Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яҙмыш-булмыш-йәшәйеш
22 Декабрь 2020, 12:44

Рөстәм Нәбиевтең ғаиләһендә оло ҡайғы

"Минең ҡайтҡанымды ғына көткән булған икән. Минең ҡулдарымда китте. Мин уға яратам тип әйтеп өлгөрҙөм".

Билдәле блогер, десантник һәм спортсы Рөстәм Нәбиевтең ғаиләһендә оло юғалтыу: уның өләсәһе вафат булған. Был хаҡта ул үҙенең "Инстаграм"дағы сәхифәһендә хәбәр итә. "Һин иң яҡшыһы инең. Олатай һине унда ҡаршы алғандыр һәм һеҙ ҡабат бергәлер тип ышанам. Мин һине бик яратам, ныҡ һағынырмын, нәнәй", тигән блогер. "2020 йылда мин иң ҡәҙерле ике кешемде юғалттым. Улар бер-бер артлы үлеп киттеләр", - тип тә өҫтәгән. "Өләсәйем минең ҡайтҡанымды ғына көткән булған икән. Минең ҡулдарымда китте. Мин уға яратам тип әйтеп өлгөрҙөм". Беҙ ҙә Рөстәм Нәбиевтең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, уға һәм яҡындарына сабырлыҡ һәм түҙемлек теләйбеҙ. Фото:zen.yandex.ru Автор: Карима Усманова
Читайте нас: