “убырлы ҡарсыҡ” тип йөрөтә...

Салауат ҡалаһында йәшәгән 58 йәшлек Ирина Котованы ире, йыш ҡына шаяртып, “убырлы ҡарсыҡ” тип йөрөтә. Ҡатынының ҡоштар телен аңлауына, улар менән һөйләшеүенә һаман да өйрәнеп бөтә алмай ул. Йортонда йәрәхәтләнгән ҡоштарҙы йыйып, госпиталь ойошторған ҡатындың шөғөлө аптыраш тыуҙырыуы ғәжәп түгел.

- Бәләкәй саҡтан урамда ҡарауһыҙ йөрөгән бесәй-көсөктәр янынан тыныс ҡына үтә алмай торайным. Барыһын да өйгә ташыным. Әсәйем әрләшһә лә, уларҙы кире бороп сығарманы. Өс йәшлек сағымда атайым яраланған аҡсарлаҡты алып ҡайтҡас, ағайым менән уны нисек тәрбиәләгәнебеҙ хәтерҙә. Бер саҡ ҡанаты ҡайырылған сәүкәне дауаланым, ул беҙҙең менән бер нисә йыл бергә, атайым һарайҙа төҙөгән вольерҙа йәшәне.
Ҡоштарға һөйөү, хәстәрлек тойғолары әле лә Иринаға хас. Юлдарҙа машиналарға бәрелеп йәрәхәтләнгән өкөләр - уның “пациенттары”.
-Ҡоштарҙы мин ситлектә тотмайым, сөнки улар бәргеләнеп, үҙҙәрен йәрәхәтләй. Күпселеге балконда йәшәй, - ти Ирина.- Әле унда бынан ике йыл элек машина аҫтында ҡалып башын яралаған өкө, ҡанаттары һынған тумыртҡа һәм ыласын йәшәй. Ике аҡ күгәрсендең береһе машина аҫтында ҡалып имгәнгән, икенсеһе тәпәйҙәрен туңдырған. Баҡсалағы теплицабыҙҙа дауалауға мохтаж ике ҡарға, шунса сәүкә, яралы күгәрсен һәм вольерҙа бөркөт йәшәй. Ҡарғаларҙы өйҙә тотоп булмай, тәүлек әйләнәһенә уларҙың ҡарҡылдағанын, үҙ-ара мөнәсәбәттәрен асыҡлауын тыңлауы мөмкин түгел, -тип йылмая “доктор Айболит”.
Шуныһы ҡыҙыҡ: Ирина орнитолог та, ветеринар ҙа түгел, ә атҡаҙанған хореограф, әле пенсияла. Балалары үҫеп таралышҡан. Тик бәләгә тарыған ҡанатлыларға ярҙам итеү тойғоһо ғына һүнмәгән. Ул үҙен аңлаған, шөғөлөнә ҡаршы төшмәгән һәм кәрәк саҡта ярҙам иткән иренә рәхмәт әйтә.
Ҡоштарҙы туҡландырыу – үҙе бер ҙур проблема. Һәр береһенә айырым аҙыҡ һатып алырға тура килә. “Айына 30 мең һум тирәһе тотонам, бер пенсия тотошлай ҡоштарға аҙыҡ алыуға китә. Ирем ҡайһы саҡ һуҡранып та алғылай, ни эшләйһең, урамға сығарып ебәреп булмай бит, тип аҡланам. Ул да килешә. Бына шулай йәшәйбеҙ...”
Фото:Ufa1.ru.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: